Эстәлеккә күсергә

Фекерләү (психология)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Китап уҡыусы ҡыҙ Хосе Ферраз-де Алмейда Жуниор

Фекерләү — тирә-яҡ мөхиткә шартһыҙ мөнәсәбәт нигеҙендә моделлештереү процессы[1]. Психологияла башҡа төшөнсәләр ҙә бар.

Фекерләү — кеше мейеһенең функцияһы. Фекерләү — объектив ысынбарлыҡты сағалдырыу процессы. Был яҡтан ҡарағанда, фекерләү — объектив күренеш. Ләкин фекерләү һәр айырым кешенең Ер планетаһында барлыҡҡа килеүен эволюцион теория нигеҙендә кешенең мейеһендә башҡарыла бит. Шунлыҡтан һәр индивид фекерләүҙең субъекты булып ҡарала. Дөрөҫ, бының өсөн индивидҡа һөйләм теле, төшөнсәләр, логик һөйләү саралары менән ҡоралланған булыу кәрәк. Ә былар, барыһы ла, индивид тарафыннан ижтимағи тәжрибә (практика) шарттарында ғына үҙләштерелә ала. Тимәк, фекерләү — ижтимағи һәм тарихи күренеш. Кеше мейеһенең эшсәнлеге тураһындағы барлыҡ ғилми хеҙмәттәр рефлектор (рефлекстар) теорияһына нигеҙләнгән. Уны башлап ебәреүсе бөйөк француз физигы һәм философы Декарт (XVII быуат) була. Был теория һуңыраҡ XVIII быуатда A. Галлер, Й. Прохаска, Ч. Белл һ. б. ғалимдәр тарафынан яңы тәжрибәләргә нигеҙләп үҫтерелә төшә. Ләкин был йүнәлештә ысын асышты XIX быуаттың урыҫ ғалимы И. M. Сеченов яһай. Үҙенең «Баш мейеһенең рефлекстары» (1863) тигән хеҙмәтендә ул рефлекстарҙың, ғөмүмән рефлектор принциптың, универсаль әһәмиәткә эйә булғанлығын иҫбат итә. Сеченовтан һуң рефлексология киңерәк һәм тәрәнерәк өйрәнелә башлай, уның күп төрлөлөгө нигеҙендә тейешле классификациялар эшләнә.

Эксперименталь тикшереүҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
И. П. Павлов — академик, Нобель премияһы лауреаты; уның мәктәбе фекерләү процессын өйрәнә

Ошо ҡаҙаныштарға таянып, И. П. Павлов (XIX-XX быуаттар) шартлы һәм шартһыҙ рефлекстар күренештәрен аса, уларҙың һәр икеһенең дә баш мейеһе (уның ҡабыҡ һәм ҡабыҡ аҫты ҡатламдары) менән бәйле икәнлеген дәлилләй. И. П. Павловтың иҫбатлауы буйынса, нервының юғары баҫҡыстағы эшмәкәрлек нигеҙен шартлы рефлекс тәшкил итә. Улар һоро матдәнән торған ҡабыҡ эсендә башҡарыла. Ләкин был процесста ҡабаҡ аҫты ҡатламы ла ҡатнашмай ҡалмай. Шуныһы ла бар: кеше мейеһендәге шартлы рефлекстар шартһыҙ рефлекстарға ҡарағанда өҫтөнлөк алып тора. Әсәнән тыуған индивид үсә барған һайын ысынбарлыҡ шарттарына күнегә бара, шуға шартлы рефлекстарҙың өлөшө ғөмүми баланста ла арта бара. Ул ғына ла түгел, индивидтың тәжрибәһе артҡан һайын (һәм ошо нигеҙҙә), шартлы рефлекстар камиллашә бара. Ябай тел менән әйткәндә, индивид үҙен солғап алған шарттарға яраҡлашҡандан-яраҡлаша тѳшә. Академик И. П. Павлов ошо шартлы рефлекстар механизмын сигналдар системаһы тигән төшөнсә арҡылы аңлата. Уның ҡарашынса, был система ике төрҙән тора: беренсе сигнал системаһы һәм икенсе сигнал системаһы. Уларҙың беренсеһе кешеләргә лә, шулай ук хайуандарға ла хас. Юғарыла әйтелгәнсә, уларҙың нигеҙен шартлы рефлекстар тәшкил итә. Икенсе сигнал системаһы — һөләм теле. Ул фәҡәт кешеләргә генә хас. Шартлы һәм шартһыҙ рефлекстарҙың функцияларын тулыраҡ аңлау өсөн, ҡыҫҡаса ғына булһа ла, кеше мейеһенең эске төҙөлөшөнә, структураһына туҡталырга кәрәк.

Кеше мейеһенең төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кеше мейеһе, башҡа йән эйәләренең мейеһенән айырмалы булараҡ, үҙенең күләме һәм ауырлығы яғынан шаҡтай айырыла. Ул бер-береһенә нерв ептәре менән бәйләнгән ике ҙур ярым шарҙан тора. Кеше баш мейеһенең ауырлығы уртаса 1470 г, ә күләме 1456 см3 һанала. Әлбиттә, кеше мейеһенең күләме һәм ауырлығы абсолют яҡтан алғанда, кит балығы һәм фил мейеләренән кәмерәк, ләкин нисби яҡтан ҡарағанда, шаҡтай артығыраҡ. Шартлы берәмектәрҙән сығып төрлө хайуандарҙың мейе ауырлыҡтары түбәндәгесә характерлана: маймыл — 4 ш. б., дельфин — 16, кеше — 32 ш. б[2]. Кеше мейеһенең тағы бер үҙенсәлеге бар. Ул да булһа — уның өҫтө төрлө йыйырсыҡтар, бураҙналар менән ҡапланыуы. Улар кеше мейеһенең ғөмүми өҫлөгө майҙанын киңәйтәләр. Мейенең ҙур ярым шарҙары 1—5 мм ҡалынлыҡтағы һоро матдәле ҡабыҡтан тора. Ошо ҡабыҡ (рус. корка) эсендә 14 млрд самаһы нейрон (күҙәнәк) иҫәпләнә. Улар үҙ-ара шулай ук арҡа мейеһе менән нескә сүстәр аша тоташҡан. Ҡабыҡ аҫтында — аҡһыл матдә ҡатламы — «ҡабаҡ аҫты» (рус. подкорка) тип атала ла. Ошо ике ҡатламдың һәр ҡайһыһының үҙенең функцияһы бар. Һоро матдә (ҡабыҡ) ҡатламы шартлы рефлекстарҙы ҡабул итә торған булһа, аҡһыл матдә (ҡабаҡ аҫты) ҡатламы шартһыҙ рефлекстарҙы (мәҫәлән, инстинкттарҙы) ҡабул итә. Мейенең эшмәкәрлеге нерв остары (рецепторҙар) арҡылы хәл ителә. Әйтәйек, ниндәйҙер тауышты ҡолаҡ эсендәге ишетеү нервылары ҡабул итә, яҡтылыҡты — күреү нервылары, еҫте — еҫ һиҙеү нервылары һ. б. Улар, рецепторҙар булараҡ, алынған мәғлүмәтте сүстәр аша мейегә (уның тейешле бүлемтектәренә) тапшыра. Мейе иһә, конкрет мәғлүмәтте алып, шуның нигеҙендә нерв остарына йәки рецепторҙарға үҙенең командаларын ирештерә. Көслө яҡтылыҡтан күҙ ҡабаҡтарының шунда ук йомолоп китеүе, ҡайнар үтеккә тейгән бармаҡты кинәт кире тартып алыу һәм башҡа шундай реакциялар — ана шундай командалар нәтижәһе. Ләкин кеше мейеһенең эшмәкәрлеге бындай тышҡы хистәргә нигеҙләнгән акттарга ғына ҡайтып ҡалмай.

Мейелә фекер ойоштороу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кеше мейеһе тейешле рецепторҙар аша һүҙҙәрҙе, һүҙ теҙмәләрен, фәнни төшөнсәләрҙе, хөкөм, фекерләү кеүек ҡатмарлы конструкттарҙы ла ҡабул итә, уларға анализ яһай, иң һуңғы һөҙөмтәлә фекер ойоштора. Был инде аң феноменының «тере» күрһәткесе тигән һүҙ. Ғөмүмән, мейе тарафынан сағылдырылған барлыҡ күренештәр ана шул ҡабыҡ һәм ҡабаҡ аҫты ҡатламдары аша уҙа. Уларҙың һәр ҡайһыһының локаль функциялары бар. Тышҡы ҡуҙғытҡыстарға яуап һәм туранан-тура фекерләүгә киткән ҡеүәт, тулыһынса тиерлек, һоро матдәнән торған ҡабыҡ ҡатламына туры килә. Ҡабаҡ аҫты ҡатламы (аҡһыл матдә) үҙенә күберәк инстинкт, интуиция, телепатия кеүек күренештәрҙе ҡабул итә. Ләкин был ике ҡатламдың локаллеге нәсби төҫтә генә хәрәкәт итә. Улар бер-береһе менән нескә сүстәр ярҙамында бәйләнештә йәшәй. Ул ғына ла түгел, урыҫ ғалимы И. П. Павловтың ҡарашынса, ҡабыҡ ҡатламының эшмәкәрлеге ҡабыҡ аҫты ҡатламының сафта булыуынан тора. Уның һүҙҙәре менән әйткәндә, ҡабыҡ һәр ваҡытта ла ҡабаҡ аҫты ҡатламының «һуҡыр көсө» йоғонтоһо аҫтында хәрәкәт итә. Кеше мейеһе ике ярымшарҙан тора. Уларҙың вазифалары бүленгән. Һул ярымшар аналитик-дискурсив функцияларҙы үтәй торған булһа, уң ярымшар мейенең интуитив һәм образлы фекерләү функцияларын үтәүгә көйләнгән. Тормош тәжрибәһе күрһәткәнсә, кешеләр төрлө һәләттәргә эйә булалар. Берәүҙәр ғилми эшкә оҫта булһа, икенселәр үҙҙәрен күберәк сәнғәт өлкәһендә асыусан була. Мейенең ана шул ярымшарҙарының үҙенсәлеге сағыла. Дөрөҫ, кемдеңдер бер як мейеһе травмаға дусар булған осраҡта, уға тейгән зарар ярымшарҙарҙың һәр икеһендә лә сағыла. Тимәк, мейе ярымшарҙарының локаллеге шулай уҡ абсолют түгел.

Фекерләү — өҙлөкһөҙ процесс. Йәғни бер генә миҙгелдән торған акт түгел. Кеше уйламайынса тора алмай

  • Гиззәтов К.Т., Философия: 2 китап. 1 -се китап: Ҡыҫкаса философия тарихы. Философиянең нигеҙ проблемалары: Юғары уҡыу йорто өсөн дәреслек. -Казан. Мәфариф. 2002.ISBN 5-7761-1122-6