Уйылды (Ҡыштым ҡала округы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уйылды
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыштым ҡала округы[1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 385 кеше (2010)[2]
Почта индексы 456867
Карта
 Уйылды Викимилектә

Уйылды (рус. Увильды Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Ҡыштым ҡала округындағы ҡасаба.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйылды ҡасабаһы шул уҡ исемле күлдең төньяҡ -көнсығыш яры буйында, Ҡыштым ҡала окургының үҙәгенән 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйылды менән йәнәш Кәзә ҡултығы, шулай уҡ Вязовый ярымутрауы ята[3].

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйылды ауылының исеме Уйылды күле исеменән сыҡҡан. Этимологияһы буйынса күлдең Уелдекуль, Уелдекул исемдәре лә килтерелә. Бынан топонимдың ике башҡорт һүҙенән: «уйылды» һәм «күл» һүҙҙәренән тороуы күренә. Топоним «уйпаттағы күл» йәки «убылған (уйылған) күл» тигәнде аңлатыуы ихтимал.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйылды ауылына 1932 йылда нигеҙ һалынған. Тәүҙә урындағы халыҡ Уйылды күле ярында балык кәсептәре менән шөғөлләнгән. Һуғыштан һуң, 1949 йылдарҙа, ҡасабала «Вязовый утрауы» ял йорто асыла[4]. 1977 йылда асылған СССР Эске Эштәр министрлығының, ә аҙаҡ Рәсәйҙең «Урман Күле» шифаханаһы асыла[5]. 2014 йылда шифаханала һуңғы күләмле ремонт башҡарыла

Хәҙер ҡасаба туризм иҫәбенә йәшәй.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2010[7]
470385

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡасабала халыҡ һаны 2010 йылда 385 кеше тәшкил иткән (176 ир-егет һәм 209 ҡатын-ҡыҙ).

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Клавдия Плужник һәйкәле

Уйылды күле — Урал тауы итәгендә ҡарағайлыҡ араһындағы уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.

Ҡасабала хәрби шәфҡәт туташы Плужник Клавдия Алексеевнаға һәйкәл ҡуйылған[8].

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Урман Күле» шифаханаһы бар[9]. Ҡасабанан алыҫ түгел «Бунчук» ял базаһы урынлашҡан[10]. Уйылды ҡасабаһы территорияһында бер нисә туҡталыштан торған автобус селтәре үҫешкән. Ҡасабала бер нисә магазин эшләй. Ҡасабаның яры буйында кәмәләр өсөн бер нисә пристань урынлашҡан.

Урам селтәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйылды ҡасабаһы урам селтәре 11 урамдан тора[11].

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://www.webcitation.org/6NLnfKMH0?url=http://chelstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/chelstat/resources/66820f804e9e868b9ba79b8e65563e6a/%D0%A2%D0%BE%D0%BC+1.+%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%B8+%D1%80%D0%B0%D0%B7%D0%BC%D0%B5%D1%89%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D0
  3. Wikimapia - Let's describe the whole world! wikimapia.org. Дата обращения: 13 ғинуар 2020.
  4. Санаторий МВД "Лесное озеро" на берегах чудотворного озера Увильды: расположение, официальный сайт, отзывы. Санатории МВД (26 июнь 2018). Дата обращения: 16 май 2020.
  5. Санаторий Лесное Озеро. Санаторий Лесное Озеро. Дата обращения: 16 май 2020.
  6. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  7. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  8. Военное медсестре установили новый памятник. www.1obl.ru. Дата обращения: 15 май 2020.
  9. Главная. Дата обращения: 30 ноября 2019.
  10. База отдыха «Бунчук» располагается на берегу жемчужины Урала – Озере Увильды. У нас вам понравится проводить время!. bunchuk.aorz.ru. Дата обращения: 30 ноября 2019.
  11. Регионы России → Челябинская обл. → Кыштым г. → Увильды п.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]