Солотча йылғаһының иҫке үҙәне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Солотча йылғаһының иҫке үҙәне
Рәсем
Күлгә ҡойоусы йылғалар Солотча[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Рязань өлкәһе
Карта

Солотча йылғаһының иҫке үҙәге — Рәсәйҙең Рязань өлкәһендәге күле — Ока йылғаһының иҫке юлағы. Рязань районының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан.

Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке юлаҡ

Ока йылғаһының һул ярында йылғаның күлгә әйләнгән иҫке юлағы урынлашҡан, ул ҡылым аша Ока йылғаһының төп юлағы менән тоташҡан. Күлгә Солотча йылғаһы ҡоя. Күл Ока йылғаһы бассейнына ҡарай, Волга йылғаһы аша Каспий диңгеҙе менән тоташҡан.

Рязань өлкә башҡарма комитетының «Һыу объекттарын тәбиғәт ҡомартҡыһы тип таныу тураһында» № 366 ҡарарына ярашлы күл 1974 йылдың 30 декабрендә төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы тип таныла. Һаҡланыусы объект булып балыҡ тотоу шөғөлөндә файҙаланылған балыҡтарҙың яҙ ыуылдырыҡ сәсә торған урындары тора[1].

Күл буйында Солотча ҡасабаһы урынлащҡан.

Әҙәбиәттә телгә алыныуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Солотча иҫке үҙәне К. Г. Паустовскийҙың әҫәрҙәрендә бер нисә тапҡыр телгә алынған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]