Фекерләшеү:Тәйрүк аръяғы урман паркы

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
  • Рус телендәге «имени» тигәнде «им.» тип ҡыҫҡартыу кеүек башҡортса "исемендәге"не «ис.» тип ҡулланыу бары тик айырым осраҡтарҙа ғына (һүҙлектәрҙә, төрлө ғилми һәм фәнни-популяр китаптарҙа — урын экономиялау маҡсатында файҙаланыла һәм был хаҡта шул баҫманың "Иҫкәртмәләр"ендә мотлаҡ әйтеп, яҙып кителә. Ә ҡыҫҡартылған формала киң ҡулланылышта (мәҫәлән, гәзит һәм журналдарҙа, әҙәби китаптарҙа) ҡабул ителмәгән. Шуға ла мәҡәлә атамаһына былай тип яҙып ҡуйыу (бындағы осраҡта В. Н. Поляков ис. үҙен аҡламай. Артабан: "Тәйрүк аръяғы урман паркы"ның Башҡортостанда ғына түгел, хатта Рәсәйҙә һәм донъяла берҙән-бер булыуын һәм уны башҡа парк менән бутау ҡурҡынысы юҡлығын иҫәпкә алғанда, мәҡәлә исемен ябай ғына итеп «Тәйрүк аръяғы урман паркы» тип алғанда ла була, ә Ишембайҙың элекке етәкселәренең береһе исемен менән аталғанын текста әйтеп китеү ҙә етәлер ул. --Айсар (әңгәмә) 08:39, 31 март 2018 (UTC)[яуап бирергә]