Тимонин Анатолий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анатолий Николаевич Тимонин
Тыуған көнө

14.0.1955

Тыуған урыны

БАССР, Маҡар районы (хәҙерге Ишембай районы), Петровский ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

хоҡуҡ тарихы

Эшләгән урыны

БашДУ

Альма-матер

БашДУ, УрДЮА

Ғилми дәрәжәһе

юридик фәндәр докторы

Тимонин Анатолий Николаевич (14 февраль 1955, Петровский а., Маҡар районы, хәҙер — Ишембай районы) — СССР һәм Рәсәй ғалимы (юрист һәм тарихсы). Юридик фәндәр докторы, профессор (Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы кафедраһы).

Белеме һәм ғилми дәрәжәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай (1981).
  • 1983—1986 йылдарҙа Ленинград дәүләт университетының юридик факультетында көндөҙгө аспирантурала уҡый (ғилми етәксеһе профессор А. И. Королев). Кандидатлыҡ диссертацияһы: «Боронғо рус дәүләтенең барлыҡҡа килеүе: теория мәсьәләләре» (1987).
  • 1997 йылда «Боронғо рус дәүләтенең тарихи генезисы: теория-методология аспекты» тигән тема буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

30-ҙан ашыу ғилми баҫма авторы, улар араһында 1 монография, 3 уҡыу әсбабы һәм 1 брошюра бар.

  • Монографияһы: «Проблемы генезиса Древнерусского государства и права» (Уфа, 1997).