Фекерләшеү:Тәйрүк аръяғы урман паркы
Уҡыу көйләүҙәре
«Тәйрүк аръяғы урман паркы» мәҡәләһен ҡатнашыусы Хаят Йосопова1 |
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Затайрукский лесопарк имени В. Н. Полякова» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 31 март 2018 йыл |
- Рус телендәге «имени» тигәнде «им.» тип ҡыҫҡартыу кеүек башҡортса "исемендәге"не «ис.» тип ҡулланыу бары тик айырым осраҡтарҙа ғына (һүҙлектәрҙә, төрлө ғилми һәм фәнни-популяр китаптарҙа — урын экономиялау маҡсатында файҙаланыла һәм был хаҡта шул баҫманың "Иҫкәртмәләр"ендә мотлаҡ әйтеп, яҙып кителә. Ә ҡыҫҡартылған формала киң ҡулланылышта (мәҫәлән, гәзит һәм журналдарҙа, әҙәби китаптарҙа) ҡабул ителмәгән. Шуға ла мәҡәлә атамаһына былай тип яҙып ҡуйыу (бындағы осраҡта В. Н. Поляков ис. үҙен аҡламай. Артабан: "Тәйрүк аръяғы урман паркы"ның Башҡортостанда ғына түгел, хатта Рәсәйҙә һәм донъяла берҙән-бер булыуын һәм уны башҡа парк менән бутау ҡурҡынысы юҡлығын иҫәпкә алғанда, мәҡәлә исемен ябай ғына итеп «Тәйрүк аръяғы урман паркы» тип алғанда ла була, ә Ишембайҙың элекке етәкселәренең береһе исемен менән аталғанын текста әйтеп китеү ҙә етәлер ул. --Айсар (әңгәмә) 08:39, 31 март 2018 (UTC)