Тавасиев Сосланбәк Дафай улы
Сосланбәк Тавасиев | |||||
осет. Тауасити Дафай фырт Сослæнбек | |||||
оҫтаханала | |||||
Тыуған: | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Рәсәй империяһы, Терек өлкәһе, Дигория, Фаснал ауылы | ||||
Үлгән: | |||||
Үлгән урыны: | |||||
Гражданлығы: | |||||
Уҡыған урыны: | |||||
Стиль: |
социалистик реализмы | ||||
Наградалары: |
|
Тавасиев Сосләнбәк Дафай улы (осет. Тауасити Дафай фырт Сослæнбек, 25 декабрь 1894 йыл — 10 апрель 1974 йыл) — совет монументаль скульптура оҫтаһы, Төньяҡ Осетин АССР-ының (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) халыҡ рәссамы, СССР Рәссамдәр Союзы ағзаһы (1939). Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәленең авторы.
И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург скульптура, архитектура һәм рәсем сәнғәте академия институтын тамамлаған.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дафа Тавасиев һәм Ханғуасса Койбаева ғаиләһендә Төньяҡ Осетияның Дигориялағы Фаснал ауылында донъяға килгән. Милләте буйынса осетин-дигор. Ғаиләлә һигеҙ бала була: биш улан — Хәджирәт, Женя (Бездук), Хәжи, Аға (Ҡышҡы һарайҙы штурмлаусы) Сосланбәк һәм өс ҡыҙ бала.
Дафа балаларына яҡшы белем бирергә тырыша, шуға күрә уның балалары башта Алағирҙағы мәктәпкә йөрөйҙәр, ә һуңынан — Владикавказ гимназияһының әҙерлек класына.
Сосланбәк тә 1914 йылды армияға осетин батальонына алғынғанға тиклем гимназила уҡый
Октябрь революцияһынан һуң 1917 йылда башланған Граждандар һуғышында большевиктар яғында була. Шкуро һәм Бичехаров етәкселегендәге казак отрядтарына ҡаршы һуғыша һәм Осетияла беренселәрҙән булып хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
1924 йылда Владикавказда урындағы рәссамдар күргәҙмәһендә ҡатнаша. Күргәҙмәнән һуң уны М. Г. Авсарагов Ленинградҡа Юғары художество-техник институтына (элекке Художество академияһы), һуңынан — уҡырға йүнәтмә бирә. Скульптура факультетын Сосланбәк Тавасиев 1927 йылда отличие менән тамамлай (педагогы А. Т. Матвеев). 1927 йылда Сосланбәк Дафа улы институттың материаль мәҙәниәте кафедраһында ассистент булып эшләй. 1928 йылда Мәскәүгә күсә. АХРР-ҙың (Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһының), Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының 10-йыллығына арналған күргәҙмәләрендә ҡатнаша. 1939 йылда СССР рәссамдар союзы ағзаһы булып китә[1].
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тавасиевтар ғаиләһе Башҡортостандың Стәрлебаш районына эвакуациялана. Шунан улар Өфөгә күсәләр, белгестәр йортонда йәшәйҙәр, һуңынан хәҙерге ваҡыттағы Ленин урамы, 74-се йортта йәшәйҙәр. Сосланбәк 1941—1942 йылдарҙа Рәссамдар союзының Өфө бүлексәһенең яуаплы секретары була[1].
Салауат Юлаев һәйкәлен ижад итеү идеяһы Тавасиевҡа нәҡ Башҡортостанда йәшәгән йылдарҙа, 1941—1946 йылдарҙа, килә.
Салауат Юлаев һәйкәленең тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылдың йәйендә Стәрлебаш ауылында Сосланбәк Тавасиев тәүге тапҡыр Салауат исемен ишетеп ҡала. Фронтҡа новобранецтарҙы оҙатҡан саҡта бер оло башҡорт, еңеү өсөн Салауат кеүек батыр булырға кәрәк, тип әйтә. Шул ваҡиғанан алып Сосланбәк Салауат менән ҡыҙыҡһына башлай, уның тураһында булған әҙәбиәтте уҡый, архив материалдарын һәм башҡорт фольклорын өйрәнә[1].
Уның күҙ алдына батырҙың ғүмерендә иң яуаплы мәлендә ат өҫтөндәге ярһыу Салауат килә. 1773 йылдың көҙөндә Салауатты отряды менән Хөкүмәт ғәскәрҙәренә ярҙамға ебәрәләр, әммә йәш батыр Пугачевҡа ҡушылырға ҡарар итә. Тап ошо яуаплы мәлде Тавасиев ташта һынландыра. Өҙәнгеләрҙә саҡ ҡына күтәрелеп, көслө ҡулы менән теҙгенде шаҡарып тартып, бейек ярҙа үҙе һымаҡ ярһыған атын ҡапыл туҡтатҡан. Тәүәккәл, ғәйрәтле, ихтыярлы йөҙ, алға өндәүсе хәрәкәттә уң ҡулында ҡамсы күтәрелгән. Салауат үҙенең иптәштәрен Пугачевҡа ҡушылырғак өндәй һымаҡ[1].
Ысын ҙурлығындағы гипс һәйкәлдең моделе 1963 йылда тамамлана. СССР-ҙың мәҙәниәт министрлығы коллегияһнда белгестәр тарафынан vjltkm ҡарала һәм рәсми рәүештә раҫлана. Уны Башҡорт опера һәм балет театры фойеһына ҡуялар. Aвтор үҙе иҫләүенсә, барыһына ла һәйкәлдең проекты оҡшай. Тик бер генә башҡорт ҡатыны, батыр өсөн Салауат фигураһы артыҡ сибек, тип әйтә. Сосланбәк Дафа улы был иҫкәрмәнән һуң һәйкәл өҫтөндә эшен дауам итеп, уны артабан камиллаштыра[1].
Скульптура Ленинградтағы «Монументскульптура» заводында бронза яғылған суйындан ҡойоп яһала. Завод инженерҙары һәм эшселәре ҙур теләк менән уны эшләйҙәр һәм ай ярым эсендә һәйкәл әҙер була. Бик ҙур һәм ҡатмарлы атлы скульптураһы өсөн махсус ҡулайламалар уйлап табырға кәрәк була.
Шул уҡ ваҡытта скульптор һәйкәлде Ағиҙел йылғаһының текә ярында ҡуйырға теләген белдерә. Республика матбуғатында бәхәс ҡуба, партияның өлкә комитеты һәйкәлде Горсовет алдына йәки Совет майҙанында ҡуйырға тәҡдим итә. Тавасиев үҙ фекерендә ныҡ тора һәм еңеп сыға[1].
Артабан Тавасиев Мәскәүҙә йәшәй. Уның оҫтаханаһы Үрге Масловка урамында урынлашҡан була.
1974 йылдың 10 апрелендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичий зыяратында ерләнгән.
Эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тавасиевтың ижади эштәре араһында Өфө ҡалаһы символына әүерелгән һәм Башҡортостан гербына ингән Салауат Юлаев һәйкәле айырыуса билдәле (Өфө, 1967), Икенсе билдәлелек алған монумент — Осетия драма театры алдында ҡуйылған Коста Хетагуров һәйкәле (Владикавказ).
Сосланбәк Тавасиевтың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Дәүләт Третьяков галереяһы, рус музейы, Рәсәй һәм сит музейҙары коллекцияларында һаҡлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төньяҡ Осетия АССР-ының халыҡ рәссамы (1955)
- Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамы (1967)
- СССР дәүләт премияһы (1970) — Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле өсөн
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1919)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1958)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1968)
- СССР рәссамдар ассоциацияһы Алтыны миҙалы (1967)
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шубина Галина Константиновна (9.09.1902, Воронеж — 20.12.1980, Мәскәү) — беренсе ҡатыны, рәссам, Рәсәй һәм Мәскәү Рәссамдар союзы ағзаһы. Санкт- Петербург Художество академияһын тамамлаған. Эштәре Третьяков галереяһында, Рус музейында, А. С. Пушкин исемендәге музейҙа, Маяковский музейында, Италияла, Германияла, Англияла шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
- Дмитриева Галина Сосланбековна (10.09.1929, Мәскәү — 18.12.2014, шунда уҡ) — ҡыҙы, рәссам-график, китап иллюстраторы, Рәсәй һәм Мәскәү Рәссамдар союзы ағзаһы. В. И. Суриков исемендәге институтты тамамлаған.
- Дмитриева Анастасия Дмитриевна (14.03.1959, Мәскәү) — ейәнсәре, рәссам-график, дизайнер. Халыҡ-ара, Рәсәй һәм Мәскәү Рәссамдар союзы ағзаһы. В. И. Суриков исемендәге институтты тамамлаған.
- Тавасиева (Воскресенская) Марина Фёдоровна (1916—1989, Мәскәү) — икенсе ҡатыны, биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы.
- Тавасиев Ростан Сосланбәк улы (1938—2006, Мәскәү) — улы, биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы, график. СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.
- Тавасиев Ростан Ростан улы (19.03.1976, Мәскәү) — ейәне, рәссам.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2020 йылдың февралендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Сосланбәк Тавасиевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең С. Д.Тавасиев исемендәге стипендияһын булдырыла. Шулай уҡ С. Д. Тавасиевтың ижадына бағышланған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәреү, документаль фильм төшөрөү һәм Өфөлә скульпторҙың ижади эштәре күргәҙмәһен ойоштороу ҡаралған[2].
- Башҡортостанда Республика Хөкүмәтенең С. Д.Тавасиев исемендәге стипендияһы булдырылды. Күләме бөгөнгә 5750 һум булған был стипендия яҡшы уҡыған, һынлы сәнғәт һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәһендә юғары талант өлгөһө күрһәткән студентҡа конкурс нигеҙендә бер йылға биреләсәк[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Скульптор, который восславил Салавата (К 120-летию со дня рождения Сосланбека Тавасиева)
- ↑ Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәленең авторы Сосланбәк Тавасиевтың хәтерен мәңгеләштерәләр
- ↑ В Башкортостане учреждена стипендия имени Сосланбека Тавасиева. ИА «Башинформ», 20 августа 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 август 2020)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (рус.) «Китап» нәшриәте, 1999, 166-167 с. ISBN 5-295-02294-3.
Памятный знак Тавасиеву С. Д. Ленина улица, 72
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — Тавасиев Сосланбек Дафаевич 2020 йыл 27 февраль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2020)
- Страница портала «Масловка», посвящённая творчеству художника
- «Скульптор, который прославил Осетию». Материал от 25 декабря 2009 года 2014 йыл 14 июль архивланған.
- «Скульптор, который восславил Салавата». Материал от 25 декабря 2014 года
- Сайт, посвящённый творчеству С. Д. Тавасиева 2018 йыл 8 март архивланған.
- Скульптор, который восславил Салавата (К 120-летию со дня рождения Сосланбека Тавасиева)
Тышҡы һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Страница портала «Масловка», посвященная творчеству художника
- Скульптор, который прославил Осетию 2014 йыл 14 июль архивланған., 25.12.2009
- 25 декабрҙә тыуғандар
- 1894 йылда тыуғандар
- 10 апрелдә вафат булғандар
- 1974 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса рәссамдар
- Алфавит буйынса скульпторҙар
- СССР скульпторҙары
- XX быуат скульпторҙары
- СССР Рәссамдар союзы ағзалары
- Өфө рәссамдары
- Башҡорт АССР-ының халыҡ рәссамдары
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Репин исемендәге институтты тамамлаусылар