Түбәнге Саксония

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Түбәнге Саксония штаты әләме

Түбәнге Саксония (нем. NiedersachsenГермания федераль штаты. Административ үҙәге — Һанновер ҡалаһы. Был штат Төньяҡ дингеҙ менән йыуыла.

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Тарихы

Штат 1946 йылда Пруссияның Һанновер провинцияһына, Ольденбург, Брауншвейг, Шаумбург-Липпе кеүек, немец ерҙәре ҡушылғас барлыҡҡа килә.

[үҙгәртергә] География

Түбәнге Саксония ҙурлығы буйынса Бавариянан ҡалышып Германияла икенсе урында тора. Төньяғы Төньяҡ диңгеҙе менән сиктәш, көньяҡ-көнсығышы Гарц тауҙары менән сикләнгән. Түбәнге Саксонияның ҙур өлөшө тигеҙлектә урынлашҡан. Түбәнге Саксонияның Люнебург далаһы (урыҫ. Люнебургская пустошь нем. Lüneburger Heide) тигән билдәле өлөшө Һарц тауҙары һәм Төньяҡ диңгеҙе араһында урынлашҡан.

[үҙгәртергә] Ауыл хужалығы

Балсыҡлы-ҡомло ер булғанлыҡтан ауыл хужалығы яҡшы үҫешкән. Бөртөклө культураларҙан башҡа рапс (әүернә сәскәһе), шәкәр сөгөлдөрө, салат, кәбеҫтә, кишер, спаржа (себен ҡыуағы үләне) һәм йәшел кәбеҫтәҫтә үҫтерелә. Түбәнге Саксонияның төньяғында, игенселек һәммалсылыҡтан башҡа емеш үҫтереү ҙур роль уйнай.

[үҙгәртергә] Сәйәсәт

1946 йылдан башлап Түбәнге Саксонияның премьер-министрҙары:

[үҙгәртергә] Иҡдисат

  • Йән башына бурысы 6 018 € (2002)
  • Дөйөм бурысы: 48 миллиард € (2002)

Түбәнге Саксонияның иҡдисады ауыл хужалығына бәйле, шулайҙа автомобильдәр төҙөү үҫешкән, мәҫәлән Фольксваген (VW) Вольфсбург ҡалаһында.

[үҙгәртергә] Фән

Түбәнге Саксонияның иң әһәмиәтле фән учереждениелары Гёттинген ҡалаһында Георг-Август университеты, Брауншвейг техник университеты (de:Technische Universität Braunschweig), (de:Medizinische Hochschule Hannover), Һанновер ветеринария институты (de:Tierärztliche Hochschule Hannover) һ.б.



Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә