Француз Полинезияһында ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Француз Полинезияһында ислам
Дәүләт  Франция
Административ-территориаль берәмек Франция Полинезияһы

Ислам Француз Полинезияһы территорияһында әҙселек дине. Француз Полинесзияһы территорияһында 500-гә яҡын мосолман иҫәпләнә, был Француз Полинзияһы халҡының 0,1 процентын тәшкил итә.[1][2]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ислам XX быуат аҙағында, XXI быуат башында, Төньяҡ Африканан, башлыса Алжирҙан килгән мигранттар менән бергә Француз Полинезияһына күпләп үтеп инә башлай. 2013 йылда Таитиҙаың Папеэте ҡалаһында Француз Полинесзияһында беренсе һәм әлегә берҙән-бер мәсет асыла.[3][1][4] Һуңғы йылдарҙа Француз Полинезияһының христиан һәм мосолман общиналары араһында көслө көсөргәнешлек күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта хөкүмәт дин тотоу азатлығына һәм дини берекмәләр булдырыу азатлығына хоҡуҡ бирә.[1]

Уларҙың һаны һәм таралыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Француз Полинезияһында 500-гә яҡын мосолман иҫәпләнә, уларҙың күпселеге Таитиҙа йәшәй.[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Refugees, United Nations High Commissioner for. Refworld | State of the World's Minorities and Indigenous Peoples 2014 - Case study: Tahiti: Islamophobia in French Polynesia  (инг.), Refworld. 4 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  2. Table: Muslim Population by Country  (инг.), Pew Research Center's Religion & Public Life Project (27 January 2011). 4 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  3. Opening of Muslim prayer room in Tahiti causes uproar  (инг.), Radio New Zealand (17 October 2013). 4 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  4. First mosque opens in French Polynesia  (инг.), Radio New Zealand (16 October 2013). 4 ноябрь 2017 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]