Ун дүртенсе йылдың авгусы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ун дүртенсе йылдың авгусыурыҫ яҙыусыһы Александр Солженицындың Көнсығыш Пруссияла Танненберг эргәһендәге ҡаты алышта Урыҫ император армияһы ғәскәрҙәренең еңелеүен тасуирлаған романы. Романды 1970 йылда тамамлаған, тәүге тапҡыр 1971 йылда баҫылып сыҡҡан. 1972 йылда инглиз теленә тәржемә ителгән[1]. Был роман — художестволы уйҙырма һәм хикәйәләү тарихнамә ҡатнашмаһы сағылышы. Әҫәр әҙәбиәтселәр араһында ла, тарихсылар араһында ла киң һәм көсөргәнешле бәхәс тыуҙырҙы.

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Генераль штаб офицеры, полковник Воротынцевты бөйөк кенәз Николай Николаевич (бөтә ҡоро ер һәм диңгеҙ көстәре Юғары баш командующийы) Көнсығыш Пруссияла һөжүм иткән генерал Александр Самсоновтың 2-се армияһы штабына вазифаға тәғәйенләй. Воротынцев 2-се армияның командованиеһында нимә булғанын асыҡларға һәм һуңынан бөйөк кенәзгә шуны еткерергә тейеш була. Генераль штабтың икенсе полковнигы шундай уҡ миссия менән 1-се армияға ебәрелә.

Аралар артыҡ алыҫ булып сыға, хатта бәйләнеш яйға һалынмаған, ә рәсәй армияһы, дөйөм алғанда, һуғышҡа насар әҙерләнгән. 26 августа, дүрт көн буйы барған Танненберг янындағы ҡаты алыш башланған көндө, Воротынцев һуғыш барышына йоғонто яһай алмаҫын, Ставкаға ҡайтып өлгөрмәҫен аңлай, һәм шуға күрә, фекерҙәштәренә нисек булһа ла ярҙам итеү маҡсатында, ғәскәрҙәр менән ҡала.

Армияның еңелеү масштабынан ғәрлек ғазабы кисергәнлектән һәм батшаға был турала хәбәр итеүҙән ҡурҡҡанлыҡтан, Самсонов үҙенә үҙе ҡул һала. Уның, ҡулында револьверы булған, мәйетен немец эҙәрмән отряды таба.

Һуғыш яланында ла, тылда ла башҡа персонаждар ҡатнашҡан күп һанлы өҫтәмә сюжет һыҙыҡтары романды эпопеяға әйләндерә.

Һуңғы баҫмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1984 йылда романдың Гарри Уиллеттс инглиз теленә тәржемә иткән байтаҡҡа киңәйтелгән яңы редакцияһы баҫылып сыға. Уға «Ленин Цюрихта» тигән айырым йыйынтыҡта баҫылған ленин бүлектәре, премьер-министр Столыпин һәм уны үлтергән Богров тураһындағы бер нисә бүлек индерелә[2].

Цикл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Роман 800-ҙән ашыу биттән тора һәм «үлсәп бирелгән мөҙҙәттә хикәйәләү» (яҙыусы жанрын үҙе шулай билдәләй) «Ҡыҙыл тәгәрмәс»тең башы тип һанала. Романдың «Ун алтынсы йылдың октябре» исеме аҫтында сыҡҡан дауамын автор, тәүге өлөшө баҫылғандан һуң ун йыл үткәс, яҙа.

Адаптациялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2014 йылдың авгусында Беренсе донъя һуғышының[3] йөҙ йыллығына бағышлап, BBC Cymru Wales китаптың ике сәғәтлек аудиофаразын тапшыра. BBC Radio 3 уны ҡабатлап тапшыра.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Alexandr Solzhenitsyn - Biographical. www.nobelprize.org. Дата обращения: 12 июнь 2017.
  2. Solzhenit︠s︡yn AI, Jr. EE, Mahoney DJ.
  3. BBC Radio 3 - Drama on 3, August 1914 (24 ғинуар 2016). Дата обращения: 5 март 2016.