Терпеләр (лат. Erinaceidae) — афроевразия имеҙеүселәр ғаиләһенән моно төр; терпе һымаҡтар отряды. (лат Erinaceomorpha). Барлығы 23 төрө билдәле, улар 7 ырыуға бүленә, ике аҫ ғаилә : ысын терпеләр һәм ҡомаҡ һымаҡ терпеләр (гимнурҙар).
Башҡортостанда ике төрө бар: ябай терпе һәм ҡолаҡлы терпе. Ябай терпенең оҙонлоғо 23,7-27,2 см тирәһендә була, ауырлығы 240-250 грамға етә. Ул урман ситтәрендә, аҡландарҙа, ҡырҡындыларҙа йәшәй. Һаҙлы урындарҙы, ҡуйы урмандарҙы яратмай.
Терпе эңерҙә, төндә һунарға сыға, көндө ояһында үткәрә. Ауған ағас тамырҙары аҫтында, эре үлән төбөнә япраҡтарҙан, ҡыу үләндәрҙән, ваҡ ботаҡтарҙан оя яһай. Ер һарҡып, һалҡындар бөткәнсе шул ояһында йоҡлай.
Ҡолаҡлы терпе йыш ҡына ирлән, йомран, һыуһар өңөн файҙалана.
Май — июнь айҙарында 2-6 бала килтерә, 3-4 сәғәттән балаларының энәләре ҡалҡа башлай. 5-6 көндән энәләре күренерлек була. Егерме көндән күҙҙәре асыла, энәләре ҡоңғорт төҫкә инә һәм ҡата. Терпе балаларын имеҙеп үҫтерә.
Терпе аҙыҡҡа талымһыҙ, нимә тура килһә, шуны ашай.