Эстәлеккә күсергә

Табын (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гәзит
Табын
Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы гәзите
Ойоштороусылары: Ғафури район Советы һәм редакцияның хеҙмәт коллективы
Сыға башлаған: октябрь 1931 й
Сығыу йышлығы: аҙнаһына 2 тапҡыр
Тиражы: ? дана
Сайты http://rik-tabin.com/

Табын — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районының ижтимағи-сәйәси гәзите. Ойоштороусылары: Ғафури район Советы һәм редакцияның хеҙмәт коллективы. 1931 йылдың октябренән башлап аҙнаһына 2 тапҡыр сыға. 388 830 д.

  • 1931 йылдың 11 октябрендә Ғафури районының «Ударник хлебозаготовок» тигән исем менән урыҫ телендә нәшер ителгән район гәзитенең тәүге һаны донъя күрә. Гәзиттә материалдар «Икмәк өсөн көрәш — Башҡортостан индустриализацияһы темпы өсөн көрәш» тигән дөйөм баш аҫтында сыға. Гәзиттең колхоздар үҫешендәге уңыштар, икмәк өсөн көрәш фронтындағы еңеүҙәр, етешһеҙлектәр хаҡында материалдарға ҙур урын бирә.
  • Ошо уҡ йылда ВЛКСМ райкомы үҙенең «Красноусольский комсомолец» гәзитен сығара башлай.
  • 1935 йылдың ғинуарынан башҡорт телендә үҙ аллы «Еңербеҙ» район гәзите сыға башлай.
  • 1957 йылда райондарҙы эреләтеү башланғас, Ғафури районы Стәрлетамаҡҡа ҡушыла һәм гәзит «Знамя коммунизма» исеме аҫтында нәшер ителә.
  • 1965 йылдың апрелендә «Звезда», шул уҡ ваҡытта башҡорт телендә «Йондоҙ» дубляж район гәзиттәре сыға башлай.
  • 1991 йылдың ғинуарынан үҙ аллы «Табын» район гәзите донъя күрә. Шулай итеп, Ғафури районында ике үҙ аллы «Табын» һәм «Звезда» гәзиттәре сығып килә.