Проект:Башҡортостан 100

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Morning fog (Bashkortostan).jpg


Марафон хаҡында  



Ойоштороусылар   Исемлек   Ағымдағы һөҙөмтәләр   Йомғаҡлау   Пресса  
Тел: башҡортса · English · русский

Башҡортостан 100 — Башҡортостан тураһында мәҡәләләр төҙөү һәм яҡшыртыу, Викиһаҡлағысҡа ирекле һүрәттәр һалыу буйынса интеллектуаль супер вики-марафон. Супер вики-марафон Башҡортостан темаһын Башҡорт Википедияһы һәм Википедияның башҡа тел бүлектәрендә үҫтереү маҡсатында, Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелә.

  • «Башҡортостан 100» марафонында Википедия һәм тәғәйен тел бүлектәренең дөйөм ҡағиҙәләрен, супер вики-марафон регламентын үтәгән һәр кем ҡатнаша ала.
  • «Башкортостан 100» интеллектуаль супер вики-марафоны 2016 йылдың 11 сентябренән 2019 йылдың 23 мартына тиклем йөҙәр көнлөк 5 этапта үтәсәк:
    • 1 этап — 11 сентябрь — 20 декабрь 2016 йыл (2017 йылдың 31 ғинуарына тиклем йомғаҡлау); 1 этап һөҙөмтәһе
    • 2 этап — 21 февраль — 31 май 2017 йыл (2017 йылдың 30 июненә тиклем йомғаҡлау); 2 этап һөҙөмтәһе, {{2РБ100|ҡатнашыусы}}, {{2РБ100т|ҡатнашыусы}}
    • 3 этап — 1 сентябрь — 9 декабрь 2017 йыл (2017 йылдың 31 декабренә тиклем йомғаҡлау);
    • 4 этап — 21 февраль — 31 май 2018 йыл (2018 йылдың 30 июненә тиклем йомғаҡлау);
    • 5 этап — 1 сентябрь — 9 декабрь 2018 йыл (2019 йылдың 23 мартына тиклем йомғаҡлау)

Регламент[вики-тексты үҙгәртергә]

Ойоштороусылар[вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡатнашыусылар[вики-тексты үҙгәртергә]

  • Йәшкә, гражданлыҡҡа һәм башҡа сикләүһеҙ барыһы ла ҡатнаша ала.
  • Һәр ҡатнашыусының Викимедиа проектында иҫәп яҙмаһы булып, супер вики-марафонда ҡатнашҡан Википедия тел бүлегендә уны асырға тейеш. Иҫәп яҙмаһы көйләүҙәрендә электрон почта адресын күрһәтеп, «Башҡа ҡатнашыусыларға һиңә электрон хат яҙыуҙарына рөхсәт бир» опцияһын ҡабыҙырға. Күрһәтелгән электрон почта адресы интернетта баҫтырылмаясаҡ, конкурс ҡатнашыусыларына шәхси мәғлүмәт ебәреү өсөн кәрәк.
  • Һәр ҡатнашыусы вики-марафонға бер иҫәп яҙмаһынан ғына ҡатнаша ала.
  • Һәр ҡатнашыусы мәҡәләһен йәки һүрәтен таблицаға үҙе индерә.
  • Һәр ҡатнашыусы һәр кемгә мәҡәләне йә һүрәтте таблицаға индерергә ярҙам итә ала.
  • Һәр ҡатнашыусы башҡа ҡатнашыусыларҙың вики-марафон өсөн мәҡәләһен баһалап, регламентҡа яраҡлығын тикшерә, фекер алышыуҙа ҡатнаша ала.
  • Һәр этапта 20 (10) мәҡәлә яҙған йәки 20 (10) һүрәт һалған ҡатнашыусылар супер вики-марафон (вики-полумарафон) нормативын үтәгән тип һанала, уларға супер вики-марафон (вики-полумарафон) сертификаты тапшырыла һәм бүләкләнә ала.
  • Бүләкләнеүсе ҡатнашыусылар ойоштороусыларға шәхси мәғлүмәтен бирергә тейеш була.

Мәҡәләләр[вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Вики-марафон сиктәрендә төҙөлгән, яҡшыртылған мәҡәләләр Башҡортостан темаһына тап килергә тейеш.
    Мәҡәләләр темаһын табыуҙы еңеләйтер өсөн, исемлек менән ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ — Википедия:Башҡорт_Википедияһында_булырға_тейеш_мәҡәләләр, Проект:Башҡортостан 100/Исемлек.
  2. Мәҡәләне төҙөгәс йәки яҡшыртҡас, һылтанманы үҙ аллы таблицаға ҡуйырға кәрәк. Вики-марафон иҫәбенә исемлеккә индерелгән мәҡәләләр алына.
  3. Мәҡәләләр Википедияның һәм айырым тел бүлегенең ҡағиҙәләренә ярашлы яҙылырға тейеш, шул иҫәптән:
    әһәмиәтлелек;
    авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙмаҫҡа. Текст мотлаҡ Википедия һәм вики-марафон өсөн яҙылырға тейеш (башҡа сығанаҡтарҙан күсереп алыу тыйыла);
    мәғлүмәтте нейтраль көйө күрһәтеү, әле йәшәгән шәхестәрҙең биографияһын айырым шарттарҙы үтәп яҙырға;
    абруйлы сығанаҡтарға нигеҙләнергә;
    оригиналь тикшеренеүҙәр булмауы мөһим.
  4. Тәҡдим ителгән мәҡәлә күләме 3500 байттан артығыраҡ булырға тейеш.
  5. Жюри ағзалары йәки башҡа ҡатнашыусылар тарафынан баһаланған булырға тейеш.

Һүрәттәр[вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Тәҡдим ителгән һүрәттәр Викиһаҡлағысҡа дөрөҫ рәсмиләштерелгән ирекле лицензия менән һалынырға тейеш.
  2. Бер мәҡәләлә булһа ла урынлы ҡуйылған һүрәттәр генә баһалана (мәҡәлә мотлаҡ вики-марафон сиктәрендә яҙылмаһа ла, әммә уның тематикаһына тап килһә)
  3. Һүрәттәр панорама мөмкинлеге тураһында ҡанунды боҙорға тейеш түгел. Йәғни, биналар фоторәсемдәре рөхсәт ителә, ә автор хоҡуғы менән һаҡланған скульптура фоторәсемдәре рөхсәт ителмәй.

Номинациялар[вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе этапта — айырым номинацияларһыҙ.

Йомғаҡлау[вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Күләме 3500 байттан артҡан мәҡәләләрҙең дөйөм күләме бергә ҡушылып 10000 бүленә һәм мәрәйҙәр һаны билдәләнә.
  2. Һәр төҙөлгән йә яҡшыртылған мәҡәлә «Сифатлы» статусы талаптарына яуап бирһә, ҡатнашыусы 1 мәрәй, «Яҡшы» статусы талаптарына яуап бирһә − 3 мәрәй, «Һайланған» статусы талаптарына яуап бирһә, 5 мәрәй менән баһалана.
  3. Викиһаҡлағысҡа талаптарҙы (ирекле лицензия, бер мәҡәләлә булһа ла урынлы ҡуйылыу) дөрөҫ үтәп һалынған һәр һүрәт өсөн ҡатнашыусы 1 мәрәй ала. Әгәр һүрәт автор эше икән (фоторәсем, һүрәт, схема, карта), баһалама ағзалары уны өҫтәмә мәрәй менән билдәләй ала. Әгәр һүрәт юғары ҡиммәткә эйә булһа һәм бер нисә мәҡәләлә урын алһа, йә мөһим мәҡәләләге берәй әйберҙе тасуирларға мөмкинлек бирһә (әгәр уны быға тиклем «намыҫлы файҙаланыу талаптарын» ҡулланмайынса күрһәтеү мөмкинлеге булмаған икән), жюри йәнә өҫтәмә мәрәй бирә ала. Шулай итеп, һүрәт өсөн иң күбе 3 мәрәй алырға мөмкин. Вики-марафонға тәҡдим ителгән һәр һүрәт Википедияның ниндәй ҙә булһа тел бүлегенең кәмендә бер мәҡәләһендә урын алырға тейеш. Юғиһә, жюри уны иғтибарға алмаясаҡ.
  4. Вики-марафонда ҡатнашыу талаптарын боҙған ҡатнашыусы (теркәлеү үтмәү, бер нисә иҫәп яҙмаһынан ҡатнашыу, автор хоҡуҡтарын боҙоп мәҡәләләр төҙөү, проекттың башҡа ҡағиҙәләрен үтәмәү) квалификацияһын юғалта.
  5. Жюри ҡатнашыусыны «намыҫлы уйын» ҡанундарын боҙған осраҡта, йәғни боттар файҙаланыу, төҙөлгән мәҡәләләрҙе/һалынған һүрәттәрҙе билдәләнгән ваҡытҡа исемлеккә индермәү, алдан әҙерләнгән мәҡәләләрҙе/һүрәттәрҙе һәр этапта күпләп һалыу, шулай уҡ намыҫлы көнәркәшлеккә ҡаршы эше йә башҡа ҡатнашыусыларҙы яңылыштырыуы өсөн квалификацияһынан мәхрүм итә.

Бүләктәр[вики-тексты үҙгәртергә]

  • Беренсе этапта бүләкләү фонды ойоштороусылар һәм жюри ағзалары тарафынан марафон барышында билдәләнде.
  • Икенсе этапта бүләкләү фонды ойоштороусылар һәм жюри ағзалары тарафынан марафон барышында билдәләнәсәк.

Бағыусылар[вики-тексты үҙгәртергә]

Бағыусылар тип вики-марафонды ойоштороуҙа, ҡатнашыусыларҙы дәртләндереүҙә матди ярҙам күрһәтеп, номинациялар билдәләүҙә һәм йомғаҡлауҙа ҡатнашмаусы юридик һәм физик шәхестәр иҫәпләнә.

Партнерҙар[вики-тексты үҙгәртергә]

Партнерҙар тип вики-марафонды үткәреүҙә ойоштороу, мәғлүмәти, финанс һәм башҡа ярҙам күрһәтеүсе юридик һәм физик шәхестәр иҫәпләнә. Партнерҙар ойоштороусылар менән килешеп, ҡатнашыусылар өсөн үҙ номинацияларын һәм бүләктәрен булдыра ала.

Ирекле лицензия[вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙ хеҙмәттәрен Викимедиа проектарында урынлаштырған авторҙар уларҙы ҡулланыу шарттарына, шулай уҡ Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 һәм GFDL лицензиялары буйынса баһаламаһыҙ баҫтырып сығарыуға ризалығын бирә.

Һөҙөмтәләр[вики-тексты үҙгәртергә]

Икенсе этап[вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе этап[вики-тексты үҙгәртергә]