Тәүәкән мәктәбе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәүәкән мәктәбе
Ҡыҫҡаса исеме

Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Адресы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Күгәрсен районы, Тәүәкән ауылы

Сайт

https://shkolatavakan.02edu.ru/

Тәүәкән мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында Сәнкем урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан уҡыу йорто

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

« Тәүәкән ауылында мәктәп-мәҙрәсә 1914 йылда асыла. Совет осоронда иһә белем биреү йүнәлеше үҙгәреп, 1918 йылда яңы мәктәп барлыҡҡа килә. Тәүге уҡытыусы Әхмәҙулла Әбдрәхимов заманына күрә төплө белем эйәһе, оҫта ҡуллы, ижади ҡарашлы рәссам була. 1923 йылда 4 йыллыҡ мәктәптең яңы бинаһы төҙөлә һәм етәксеһе итеп Суфий Ҡаразбаев тәғәйенләнә.

Ете йыллыҡ мәктәп иһә Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас ҡына барлыҡҡа килә. Уҡытыусылар Яхъя Ульябаев, ирле-ҡатынлы Әбүшахмиевтар, Рәхмәтулла Вәхитов, Әхмәтғәли Йәнғолов балаларға белем биреүҙән тыш, үҙешмәкәр ижади түңәрәктәр ҙә алып бара, мәктәп баҡсаһында йәшелсә-емеш үҫтереүҙе башлап ебәрә. Һуғышҡа тиклем мәктәптә Вәли Ғиззәт улы Зәйнуллин да эшләй. Ул тәүге балалар баҡсаһын ойоштороусы ла[1].

»

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Хәмзә Дәүләтшин
  • Ришат Мәғизов
  • Рәшит Бикмөхәмәтов
  • Әхмәҙиә Яхин
  • Ғимран Ибраһимов
  • Ҡараҙбаева Альбина Фәнис ҡыҙы
  • Ҡараҙбаев Йәмил Винер улы

Уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡараҙбаева Альбина Фәнис ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Яхина Ғәлиә Ғирфан ҡыҙы — директорҙың уҡыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, башланғыс кластар уҡытыусыһы.
  • Буранбаева Ильмира Ғәйфулла ҡыҙы — директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары, туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы,
  • Бикбов Азат Фираит улы — математика, физика уҡытыусыһы
  • Бикбова Гүзәл Әбүбәғәли ҡыҙы — математика уҡытыусыһы
  • Дәүләтбаев Илшат Хәлил улы — физик культура, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы
  • Искәндәрова Зилиә Фәнил ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Ҡараҙбаев Йәмил Винер улы — география, технология, информатика һәм ИКТ уҡытыусыһы
  • Ҡараҙбаева Гөлнара Марат ҡыҙы — технология, музыка, физик культура уҡытыусыһы
  • Ҡараҙбаева Гөлсинә Фирәйет ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Сәлихова Гөлназ Салауат ҡыҙы — башҡорт теле һәм башҡорт әҙәбиәте уҡытыусыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2012» төбәк-ара конкурсының «Юғары педагогик оҫталыҡ өсөн» номинацияһында еңеүсе
  • Төхвәтуллина Зилиә Әнүәр ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Хөсәйенова Фирүзә Тәлғәт ҡыҙы — тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, немец теле уҡытыусыһы
  • Шәһәрова Рәмилә Рәмил ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Дәүләтбаева Фәриҙә Салауат ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
  • Ҡараҙбаева Ләйсән Мәхмүт ҡыҙы — уҡытыусы, биология, химия, һынлы сәнғәт[2]
  • Яхина Ғәлиә Ғирфан ҡыҙы — учитель начальные классы

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәпте тамамлап, башҡа мәктәптәрҙә эшләүсе уҡыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәктәптең ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]