Тригонометрия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Берәмек әйләнәлә θ мөйөшөнән тригонометрик функциялар

Тригонометрия (грек. trigōnon – «өсмөйөш» һәм metron – «үлсәү») – математиканың өсмөйөштәр һәм уларҙың яҡтарының оҙонлоҡтары, яҡтары араһындағы мөйөштәрҙең нисбәте тураһындағы тармағы. Тригонометрия был нисбәттәрҙе күрһәтеүсе тригонометрик функцияларҙы билдәләй.

Был термин тәүге мәртәбә 1595 йылда немец математигы Бартоломеус Питискустың китабы атамаһы булараҡ ҡулланыла. Шулай ҙа фән үҙе бик борондан астрономия, геодезия, архитектуралағы иҫәпләүҙәр өсөн ҡулланыла.

Тригонометрия функциялары[үҙгәртергә]

  • Синус — ҡаршы ятҡан катетты гипотенузаға бүлеү.
  • Косинус — яҡын ятҡан катетты гипотенузаға бүлеү.
  • Тангенс — ҡаршы ятҡан катетты яҡын ятҡан катетҡа бүлеү.
  • Котангенс — яҡын ятҡан катетты ҡаршы ятҡан катетҡа бүлеү.
  • Секанс — гипотенузаны яҡын ятҡан катетҡа бүлеү.
  • Косеканс — гипотенузаны ҡаршы ятҡан катетҡа бүлеү.