Түбәнкүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Түбәнкүл
Түбән күл
Рәсми атамаһы Түбән күл
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Түбәнкүл (урыҫ. Тубанкуль) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Иҫке Туймазы ауыл советының юҡҡа сыҡҡан ауылы. 1982 йылда Туймазы ҡалаһы составына инә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға нигеҙ Бәләбәй кантоны биләмәһендә 1920-се йылдар аҙағында һалына. Колхоз ойошторола, шуға бәйле күмәк хужалыҡтың сәсеүлек, сабынлыҡ ерҙәре аныҡлана. Ауылда төпләнеп йәшәгән һәр ғаиләгә йорт, картуфлыҡ, сабынлыҡ өсөн ер бүленә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1982 йылдың 25 февралендәге 6-2/63-сө һанлы «Туймазы районының Иҫке Туймазы ауыл советына ҡараған Түбәнкүл ауылын Туймазы ҡалаһы эсенә индереү тураһындағы» Указына түбәндәгесә яҙылған:

«Туймазы районының Иҫке Туймазы ауыл советына ҡараған Түбәнкүл ауылын Туймазы ҡалаһы эсенә индерергә, уны административ-территориаль бүленеш буйынса иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға

Өфө, 1982 йылдың 25 феврале»[1].

Хәҙер элекке ауыл биләмәһе — Туймазы ҡалаһының Түбәнкүл биҫтәһе[2][3]

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туймазы шишмәһе ағып ята.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1939 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Түбәнкүл ауылында 293 кеше, ә 1959 йылдағы мәғлүмәттәр буйынса 368 кеше йәшәй. Халыҡ, башлыса, "Түбәнкүл" колхозында эшләй. Ауылда мәктәп йәшендәге балаларға мәктәп, мәҙәни саралар өсөн клуб була.

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл хужалығы үҫешкән була. «Түбәнкүл» колхозы ойошторолоуға бәйле ауылға нигеҙ һалына.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]