Түбәнге Бурансы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Түбәнге Бурансы
Почта индексы 453203

Түбәнге Бурансы (Түбәнге-Бурансы) — Ишембай ҡалаһы биләмәһендәге тарихи урын[1], Ағиҙел йылғаһының һул ярында урынлашҡан була. Был бөткән ауыл урынында хәҙерге ваҡытта «Нефтемаш» предприятиеһы урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батша самодержавие тарафынан Себергә һөрөлгән кешеләрҙе урынлаштырыу өсөн булдырылған был тораҡ пунктына йылғаның һул яҡ ярында 1834 йылда нигеҙ һалына[2]. Хәҙерге Бурансы ауылы шул тапҡырҙа уҡ, тик Ағиҙелдең уң яҡ ярында урлашҡан.

Аҙнай олоҫона инә (Стәрлетамаҡ кантоны).

1925 йылда ауыл юҡҡа сыға, сөнки бында йәшәүселәр, көнбайышҡа табан 3 километрҙа ятҡан Ирек ауылына күсенә, ул 1934 йылда ишембай ҡалаһы составына индерелә.

1925 йылда ауыл юҡҡа сығыуға ҡарамаҫтан, рәсми документтарҙа уның элекке исеме һаҡлана. Иректә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, күсенеп ултырғандар Түбәнге Бурансы ауылы кешеләре булып иҫәпләнә.

1834 йылдан ауыл халҡының һаны арта бара. VIII рәүиз сараларын үткәреү мәленә 7 ғаиләлә 82 кеше иҫәпләнә. Үрге Бурансы ауылында 12 йортта 129 кеше теркәлә. X рәүиз мәғлүмәттәре буйынса 20 йортта 211 кеше йәшәй. Ә бына иҫке ауылда 30 йортта 132 генә кеше теркәлеү үтә. 1920 йылда Түбәнге Бурансы ауылы кешеләренең һаны 335 кешегә етә, ә Үрге Бурансыла — 192 кеше; йорттар ҙа ярашлы рәүештә 35 һәм 64 була.


1932 йылда асылған Ишембай нефть ятҡылығын И. М. Губкин, Түбәнге Бурансы нефть ятҡылығы, тип атаған була[3]:

Ишембай нефть ятҡылығы, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Түбәнге Бурансы ятҡылығы тип тә атала, ул Ағиҙел йылғаһы буйлап Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 18 км алыҫлыҡта урынлаша.

Был төбәктә нефть ятҡылығының булыу ихтималлығы тураһында ХХ быуат башында уҡ бәхәстәр бара[4].

Бынан алда Ф. И. Кандыкин Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәтенә түбәндәге мәғлүмәтте еткерә:

«Ярман күл менән Ишембай ауылы янында нефть билдәләре табылыуы инҡар ителмәй, Түбәнге Бурансы нефть ятҡылығы тураһындағы мәсьәлә лә ошоға тиклем аныҡланмай тора».

http://www.outp.ru/book_view.jsp?idn=006641&page=88&format=html

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ишимбай — это город? (ч. II), 2016
  2. Буранчино, Нижнебуранчино | Генеалогия и архивы
  3. Блохин А.А. Основные итоги и задачи разведки Ишимбаевского месторождения нефти // Нефтяное хозяйство. — 1934. — Т. № 6.
  4. Кандыкин Ф. И. Нижне-Буранчинское месторождение в Стерлитамакском уезде, Уфимской губернии (рус.) // Записки Уральского общества любителей естествознания. — 1907. — Т. № 16.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]