Түбәнге Лапаҫ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Түбәнге Лапаҫ (башҡ. Түбәнге Лапаҫ) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районының бөтөрөлгән ауылы. Юҡҡа сығарылған йылға ҡарата Арыҫлан ауыл советы составына инә. Башҡорттар йәшәгән (1959, 1972).

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа табан 37 километрҙа һәм тимер юлдан, Һилейә станцияһынан (Силәбе өлкәһе) төньяҡ-көнсығышҡа табан 30 км алыҫлыҡта, Әй йылғаһы буйында урынлашҡан.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алыҫлығы (1972 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса) :

  • район үҙәге (Үрге Ҡыйғы): 37 км,
  • ауыл советы үҙәге (Арыҫлан): 12 км,
  • яҡындағы тимер юл станцияһы (Һилейә): 30 км.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға XIX быуат аҙағында Ҡолбаҡ ауылын 2 тораҡ пунктҡа: Үрге һәм Түбәнге Лапаҫҡа, бүлгәндән һуң нигеҙ һалына

1950-се йылдар аҙағына тиклем Аҫылғужа ауыл советы составына ингән.

1980-се йылдар уртаһына тиклем йәшәй.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1896 һәм 1906 йылдарҙа 114 кеше иҫәпләнә, 1920 йылда — 218 ( Үрге Лапаҫ ауылы халҡы менән бергә иҫәпкә алынған), 1939 —180, 1959—125, 1969 —125 кешен йәшәгән.

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғи ыҙанда йәки өйкөмдә боронғо (йәше яҡынса 5 мең йыл) ҡаяға төшөрөлгән сәнғәт ҡомартҡыһы—Үрге Лапаҫ яҙыуы урынлашҡан.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]