Эстәлеккә күсергә

Халиҡов Данил Дамир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Данил Дамир улы Халиҡов (2 декабрь, 1964 йыл — 22 май, 1983 йыл, Афғанстан) — башҡорт. Рядовой, водитель. Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк була (1983).


Данил Дамир улы Халиҡов 1964 йылдың 2 декабрендә Башҡорт АССР-ы Салауат районы Малаяҙ ауылында тыуған. Хәрби хеҙмәткә алынғансы, Күсермәле механизацияланған колонна составында төҙөлөштә эшләгән.

1983 йылдың 3 апрелендә Салауат район хәрби комиссариаты уны СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәткә саҡыра. Шул уҡ йылдың майында Афғанстан Республикаһына ебәрелә.

1983 йылдың 22 майында, автомобилдә хәрби задание үтәгәндә ҡазаға тарып, һәләк була.

«В расцвете сил при выполнении интернационального долга в ДРА погиб Халиков Д. Д. Ушел из жизни один из лучших солдат части. С первых дней службы Данил показал себя дисциплинированным, инициативным воином. Оказывал большую помощь командованию подразделения в выполнении сложных задач по оказанию интернациональной помощи афганскому народу. Данил принимал активное участие в общественной жизни части, среди командования и сослуживцев пользовался авторитетом. За высокие успехи, достигнутые в боевой и политической подготовки, неоднократно поощрялся командованием. Светлая память о мужественном солдате навсегда останется в сердцах всего личного состава»

 — тип яҙа ул хеҙмәт иткән часть командиры[1].

Тыуған ауылында ерләнгән.

  • "Яугир-интернационалистҡа рәхмәтле афған халҡынан" миҙалы (үлгәндән һуң. 1988)[1].
  • Салауат районының Татар Малаяҙы ауылында иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған[1].