Эстәлеккә күсергә

Туйкин Кәбир Кәрим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәбир Туйкин
Исеме:

Кәбир Кәрим улы Туйкин

Тыуған көнө:

10 июнь 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Зәй-Ҡаратай ауылы

Вафат булған көнө:

15 февраль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (50 йәш)

Вафат булған урыны:

Татар АССР-ы Ҡазан ҡалаһы

Гражданлығы:

СССР

Эшмәкәрлеге:

Яҙыусы

Туйкин Кәбир Кәрим (Әхмәткәрим) улы (10 июнь 1887 йыл15 февраль 1938 йыл) — яҙыусы, драматург һәм шағир. Сәйәси золом ҡорбаны.

Кәбир Кәрим улы (Әхмәткәрим) Туйкин 1887 йылдың 10 июнендә Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе (хәҙерге Татарстан Республикаһы Лениногорск районы) Зәй-Ҡаратай ауылында урта хәлле башҡорт мәзине ғаиләһендә тыуған. Фазыл Туйкиндың ағаһы, Тәлғәт Туйкиндың атаһы.

Башланғыс белемде ауылындағы мәҙрәсәлә ала. Унан һуң Ҡазанда «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Мәҙрәсәне тамамлағас, армияла хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, ауылдарында балалар уҡыта. 1909 йылда ғәйепләнеп Һамар төрмәһенә ултыртыла. Бер нисә ай төрмәлә булғандан һуң азат ителә Ҡайтҡас, Ырымбур ҡалаһына юллана, унда Кәримовтарҙың типографияһында хәреф йыйыусы булып эшләй.

Революциянан һуң Туйкин уҡытыусы булып китә. 1923 йылғаса ауыл мәктәптәрендә уҡыта. 1923 йылдан Бөгөлмә ҡалаһына күсә һәм мәктәп ойоштороуҙа ҡатнаша. 1929 йылғаса шул ойошторолған мәктәптең директоры була.

1930 йылда сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, пенсияға сыға һәм 1935 йылғаса ауылда йәшәй. Артабанғы йылдарын Бөгөлмә ҡалаһында уҙғара. 1937 йылда Һазый Атласи эше буйынса ҡулға алына, 1938 йылдың февралендә атып үлтерелә.

1912 йылда «Яман юлдаш» тигән китабы донъя күрә.

1919 йылда Ырымбурҙа «Төрөк тарихы» тигән хеҙмәте баҫылған.

  • Башҡорт әҙәбиәте 20-се быуат башы. БФАН. Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — 590 бит.
  • 2018 йылдың 1 мартында Өфөлә мәғрифәтсе, уҡытыусы һәм яҙыусы Кәбир Туйкинды иҫкә алдылар. Башҡортостандың Яҙыусылар союзында уҙған йылда сыҡҡан «Кабир Туйкин и его наследие» китабының исем туйы үтә. Уның авторы – яҙыусының ейәнсәре Раилә Туйкина[1].