Сәйетбаба ауылы «Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге»

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәйетбаба ауылы тарихи-мәҙәни үҙәге
Асылған ваҡыты 2003
Урынлашыуы Башҡортостан, Ғафури районы, Сәйетбаба
Директор Мәүлетҡолов Рәзим Ибраһим улы

Сәйетбаба ауылы тарихи-мәҙәни үҙәге — Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы Сәйетбаба ауылы 2004 йылда рәсми рәүештә ниғеҙ һалыуға арналған, 300 йыллыҡ байрамын билдәләне. Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Ғ. Рәхимовтың Башҡортостан Республика халыҡтарының тарихи-мәҙәни үҙәктәрен булдырыу тураһындағы УП-574 һанлы Указы (29 сентябрь 2003 йыл) нигеҙендә, Сәйетбаба ауылы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге тип иғлан ителде. Игелеков Рәхимйән Абрар улы — «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең тәүге етәксеһе.

Мәктәп музейын ойоштороуҙа (…)ҡатнаша. Музей коллекцияларының төп өлөшөн урындағы сәнғәт өлгөләре экспонаттары тәшкил итә. Музейҙы тулыландырыуҙа төрлө йылдарҙа (…) күп көс һала.

Сәйетбаба ауылы тарихи-мәҙәни үҙәгендә бүлектәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге кабинеты;
  2. Крайҙы өйрәнеү музейы;
  3. Ҡаранйылға ауылында урынлашҡан Ж. Кейекбаевтың йорт-музейы менән танышырға мөмкин.
  4. Сәйетбаба ауылы һәүәҫкәрҙәре һәм балалар коллективтары сығышы;
  5. «Асанай» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле;
  6. Сәйетбаба моделле китапханаһы;
  7. Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе;
  8. Сәйетбаба ауылы оҫталарының ҡул эштәре күргәҙмәһе, мастер-класстар;

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]