Сәғитов Гәрәй Ғәйнетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәғитов Гәрәй Ғәйнетдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Ишле, Ауырғазы районы, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Сәғитов Гәрәй Ғәйнетдин улы (рус. Сагитов (Гарай) Гарей Гайнутдинович (или Гайнетдинович) 1906 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәғитов Гәрәй Ғәйнетдин улы 1906 йылда элекке Башҡортостандың Боҙаяҙ районы (хәҙер Ауырғазы районы) Ишле ауылында тыуа. 1942 йылда Дәүләкән район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полының 2-се эскадронында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1]. 1943 йылдың 6 октябрендә гвардияның 2-се эскадроны ҡылыссыһы ҡыҙылармеец Сәғитов Гәрәй Ғәйнетдин улы һөжүм итеү алыштарында автоматы менән дошмандың ике офицерын юҡ итә. Ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

Сәғитов Гәрәй Ғәйнетдин улы 1985 йылда Еңеүҙең 40-йыллығы айҡанлы юбилейлы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]