Хапры ҡаласығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хапры ҡаласығы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мясниковский район[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта

Хапры ҡаласығы, шулай уҡ бронза дәүерендә Хапры ауылыРостов өлкәһенең Мясниковский районында Калинин утарынан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 461 м алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылға бронза быуатта нигеҙ һалына[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хапры ҡаласығының үҫеше беҙҙең эраға тиклем башҡа Гниловский, Кобяков һәм Сафьянов ҡаласыҡтары кеүек үк 1 меңйыллыҡ менән даталана. Уларҙың әүҙем үҫеше б.э. тиклем VIII быуатта туҡтай, ә башҡа сығанаҡтар буйынса — был ваҡытта улар юҡ ителә[2] 1971 йылда археолог Евгений Иванович Беспалый Хапры ҡаласығының өҫкө ҡатламында тикшеренеүҙәр үткәрә. Ул ҡайһы бер объекттарҙы таба, улар араһында терракот һынының өҫкө өлөшө фрагменты була. Уның бейеклеге 5,7 сантиметр тәшкил итә, шул иҫәптән 1,3 сантиметры — баш һөйәге ҡалынлығы. Һынды эшләү өсөн һары-көрән төҫтәге балсыҡ ҡулланыла. Унда күп булмаған слюда һәм ваҡ аҡһыл сит өлөшсәләр ҡушылған. Һындырып ҡарағанда,балсыҡ ҡара-һоро төҫтәге өс ҡатламдан тора. Ангоб йөҙ яғын ҡаплай. Был объект Хапры ҡаласығы биләмәһендә һәм Танаис ултыраҡтарында табылған коропластиканың берҙән-бер миҫалы булып тора. XXI быуатҡа тиклем һындың башының йөҙ өлөшө һаҡланып ҡала. Унда танауы яҡшы билдәләнгән, ә күҙҙәре билдәләнмәгән. Башында оҙон мөгөҙҙәре һәм ҡолаҡтары симметрия булмаған формала. Һын аҫҡы ослоҡтары хәрәкәт итә алған статуэтка-марионетка булыуы мөмкин тигән фараздар бар. Аҫлы ослоҡтары ҡулдан эшләнгән.

Эшләнеүенең ҡулланылған алымы һәм башҡа үҙенсәлектәре менән был һын II—III быуат Пантикалейынан антропоморф һынына яҡын. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, бындай әйбер мистик хәрәкәттәр ваҡытында йәки ритуалдар өсөн марионтека ҡурсаҡ кеүек ҡулланыла. Хапры ҡаласығы биләмәһендәге табылдыҡ беҙҙең эраның II—III быуатына ҡарай, ә был ҡаласыҡтың өҫкө ҡатламы беҙҙең эраның II—III быуаттың беренсе яртыһы менән даталана[3].

2015 йылдың 17 сентябрендәге Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының № 1561-р бойороғона ярашлы ауыл федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелә[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Приказ Министерства культуры Российской Федерации 2017 йыл 25 март архивланған.
  2. Русская вера, или Религиозные войны от Святослава Храброго до Ярослава Мудрого. Сергей Шведов
  3. А. Г. Язовских. Терракота Хапровского городища