Фекерләшеү:Мортазин Һарун Фәүәрис улы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

- Мортазиндар һәм башҡа башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусылар тураһында бер генә китап - ул А. Ярмуллиндың китабы. Башҡа сығанаҡтар юҡ. 2017 йылдың июленән Ярмуллин менән яҙышабыҙ, үҙенең ваҡыты булмау сәбәпле, википедияға индереүҙе һораны. Һәр яңы китабының электрон вариантын ебәреп торҙо. Әгәр ҙә өҫтәмә мәғлүмәттәр тапһағыҙ, өҫтәгеҙ, пожалуйста. Әгәр, хоҡуҡтар боҙола икән, алып ташлағыҙ. Бәлки, үҙе яҙыр тигән өмөттәмен --Тутыйғош (әңгәмә) 16:43, 21 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]

Тутыйғош, Берҙән, сығанаҡ берәү генә түгел. «Военная история башкир» энциклопедияһы, тағы ла Муса Мортазиндың да китабы бар, Азат та шул китапҡа нигеҙләнеп үҙ фараздарын яҙа. Икенсенән, Википедияға икенсе китаптан мәғлүмәтте һүҙмә-һүҙ, бөтөнләй үҙгәртмәйсә күсереп яҙырға ярамай. Бер генә сығанаҡта булған мәғлүмәткә нигеҙләнеп тә тексты яңы иншала, үҙегеҙҙең тасуирламала яҙырға була. Һүҙмә-һүҙ күсреп яҙыу «Автор хоҡуҡтарын боҙоу» (АХБ) тип баһалана. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:50, 22 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
Сағыштырыу
Автор хоҡуғы боҙолған текст Автор хоҡуғы боҙолмаған текст
Мортазин Һарун Фәүәрис улы (1893-?) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Айырым башҡорт кавалерия бригадаһында взвод командиры (1920).

Мортазин Һарун Фәүәрис улы 1893 1883 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Тиләү улусы Көсөк ауылында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылында тыуған. Муса Мортазиндың ике туған ағаһы, Әхмәҙей Мортазиндың бер туған ҡустыһы.

Һарун Мортазин 1918 йылдан алып Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкында хеҙмәт иткән булһа кәрәк[1]. Артабан ошо полк составында ҡыҙылдар яғына сығып, 1919 йылдың март аҙағында, Муса Мортазин менән кире аҡтар яғына күсеп, август аҙағында Башҡорт кавалерия бригадаһы сафында ҡабат ҡыҙылдар яғына сыға. 1920 йылда ул Муса Мортазиндың кавалерия бригадаһында взвод командиры булып йөрөй.

М. Мортазин, үҙенең китабында яҙыуынса, Һарун Мортазин Польша фронтында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән. Әммә Әммә "РСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм почетлы революцион ҡоралы менән наградланғандар исемлеге"ндә (Мәскәү, 1926) уның исем-фамилияһы күрһәтелмәгән. Ләкин был китапта тулы исемлек бирелгән тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, М. Мортазиндың исемлегендә Айырым Башҡорт уҡсы бригадаһы штабы начальнигы Заһит Гәрәев Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән тип телгә алына. Әммә был исемлектә, мәҫәлән, Заһит Гәрәевтың да исеме юҡ, ләкин уның был орденға лайыҡ булыуы тураһында ышаныслы мәғлүмәттәр бар. Шуға уның исеме инмәй ҡалғандыр тип фекер йөрөтөргә урын бар[2].

Муса Мортазин Һарунды үҙенең китабында килтергән исемлектә «яу ҡырында һәләк булды» тип яҙмай, «үлде» тип телгә ала. Тимәк, Һарун Мортазин, Польша фронтынан иҫән ҡайтҡан. Һарун Мортазиндың Граждандар һуғышынан һуңғы тормошо билдәһеҙ, 1920—1927 йылдар араһында донъя ҡуйған.

Мортазин Һарун Фәүәрис улы (1893-?) — Граждандар һуғышында ҡатнашыусы, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Айырым башҡорт кавалерия бригадаһында взвод командиры (1920).

Биографияһы[сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәхестең биографияһы тулыһынса асыҡланмаған.

Һарун Фәүәрис улы Мортазин 1893 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Тиләү улусы Көсөк, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылында тыуған[1].

Һарун Мортазин 1918 йылдан алып Әмир Ҡарамышев исемендәге 1-се Башҡорт кавалерия полкында хеҙмәт итеү ихтималлығы билдәленә. Артабан ошо полк составында 1919 йылдың февраль айында башта ҡыҙылдар, ә бер айҙан һуң, март аҙағында, Муса Мортазин менән бергә кире аҡтар яғына сыға. Шул уҡ йылдың август айында Башҡорт кавалерия бригадаһы ҡыҙылдар яғына сыға, бригада сафында Һарун Мортазин да була. 1920 йылда ул Муса Мортазин командалағындаға Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһында взвод командиры була[1].

Муса Мортазиндың «Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну» китабындағы мәғлүмәт буйынса Һарун Фәүәрис улы Польша фронтында күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеүгә тәҡдим ителгән[2]. Рәсми сығанаҡта, «РСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм почетлы революцион ҡоралы менән наградланғандар исемлеге» (Мәскәү, 1927) китабында[3] Һарун Мортазин күрһәтелмәгән. Мәскәүҙә нәшер ителгән белешмә сығанаҡта тағы бер кешенең, Заһит Гәрәевтың булмауын, шул уҡ ваҡытта уның Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләне ышаныслы сығанаҡтарҙа һәм Муса Мортазиндың китабында телгә алыныуына нигеҙләнеп тарихсы Азат Ярмуллин Һарун Мортазиндың 1926 йылғы китапҡа инмәй ҡалыуы мөмкин тип фаразлай[1].

Һарун Мортазиндың вафат булыу датаһы асыҡланмаған. Муса Мортазинда китабында «үлде» тип телгә алына. Азат Ярмуллин Һарун Мортазиндың Польша фронтынан иҫән ҡайтыуын һәм 1920—1927 йылдар араһында донъя ҡуйыуын фаразлай[1].


Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеүе тураһында[сығанаҡты үҙгәртеү]

Муса Мортазиндың китабындағы исемлектә Һарун Мортазин орден менән «Награжден» тип түгел, ә «Представлен» тип яҙылған. Бүләкләнгәндәр ҡаршыһында "Награжден" тип яҙылған. Тимәк Һарун Мортазин орден менән бүләкләнмәгән булып сыға. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:38, 22 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]

  • Рөстәм Нурыев. Мәҡәлә өс йыл элек ҡуйылған. Өс йыл! Ни өсөн шул хаталарға үҙ ваҡытында, әлбиттә, йөҙҙө йыртмайса ғына, иғтибарымды йүнәлтмәҫкә ине? Икенсенән, мәҡәлә ҡуйылды, Һеҙ үҙегеҙ әйтмәксе, ул дөйөм эш тип һанала. Нишләп Һеҙ минән көтәһегеҙ, былай ғына алып төҙәтмәйһегеҙ, ә бөтә донъяға фаш итергә тырышаһығыҙ. Беҙ хатта гәзиттән бер ниндәй сығанаҡһыҙ (!) ҡуйылған алаптай текстар ҡуйылған мәҡәләләрҙе төҙәтәбеҙ. Исемдәрен атап тормайым. Военная история башкир энциклопедияһында Һ. Мортазин тураһында мәғлүмәт юҡ тиерлек, унда тик командир взвода тип таблицала яҙылған. Әйе, Ярмуллин Муса Мортазин китабына таянып яҙған. Ул китапта ла Һ. Мортазин тураһында артыҡ мәғлүмәт юҡ. Ғөмүмән, мин Ярмуллиндан аҡыллыраҡ булып, ул тикшергән, өйрәнгән китаптарҙы, мин ҡараным, мин яҙҙым, тип әйтергә, уларҙы исемлеккә ҡуйырға баҙнат итә алмаҫ инем. Бына ул АХБ булыр ине. Һүҙмә-һүҙ ҙә түгел, бер аҙ үҙгәрештәр индерелгән. Ул ваҡытта оҫталығым да самалы булғандыр, күрәһең. Эшләгән эшегеҙ өсөн рәхмәт, тыуған көнөмдә ифрат шәп бүләк булды))--Тутыйғош (әңгәмә) 08:06, 23 ғинуар 2021 (UTC)[яуап бирергә]
    • Мәҡәләләргә ҡалыптар ҡуйғанда кем эшләгәнен ҡарап тормайым, ҡарарға ваҡытым да юҡ. Әгәр ашығыс рәүештә исемлектәр төҙөргә тура килмәһә, бәлки, автор хоҡуҡтары боҙолған мәҡәлә тағы ла оҙағыраҡ торор ине. Әммә исемлектәр төҙөгәндә мәжбүри рәүештә ҡарарға тура килә, сөнки тәҡдим ителгән исемлеккә википедия ҡағиҙәләре боҙолған мәҡәлә индереп булмай (исемлектәге башҡа мәҡәләләр ҙә яйлап ҡараласаҡ)--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 16:18, 23 ғинуар 2021 (UTC).[яуап бирергә]