Фәррәхетдинов Рауил Ғоссаметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фәррәхетдинов Рауил Ғоссаметдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 3 май 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (84 йәш)
Тыуған урыны Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Яңы Күктау, Ҡарабаш ауыл Советы (Илеш районы), Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены

Фәррәхетдинов Рауил Ғоссаметдин улы (рус. Фаррахетдинов Равиль Гуссаметдинович; 3 май 1939 йыл) — совет сәнәғәт эшмәкәре. «Почёт» ордены кавалеры, БАССР халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүҙең атҡаҙанған хеҙмәткәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рауил Ғоссаметдин улы Фәррәхетдинов 1939 йылдың 3 майында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Яңы Күктау ауылында тыуған. Юғары белемле — 1971 йылдарҙа С. М. Киров исемендәге Ленинград Урман-техник академияһында уҡып сыҡҡан.

Хеҙмәт юлын 1960 йылда Салауат индустриаль техникумын тамамлағандан һуң ағас бысыу буйынса мастер вазифаһында башлай.

1961—1964 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡан.

1964—1971 йылдарҙа мебель предприятиеларныда инженер вазифаларында эшләгән.

1971 йылдан «Башмебельбыт» етештереү предприятиеһында — баш инженер урынбаҫары, баш инженер, директор булып хеҙмәт иткән. Артабан Өфө мебель етештереү аренда фабрикаһында генераль директор вазифаһында эшләгән.

1990 йылда Фәррәхетдинов Рауил Ғоссаметдин улы Өфө ҡалаһының Ленин районы, 29-сы Нижегородка һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы — һуңғы саҡырылышы депутаты итеп һайлана.

Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ ҡулланыуы тауарҙары, сауҙа, халыҡҡа коммуналь-көнкүреш һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеү комиссияһы ағзаһы була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәррәхетдинов Рауил Ғоссаметдин улы — БАССР халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүҙең атҡаҙанған хеҙмәткәре, 1990 йылдың 11 июнендә СССР-ҙың «Почет» ордены менән бүләкләнгән[3]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән, ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 21.
  3. Указ Президента СССР от 11 июня 1990 г. N 277 «О награждении орденом и медалями СССР работников Башкирского республиканского производственного объединения ремонта и изготовления мебели „Башмебельбыт“ Министерства бытового обслуживания населения РСФСР»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]