Урал өлкәһе (1917—1919)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урал өлкәһе
Нигеҙләү датаһы 1917
Дәүләт  Совет Рәсәйе
 Рәсәй республикаһы
Административ үҙәк Екатеринбург
Административ-территориаль берәмек Совет Рәсәйе һәм Рәсәй республикаһы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1919

Урал өлкәһе — Рәсәй республикаһында һәм Совет Рәсәйендә 1917 йылдың майынан 1919 йылдың ғинуарына тиклем ғәмәлдә булған Советтарҙың өлкә берекмәһе. Урал өлкәһе составына Пермь, Вятка, Өфө губерналары территорияһы һәм Ырымбур губернаһы территорияһының өлөшө инә. Үҙәге — Екатеринбург[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылдың май айында Пермдә үткән 1-се Урал өлкәһе Советтары съезы етәксе орган — өлкә башҡарма комитетын һайлай. 1918 йылдың ғинуар аҙағында үткән 3-сө өлкә Советтар съезында 148 делегат ҡатнаша, улар араһында 119 делегат большевиктарҙан, ҡалғандары башҡа партиялар вәкилдәре була. Был съезда Урал комиссарҙары өлкә Советы сойошторола. Унда инәләр[1]: большевиктарҙан:

  • Рәйесе — Н. Н. Крестинский (һуңынан А. Г. Белобородов),
  • Идаралыҡ комиссары — И. Я Тунтул,
  • Финанс комиссары — Ф. Ф. Сыромолотов,
  • Хеҙмәт комиссары — И. М. Малышев (һуңынан А. А. Андреев),
  • Производство комиссары — В. Н. Андронников,
  • Хәрби комиссар — Ф. И. Голощекин,
  • Тәьминәт комиссары — П. Л. Войков;

һул эсерҙарҙан:

  • Игенселек комиссары — В. И. Хотимский,
  • Халыҡ хужалығы комиссары — Сахнович,
  • Мәғариф комиссары — И. Х. Поляков.

Урал өлкә Советы органдарында большевиктар вәкилдәренең эшмәкәрлеге РСДРП(б) — РКП(б.) Урал өлкә комитеты етәкселегендә бара. Комиссарҙар Советы, бөтөрөлгән ҡала һәм земство үҙидаралығы урынына, совет власы органдары булдырыу, Урал тау сәнәғәте идаралығын, тимер юл транспорты эшен, тәү сиратта хәрби производство менән бәйле сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеген ойоштороу менән шөғөлләнә. Өлкә хәрби комиссариаты Урал өлкәһендә Ҡыҙыл армия частәрен ойоштороу буйынса эштәрҙе берләштерә. «Известия Уральского областного совета» баҫма орган булып тора[1][2]. 1918 йылдың июль урталарында, Чехословак корпусы һәм аҡ Себер армияһы һөжүме менән бәйле, Екатеринбургтың ҡолатылыу ҡурҡынысы барлыҡҡа килә. Урал өлкә Советы ҡарары буйынса, 1918 йылдың 16 июленән 17июленә ҡарай төндә, элекке Рәсәй императоры Николай II ғаиләһе һәм хеҙмәтселәре менән бергә атып үлтерелә. Рәсми совет фаразына ярашлы, был ҡарар өлкә Советы Президиумы тарафынан үҙ аллы ҡабул ителгән. Ҡайһы бер тарихсылар фекере буйынса, Николая II батшаны атыуға большевиктар етәкселеге санкцияһы алынған[3], ләкин бындай санкциялар тураһында бер ниндәй ҙә документаль дәлилдәр йәки иҫтәлектәр билдәле түгел.

1918 йылдың йәйендә Урал өлкә Советы Төмәнгә күсә. 29 августа Урал территорияһында хәрби-сәйәси эште ойоштороу өсөн биш кешенән торған коллегия төҙөлә. Уны Голощекин етәкләй. 1918 йылдың декабрь аҙағында аҡ армия Пермде ала. Советтарҙың өлкә органы Вяткаға эвакуациялана. Колчак ғәскәре бөтә Уралды тиерлек биләгәндән һуң, ғәмәлдә өлкә Советының эшмәкәрлеге туҡтай. 1919 йылдың ғинуарында ЦК РКП(б) һәм ВЦИК өлкә структураларын таратыу һәм Урал өлкәһен бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул итә[1][4][5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Уральская область // Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия.
  2. Отрядная война // Революция защищается. — Свердловск: Сред.-Урал. кн. изд-во, 1989
  3. Г. Иоффе «Филиппов суд». По чьему распоряжению была расстреляна царская семья? «Наука и жизнь», N8, 2010
  4. Областные объединения советов // Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия.
  5. История гражданской войны в СССР, т. 3, М., 1958. С. 603—604

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия. М.: Советская энциклопедия, 1983.
  • История гражданской войны в СССР, т. 3, М., 1958.
  • Революция защищается. — Свердловск: Сред.-Урал. кн. изд-во, 1989.