Сәхипова Земфира Ғизетдин ҡыҙы
Сәхипова Земфира Ғизетдин ҡыҙы | ||
Тыуған көнө |
1940 йыл, 13 апрель | |
---|---|---|
Тыуған урыны | ||
Ил |
СССР, Россия | |
Ғилми даирәһе |
педагогика,милли мәктәптәрҙә рус теле уҡытыу методикаһы | |
Эшләгән урыны |
Мәғарифты үҫтереүҙең федераль институтының әйҙәүсе белгесе (Мәскәү | |
Альма-матер |
Башҡорт дәүләт университеты (элекке Стәрлетамаҡ педагогия институты)(1964) | |
Ғилми дәрәжәһе |
(1989) | |
Награда һәм премиялары |
| |
Сәхипова Земфира Ғизетдин ҡыҙы (13 апрель 1940 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир. Педагогия фәндәре кандидаты. РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм мәғариф отличнигы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Земфира Ғизетдин ҡыҙы Сәхипова 1940 йылдың 13 апрелендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылында тыуған.
Һуғыш алдынан атаһын эш буйынса Ишембай ҡалаһының Смаҡай ҡасабаһына күсерәләр. Ишембай ҡалаһының 14-се (Смаҡай) башланғыс мәктәбен,3-сө башҡорт урта мәктәбен (хәҙерге Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын) 1957 йылда тамамлай.
1963 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, Әхмәр ауылында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1966—1972 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡыта.
Ғилми эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1972 йылдан Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалы ғилми хеҙмәткәре, 2006-2015 йылдарҙа Мәғарифты үҫтереүҙең федераль институтының әйҙәүсе белгесе (Мәскәү).
Милли мәктәптәрҙә рус теле уҡытыу методикаһы, милли мәктәптәр өсөн рус теле дәреслектәре авторы. Һуңғы йылдарҙа сит илдән Рәсәйгә килеүсе иммигранттар өсөн рус теле буйынса уҡыу әсбаптары яҙа. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡортостан өсөн 10 фән кандидаты әҙерләп, фән юлына сығарған. Уның педагогия буйынса ғилми хеҙмәттәре мәғариф өсөн мөһим әсбаптарҙан һанала.
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- › Education › Multicultural Education Речевое общение в многоязычной семье. Front Cover. Земфира Гизетдиновна Сахипова. Китап, 1998 — Education — 142 pages.
- Сахипова З. Г. Литературное чтение. Учебник для детей мигрантов и переселенцев. 1 кл. Издательство «Просвещение».
- Сахипова З. Г., Орлова Т. Н., Бабурин А. В. Литературное чтение. Учебник для детей мигрантов и переселенцев. 2 кл. Издательство «Просвещение».
- Сахипова З. Г., Орлова Т. Н., Бабурин А. В. Литературное чтение. Учебник для детей мигрантов и переселенцев. 3 кл. Издательство «Просвещение».
- Сахипова З. Г., Орлова Т. Н., Бабурин А. В. Литературное чтение. Учебник для детей мигрантов и переселенцев. 4 кл. Издательство «Просвещение».
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Күп милләтле Мәскәү» яҙыусылар ойошмаһының рәйесе вазифаһында Земфира Ғизетдин ҡыҙы Мәскәүҙә йәшәүсе башҡорттарҙы берләштереү өсөн бихисап эш башҡара.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тормош иптәше педагогия фәндәре докторы профессор Нәзир Экба менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙы Зарема Экба- филология фәндәре кандидаты. 1997 йылда «Башҡорт телендә ғәрәп һәм фарсы теленән ингән һүҙҙәр» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаған (специальность 10.02.06 «Тюркские языки»). 1997 йылдан башлап, Рәсәй Фәндәр академияһында Урал-алтай телдәре бүлегендә эшләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Читаем детям. Земфира Сахипова, Абдулла Асадуллин, Сабилля …
- https://www.ozon.ru › … › Дошкольное обучение › Развитие речи. Чтение