Эстәлеккә күсергә

Толокнов Борис Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Толокнов Борис Андреевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 8 июнь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Бәләбәй районы
Вафат булған көнө 2 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (22 йәш)
Вафат булған урыны Германия
Ерләнгән урыны Германия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Толокнов Борис Андреевич (8 июнь 1922 йыл — 2 февраль 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған совет хәрби хеҙмәткәре, уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры, капитан, Советтар Союзы Геройы (1945).

Борис Андреевич Толокнов 1922 йылдың 8 июнендә Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Бәләбәй районы) 1-се Михайловка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Мәктәптең 10 класын тамамлаған.

1940 йылда Башҡорт АССР-ының Бәләбәй район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1941 йылда Төмән хәрби пехота училищеһын тамамлай.

1941 йылдың сентябренән алып Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Көньяҡ-Көнбайыш, Көньяҡ, 3-сө һәм 4-се Украина, 1-се Белорус фронттарында һуғыша. 899-сы уҡсылар полкының пулемёт ротаһы командиры (1-се Белоруссия фронты, 5-се һөжүм итеүсе армия, 248-се уҡсылар дивизияһы) капитан Борис Толокнов Грос-Нойендорф (Германия) районында Одер йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.

1945 йылдың 2 февралендә һуғышта һәләк була. Гроссман-Нойендорф (Германия) ауылында ерләнгән.

«Толокнов Борис Андреевич ротаһы көнбайыш ярҙа плацдармды яулап ала, дошман тылына үтеп, ут нөктәһен баҫтыра, полктың башҡа подразделениеларына кисеүҙе тәьмин итә.

Ҡамауға эләгеүенә ҡарамаҫтан, ҡыйыу офицер плацдармды тотоуын дауам итә. Алыштың киҫкен мәлендә, һуғыш припастары бөткәс, капитан Толокнов үҙебеҙҙең артиллерия утын үҙенә йүнәлттерә. 1945 йылдың 2 февралендә һуғышта һәләк була»[1].

1945 йылдың 31 майында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Толокнов Борис Андреевичҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2].

  • Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ (15.01.1944), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән бүләкләнә (07.05.1944).
  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 48, л. 9, 10).
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 170, л. 61)ф. 33, оп. 686046, д. 170, л. 61).