Һандар теорияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Һандар теорияһы (йәки арифметика) – фундаменталь математиканың теүәл һандарҙы өйрәнгән тармағы. Һандар теорияһы теүәл һандар менән бер рәттән уларҙың үҙенсәлектәрен һәм улар ярҙамында барлыҡҡа килгән һандарҙы (мәҫәлән, рациональ һандарҙы) йәки теүәл һандарҙың дөйөмләштерелгән осрағын (мәҫәлән, алгебраик һандарҙы) өйрәнә.

Һандар теорияһының тарихи исеме – арифметика. XX быуаттың баштарында был исем урынына «һандар теорияһы» аңлатмаһы ҡулланыла башлай. Арифметика һүҙе иһә бөгөнгө көндә ғәҙәттә «ябай иҫәпләүҙәр» мәғәнәһендә телгә алына.