Тәгәрлек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Тәгәрлек
Тәгәрлек
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Көйөлдө һымаҡтар
Ғаилә: Көйөлдөләр
Ырыу: Тәгәрлек
Төр: Тәгәрлек
Латинса исеме
Vanellus vanellus
Linnaeus, 1758
ITIS 176481
Vanellus vanellus

Тәгәрлек (Vanellus vanellus, урыҫ. чибиц йәки пигалица) – ржанка һымаҡтар ғаиләһендәге ҙур булмаған (өйрәктән бәләкәйерәк) һаҙ ҡошо.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Башында оҙон ҡара ҡауырһын супайы, һырты менән түше йәшкелт төҫтә була. Түбәһе, муйынының алғы яғы, түшенең алғы өлөшө, ҡойроҡ төбө аҡ. Ҡыш көнө ҡаурыйҙары күберәк аҡ төҫтә була. Был ҡош һауала төрлө хәрәкәттәр яһап, баш түбән дә әйләнеп китеп осҡан өсөн Башҡортостанда тәгәрлек, тәгәрләүек, кеҙгет тип тә йөрөтәләр. Башындағы оҙон ҡара ҡаурһындарын бер күтәреп, бер төшөрөп йөрөй.

Туҡланыуы[үҙгәртергә]

Бөжәктәр, ямғыр селәүсене, ҡусҡар, үлән орлоҡтары менән туҡлана.

Тереклек итеүе[үҙгәртергә]

Тәгәрлек Атлантик океандан Тын океанға тиклем таралған. Күсмә ҡош. Урта диңгеҙ бассейнында, Кесе Азияла, Төньяҡ Һиндостан, Ҡытай һәм Японияла ҡышлау урыны. Ояһын, ғәҙәттә, ерҙә ҡора. Ҡыҙғылт һәм ҡара төрткөләр менән сыбарланған 4 бөртөк йәшкелт һәмһарғылт-көрән йомортҡа һала.