Ташбаш
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Ташбаш | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Gobio gobio (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 184448 |
Ташбаш, ҡомтөркөс (лат. Gobio gobio, урыҫ. Пескарь) — ҡара сыбар төҫтәге ваҡ йылға балығы; ҡомтөртҡөс[1]. Европала, төньяҡ һәм көньяҡ диңгеҙҙәренән башҡа, киң таралған. Оҙонлоғо 22 см-ға тиклем етә, әммә 15 см-ҙан оҙонорағы һирәк осрай. Кәүҙәһенең өҫтө ҡара-йәшел төҫтә, эргәләре зәңгәр-ҡара таптар менән ҡапланған көмөш төҫтә. Ауыҙ мөйөштәрендә мыйығы бар. Балыҡ тотоу тармағында ҡулланылмай, башҡа йыртҡыс балыҡтарҙың ризығы булып тора.
Исемдәре [үҙгәртергә]
Балыҡтың төрлө исемдәре бар: ташбаш, ҡомтөрткөс, хөмәй, ҡомай.
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Берг Л. С. Рыбы пресных вод СССР и сопредельных стран. — М.:Акад. Наук СССР, 1949. (урыҫ.)
Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә]
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)