Сосюра Владимир Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сосюра Владимир Николаевич
укр. Володимир Миколайович Сосюра
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Борисполь
 Рәсәй империяһы
 Украинская Народная Республика[d]
 Украина Совет Социалистик Республикаһы
Тыуған көнө 25 декабрь 1897 (6 ғинуар 1898)
Тыуған урыны Дебальцево[d], Екатеринослав губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 ғинуар 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1][2] (67 йәш)
Вафат булған урыны Киев, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР[1]
Ерләнгән урыны Байково зыяраты[d]
Балалары Владимир Владимирович Сосюра[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле украин теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир, тәржемәсе
Эш урыны В.Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты
Уҡыу йорто В.Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Сәнғәт йүнәлеше социалистик реализм[d]
Ойошма ағзаһы СССР Яҙыусылар союзы
Жанр шиғыр[d] һәм повествовательная поэзия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
 Сосюра Владимир Николаевич Викимилектә
Украинаның почта маркаһында Сосюра В. Н. 1998 йыл

Сосюра Владимир Николаевич (укр. Володи́мир Микола́йович Сосю́ра; 25 декабрь 1898 йыл — 8 ғинуар 1965 йыл) — СССР шағиры, тәржемәсе, журналист, хәрби корреспондент.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Николаевич Сосюра Украинаның Екатеринослав губерниһы Дебальцево станицаһында 1897 йылдың 25 декабрендә тыуған. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 1901 йыл тип күрһәтелә. Ҡәбер ташына ошо дата ҡуйылған[3]).

Атаһы Николай Владимирович чертёжсы булып эшләгән, француз сығышлы булған.

Владимир Сосюра ауыл мәктәбен тамамлап, ауыл хужалығы училищеһына уҡырға ингән. Бында шул уҡ ваҡытта буласаҡ Советтар Союзы Маршалы К. С. Москаленко] ла уҡыған[4].

12 йәшенән Донбасс шахталарында эшләгән, Граждандар һуғышында ла ҡатнашҡан: башта Украина Халыҡ Республикаһы яғында, шунан -Ҡыҙыл Армия яғында. Һуғыштан һуң Харьковтағы Коммунистик Университетта, артабан Харьков халыҡ мәғарифы институтындағы рабфакта уҡыған. Шул осорҙа әҙәби ижадҡа килә.

1942—1944 йылдарҙа Сосюра — хәрби корреспондент.

1951 йылда уны «Правда» гәзитендә "буржуаз милләтселек"тә ғәйепләп мәҡәләлар баҫыла. Сәбәбе — 1944 йылда баҫылған «Любіть Україну» тигән шиғыр («Любіть Україну» 2018 йыл 11 сентябрь архивланған.)

1965 йылдың 8 ғинуарында вафат булған.Киевта ерләнгән.

Башҡортостанда эвакуацияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның ғаиләһе күпмелер Өфөлә йәшәй. Үҙе иһә, хәрби корреспондент булараҡ, ҡайтып-китеп кенә йөрөй. 1941—43 йылдарҙа шағирҙың Башҡортостанда булғанда яҙылған «Киләм» («Иду»), «Башҡортостан күге аҫтында» («Под небом Башкирии»), «Ҡыш» («Зима»), «Хәрби йырҙар…» («Песни боевые…») тигән һәм һ.б. шиғырҙары Башҡортостан тәбиғәтенә, башҡорт халҡының һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостанға эвакуацияланған төрлө милләт вәкилдәренең, атап әйткәндә, украиндарҙың дуҫлығына арналған. Сосюраның әҫәрҙәре Хәниф Кәрим, Рәшит Ниғмәти, Сафуан Әлибай һәм башҡа шағирҙар тарафынан башҡорт теленә тәржемә ителгән. Ул үҙе Әхтәм Ихсан, Сәйфи Ҡудаш һәм башҡа бер нисә авторҙың әҫәрҙәрен украин теленә тәржемә иткән.

Күп йылдар үткәс, Сосюра В. Н. Башҡортостанға һөйөүен, һағыныуын, рәхмәтен ошо шиғыр юлдарында бәйән итә:

« Летят часы моих раздумий,

как тучи в дальние края...

Вновь вспомнил я в осеннем шуме

тебя, Башкирия моя.

Под грохот ночи воробьиной,

под орудийный гул и гам

к тебе пришли мы с Украины

по окровавленным степям.

Тогда снегами даль белела

и с ног метель сбивала нас, -

как мать своих детей, прибрала

ты украинцев в трудный час.

И хоть давно уже затишье,

и я в родной вернулся край -

все вижу степь твою, все слышу,

как грустно в ней поет курай

А здесь рокочет бор сосновый,

ветвями ловит солнца свет...

И я с любовью шлю сыновний

тебе, Башкирия, привет

»

[5].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир Сосюра ике тапҡыр өйләнгән.

Тәүге никахы 1922 йыл — ҡыҙыл казак эскадроны политругы Вера Касперовна Берзина менән булған. Ул уға Харьковта студентка сағында өйләнә. Сосюра уға «Рабфаковка» тигән поэмаһын бағышлаған. Әммә сәйәси тормошҡа ҡараштары төрлө булыу арҡаһында айырылышҡандар:

Ми з тобою зійшлися в маю,
ще не знав я, що значить ідея.
Ти й тоді Україну мою
не любила, сміялася з неї.

Был никахтан Сосюраның ике улы тыуа.

Икенсе тапҡыр Сосюра 1931 йылда — Мария Гавриловна Даниловаға өйләнә, уныһы 12йәшкә кесерәк була, балет мәктәбен тамамлаған ғына. Улдары тыуа.

1949 йылда Мария Сосюраны йәнәһе дәүләт серен фаш иткән тип ҡулға алып, Ҡаҙағстанға ебәрәләр. Биш йылдан Мария әйләнеп ҡайта һәм улар яңынан яҙылыша.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡыҙыл розалар» («Красные розы»; 1932), «Баҡсалар шаулаһын өсөн» («Чтоб сады шумели»; 1947), «Хеҙмәтсән ғаилә бәхете» («Счастье семьи трудовой»; 1962) һәм башҡа бик күп шиғри йыйынтыҡтар авторы.

Сосюра урыҫ телендә тәүге шиғырын 1917 йылда баҫып сығара. Тәүге йыйынтығы 1921 йылда донъя күрә. «Червона зима» (1922) тигән революцион-романтик поэмаһы уға танылыу килтерә.

Сосюраның ижадында ул йәшәгән осорҙоң барлыҡ ҡапма-ҡаршылыҡтары сағылыш таба.

1930-сы йылдарҙа был Сосюраны коммунистик партия менән ҡаршылыҡҡа килтерә.

Төрлө йылдарҙа баҫылған әҫәрҙәре том-том булып сыға тора. « 3 томда шиғырҙар» (1929—1930), « 3 томда әҫәрҙәр» (1957—1958), «10 томда әҫәрҙәр» (1970—1972).

Маҡтаулы исмедәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • С.Ғ.Сафуанов. Переяслав радаһы. — Әҙәби Башҡортостан. 1954. № 5

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Сосюра Владимир Николаевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #123922615 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Сосюра Владимир Николаевич. kiev-necropol.narod.ru. Дата обращения: 20 март 2016.
  4. Москаленко К. С. На Юго-Западном направлении. 1943—1945. Воспоминания командарма. Книга II. — М.: Наука, 1973. стр. 626
  5. Соловей Украины в Башкирии [1]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]