Урал лаготисы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урал лаготисы
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы L. uralensis
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Lagotis uralensis Schischk., 1955
Таксономия рангыһы Төр
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон Лаготис
 Урал лаготисы Викимилектә

Урал лаготисы[1] (лат. Lagotis uralensis) —  ике өлөшлө үҫемлектәр төрө , Лаготис (Lagotis) Юл япрағы һымаҡтар ғаиләһенә ҡарай (Plantaginaceae). Был үҫемлектең үҙенсәлектәре беренсе тапҡыр 1955 йылда Рәсәй  ботанигы Борис Константинович Шишкин тарафынан   яҙылған.[2][3].

Таралған урыны һәм тирә-яҡ мөхите[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй эндемигы,  Төмән өлкәһендә, Уралда [4]  һәм илдең Европа өлөшөндә билдәле[5].

Йылға ярҙарында,сфагн бологтарында , тундраларҙа үҫә, [4].

Ботаник һүрәтләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вертикаль рәүешле ҡыҫҡа тамырлы яланғас тәнле үҫемлек[4].

Һабағының бейеклеге 15-40 см[4].

Тамырына яҡын үҫкән япраҡтары киң генә,  йомортҡа формаһында, ситтәре тотош йәки теш кеүек семәрле; һабағындағы япраҡтары һабаҡҡа яҡын һылашҡан, тамыры янында үҫкәндәренән бәләкәйерәк һәм бер береһенә ҡапма-ҡаршы урынлашҡан[4].

Сәскәләренең формаһы башаҡ төҫлө, тығыҙ ,сәскәләре аҡһыл төҫтәге тажға оҡшаған, цилиндрға оҡшаған көпшәнән сыҡҡан [4].

Тәбиғәттә һаҡлау шарттары [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урал лаготисы - Свердловск, Төмән һәм Силәбе өлкәләре, Башҡортостан республикаһы, Ырымбур өлкәһе, Коми һәм Ханты-Манси автономиялы  округтарының Ҡыҙыл китаптарына  индерелгән үҫемлек[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Лаготис уральский 2016 йыл 15 ноябрь архивланған.: информация о таксоне в проекте «Плантариум» (определителе растений и иллюстрированном атласе видов).
  2. Lagotis uralensis Schischk. 2020 йыл 11 декабрь архивланған.
  3. Tropicos | Name - Lagotis uralensis Schischk
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 FLORA 2020 йыл 14 декабрь архивланған.
  5. Catalogue of Life : Lagotis uralensis Schischk