Фашизм ҡорбандары мемориалы (Шахты)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Фашизм ҡорбандары мемориалы
Ил Рәсәй
Ҡала Шахты
Скульптор И. И. Резниченко
Архитектор Р. А. Муродян
Төҙөлгән ваҡыты 1975 йыл
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6101333000объект № 6101333000

1975

Фашизм ҡорбандары мемориалы — Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһындағы һәйкәл.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Шахты ҡалаһын 1942 йылдың 22 июленән алып 1943 йылдың 12 февраленә тиклем Гитлер ғәскәрҙәре оккупациялай. Фашистар ҡалала үҙ тәртиптәрен урынлаштыра башлай, ләкин ҡала халҡы ҡаршылаша. Оккупанттар тиҙ арала ҡалала таш күмер сәнәғәтен тергеҙергә теләй. Таусылар быға ҡаршы була. Шул ваҡыт фашистар таусыларҙы ғаиләләре менән ҡулға ала башлай. Красин исемендәге шахта шурфы улар өсөн туғандар ҡәберлегенә әйләнә. Ҡала халҡын махсус йыһазландырылған майҙандарға ҡыуып килтерәләр һәм аталар, ә күптәрен шахтаға тере көйө ташлайҙар. 1942 йылдың 5 октябрендә Шахты подпольеһы етәкселәренең береһе Клименко Иван Тимофеевич ҡулға алына. Фашистар уны язалау өсөн шахта шурфы янына килтерәләр. Ул ғорур рәүештә оккупанттарға: «Еңеү барыбер Ҡыҙыл Армия яғында буласаҡ!», тип ҡысҡыра. Иван Тимофеевич фашисты эләктереп ала ла, уның менән бергә шахта үҙәгенә ташлана. Шундай уҡ батырлыҡты подпольела эшләүсе Ольга Андреевна Мешкова эшләй. 1942 йылдың ҡышында ул балаларын күреү өсөн йәшерен рәүештә өйөнә ҡайта. Ләкин гестаповсылар уны эҙәрлекләйҙәр һәм тотоп алалар. Атыр алдынан бер гестаповсы уның мамыҡ шәлен сисеп алырға теләй. Ләкин Ольга язалаусыны эләктереп ала һәм уның менән бергә шахта шурфына ташлана. Хәҙер Октябрь революцияһы ҡасабаһында мәҙәниәт Һарайы уның исемен йөрөтә (Михайлов урамы, 23). Оккупация ваҡытында 3500-ҙән артыҡ ҡала халҡын Красин исемендәге шахта үҙәгенә ырғыталар.

1943 йылдың 10 мартында патриот-шахтылыларҙың иҫтәлеген мәңгеләштерергә ҡарар ҡабул ителә. Фажиғәле ваҡиғалар булған урында, Красин исемендәге шахта үҙәге эргәһендә фашизм ҡорбандарына беренсе һәйкәл ҡуйыла. Был йондоҙ ҡуйылған ағас пирамида була. 1959 йылда уның урынына обелиск (авторы С. Ф. Комаров), ә 1975 йылда Еңеүҙең 30-йыллығы хөрмәтенә Фашизм ҡорбандарына мемориал ҡуйыла. Мәңгелек утты тоҡандырыу хоҡуғы О. А. Мешкованың ҡыҙы — А. С. Сидельниковаға һәм Шахты подпольеһында эшләүсе Н. И. Гудковтың улы — Николай Гудковҡа бирелә.

Һүрәтләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мемориалдың үҙәгендә — 8 метрлыҡ хәсрәтле шахтер фигураһы, ул ике обелиск араһында. Обелисктар шахта янындағы убаны символлаштыралар. Шахтерҙың ҡулында Мәңгелек ут алдыры, ул уны юғары күтәргән. Скульптура төркөмөнән һулда — ҡәберлек стенаһы. Уның уйымдарында шахтёр каскалары урынлаштырылған. Шунда уҡ — ҡара лабрадориттан эшләнгән фашизм ҡорбандары иҫтәлегенә ҡәбер ташы. Мемориал авторы — Ростов архитекторы Р. А. Муродян һәм скульптор И. И. Резниченко. Фашизм ҡорбандары мемориаль комплексы — Көнсығыш Донбасс территорияһында иң ҙур туғандар ҡәберлегенең береһе.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ершова, Н. Опалённые огнём войны: [мемориал жертвам фашизма в пос. им. Красина]/ Н.Ершова // Шахтинские известия. — 2007. — № 85 (5 мая.). — С. 2.
  • Захаров, А. Вечная слава героям: [открытие мемориала жертвам фашизма на шахте им. Красина]/ А.Захаров // Ленинское знамя. — 1975. — 10 мая. — С. 2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]