Темерник

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Темерник
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Дон
Ҡушылдыҡ Змиёвская балкаһында халыҡты күпләп язалау һәм Безымянный ручей (приток Темерника)[d]
Һыу йыйыу бассейны бассейн Дона[d]
Бассейн майҙаны 293 км²
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ростов өлкәһе
Оҙонлоҡ 33 km
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Темерника[d]
Карта
 Темерник Викимилектә

ТемерникРостов өлкәһендә тигеҙлек йылғаһы Дондың уң ҡушылдығы.

Йылғаның оҙонлоғо — 33[1] км, шуның 18 км Дондағы Ростов биләмәһендә. Бассейн майҙаны 293 км²[1]. Йылғаның уртаса ауышлығы 2,3 %, уртаса киңлеге 10 м тиклем, тәрнәлеге тәрәнлеге — 0,3-0,8 м.

Йылға исеме менән Темерник таможняһы аталған, уның менән Дондағы Ростов тарихы бәйле.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Камышеваха[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала биләмәһенәд Темерник йылғаһына бер нисә сығанаҡ ҡоя. Иң ҙуры — Төньяҡ тораҡ массив биләмәһендә Темерник йылғаһына ҡойорҙан алда бер нисә быуа барлыҡҡа килтергән Камышеваха. Камышеваха Ростов диңгеҙе тип аталған ҙур быуанан аға. Бетон плиталар түшәлгән дамбалар буйлап шоссе юлы үтә. Камышеваха үҙәне «Темерник» биҫтәһе биләмәһендә бер нисә боролош менән яһалма. Һыу кимәле был тирәлә бик һай, һаҙлыҡлы, әммә һыу яны үҫемлектәре үҫә, тәлмәрйендәр, балыҡсы турғайҙар бар.

Артабан ҡушылдыҡ ҡалҡыулыҡты урап үтеп, көньяҡҡа боролош яһай, унда Төньяҡ торлаҡ массив урынлашҡан. Был участкала көньяҡ-көнсығыш (Волков урамы һәм Космонавтар проспекты араһындағы күпер) һәм көньяҡ-көнбайыш (дамба буйлап Бодрый урамы) йүнәлешендә йылғаны киҫеп үтеүсе махсус плотиналар менән быуалар каскады төҙөлә. Был быуалар каскадының дөйөм атамаһы — Төньяҡ һыуһаҡлағысы. Ул Үрге һәм Түбәнге быуаларға бүленгән.

Ике һыуһаҡлағыстың да уң яҡ ярҙағы ҡалҡыулыҡтарҙан һыу йыйыусы ҙур сығанаҡтарҙан ҡушылдығы бар. Сурб -Хач сиркәүе урынлашҡан тау түбәһенән аҡҡан беренсе сығанаҡ көньяҡҡа ҡарай боролош алдында ҡушыла. Артабан яр буйлап аквапарк менән ял итеү зонаһы булдырылған. Икенсе сығанаҡ Космонавтар проспекты күпере алдында ҡушыла. Был урында һыуһаҡлағыс уртаһында яҡтылыҡ менән яһалма фонтан бәрә. Күперҙән һуң уң яҡ ярҙа пляж менән парк урынлашҡан. Һул яҡ ярҙа 2000 йылдарҙа яңы Төньяҡ Венеция торлаҡ биҫтәһе төҙөлә.

Ҡамыш баҫҡан ике һыуһаҡлағыс ярҙары аныҡ билдәле. Ҡайһы бер йылдарҙа һыуһаҡлағысты киптерәләр, ул саҡта үҙән үҙәгендә нәҙек кенә шишмә ҡала. Ҡышын һыуһаҡлағыстар йыш ҡына туңа, тик уртаһындағы тар ағым ғына туңмай ҡала. Бында йәшәүсе өйрәктәр, ҡашҡабаштар һәм һыу тауыҡтары көслө ағым булған һыу участкаларында ҡышлай. Йылдың йылы ваҡыттарында ҡыҙылғанат балығы күренә.

Безымянный инеше тамағы 2010 йылда

Дамбанан һуң Бодрый урамы буйлап йылға шәхси секторҙың кварталдары араһында тар үҙәктән ағыусы шишмәҡиәфәтенә эйә. Был урында Камышеваха Темерник йылғаһы менән ҡушыла.

Темерник[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Темерник йылғаһы өлкәнең Аҡсай районы территорияһынан башлана. Камышеваха менән ҡушылғас, йылға буйы киң һәм үҙенә тотош Каменка биҫтәһен һыйҙыра. Бында «Ростсельмаш» шифаханаһы тирә-яғында йылға ярында бик матур урындар бар, йылғаны бер нисә йәйәүлеләр һәм автомобилдәр күпере киҫеп үтә. Каменканан башлап, йылға кәкерсәк яһай. Бында йылға быуылған, уң яҡ яры һөҙәк һәм унда хәрби госпиталгә йәнәш Октябрь исемендәге парк урынлашҡан.

Йылғаның артабанғы йырыны уға Безымянный сығанағы ҡойғандан һуң бысранған, 1-2 м артыҡ булмаған киңлектә зоопарктың төньяҡ өлөшө буйлап аға, унда ағым аша йәйәүлеләр өсөн күпер һалынған. Зоопарк аҙағында йылға киңәйә һәм Змиёвский балкаһы сиктәрендә насар еҫле

Көньяҡ федераль университеттың ботаника баҡсаһы районында йылға ҡабаттан быуыла һәм бынан көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә аға, уның менән параллель тимер юлы үтә. Вокзал яны майҙанынан башлап, ағым бетонға «бикләнә», өҫтәүенә һыу унда тик тар шишмәгә генә етерлек була. Шул рәүешле Темерник Донға ҡоя. Темерник тамағында 2011 йылда Дон аша яңы күпер төҙөлә.

Экологик торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2000 йылда йылға торошо тураһында былай тип әйтәләр:

Йылға бөтөнләй йыуынты канау булып 90 процент йыйылма һыуҙарҙан тора. Насар еҫе менән генә түгел, ул кеше ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янай[2].

2005 йылда өлкә хөкүмәте йылғаның ныҡ бысраныуына иғтибар итә[3].

Балыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күп йылдар элек Темерник йылғаһында балыҡ булған. Аҙау балыҡ хужалығының ғилми-тикшеренеү институты мәғлүмәттәренә ярашлы суртан, күсетәр, тарань, сабаҡ, алабуға, уклея, ҡыҙылғанат 1950 йылдарға тиклем Темерник йылғаһының ҡәҙимге йәшәүселәре була. Хәҙер йылғала хатта зарарлы ҡалдыҡтарға бирешмәүсән табан балыҡты ла таба алмаҫһың[4]. Шуға ҡарамаҫтан, зоопарк районында һәм элекке канализация ағымында «гибридтар» һәм ваҡ табан балыҡтар осрай.

Ростовта Темерник йылғаһы.[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 «Река Темерник» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  2. Квашнина Ю. Темерник — самая ростовская речка в мире. Дата обращения: 9 апрель 2019. 2019 йыл 13 май архивланған. / Город N. — 2000. — 5 июля.
  3. Новость на Regions.ru. Дата обращения: 9 апрель 2019.
  4. Седьмая столица, Темерник: шанс на излечение. Дата обращения: 9 апрель 2019.(недоступная ссылка)