Хәбиб Бурғиба
Хәби́б Бурғи́ба | |||||||||
ғәр. حبيب بورقيبة | |||||||||
| |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1957 йылдың 25 июле — 1987 йылдың 7 ноябре | |||||||||
Алдан килеүсе: | нигеҙләнгән вазифа | ||||||||
Дауамсы: | Зин әл-Абидин Бен Али | ||||||||
| |||||||||
1956 йылдың 15 апреле — 1957 йылдың 25 июле | |||||||||
Монарх: | Мөхәммәт VIII әл-Әмин | ||||||||
Алдан килеүсе: | Тунис Автономияһының премьер-министры Таһир бен Аммар | ||||||||
Дауамсы: | Баһи Ладхам | ||||||||
| |||||||||
1956 йылдың 20 марты — 1957 йылдың 25 июле | |||||||||
Монарх: | Мөхәммәт VIII әл-Әмин | ||||||||
Алдан килеүсе: | нигеҙләнгән вазифа | ||||||||
Дауамсы: | Садуҡ Мөхәддәм]] | ||||||||
| |||||||||
9 апрель — 1957 йылдың 15 апреле | |||||||||
Монарх: | Мөхәммәт VIII әл-Әмин | ||||||||
Алдан килеүсе: | нигеҙләнгән вазифа | ||||||||
Дауамсы: | Жаллули Фарес | ||||||||
Дине: | ислам | ||||||||
Тыуған: | 3 август 1903 Монастир, Тунис | ||||||||
Үлгән: | 2000 йылдың 6 апреле Монастир, Тунис | ||||||||
Ерләнгән: | Монастирҙағы кәшәнәлә | ||||||||
Ҡатыны: | 1) Матильда Лоррэн 2) Вассила Бен Аммар | ||||||||
Балалары: | улы: кесе Хәбиб Бурғиба, ҡыҙы: Хәжәр (ҡыҙлыҡҡа алынған) | ||||||||
Партия: | Neo Destour - Нео-Дестур | ||||||||
Белеме: | Париж университеты лицей Карно в Тунисе[d] коллеж Садики[d] | ||||||||
Профессияһы: | юрист | ||||||||
Сайт: | bourguiba.com | ||||||||
Автограф: | |||||||||
Наградалары: |
| ||||||||
Хәби́б Бурғи́ба (франц. Habib Bourguiba, 3 август ғәр. حبيب بورقيبة, 1903 йыл, Тунистың Монастир ҡалаһы — 6 апрель 2000 йыл, Монастир) — Тунис дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, 1957 йылдың 25 июленән 1987 йылдың 7 ноябренә саҡлы Тунистың тәүге президенты.
1920 йылдарҙа Францияла юрист булып эшләй. Тыуған иленә әйләнеп ҡайтыу менән антиколониаль хәрәкәттә әүҙем ҡатнаша башлай. 1934 йылда «Дестур» яңы партияһы»на нигеҙ һалыусыларҙың һәм Франциянан бойондороҡһоҙлоҡ алыу өсөн барған хәрәкәт етәкселәренең береһе була. Бер нисә тапҡыр колониаль властар тарафынан ҡулға алынып, илдән ҡыуыла һәм ахыр сиктә улар менән һөйләшеүҙәргә күсә. 1956 йылдың 20 мартында Тунис бойондороҡһоҙ дәүләт тип иғлан ителә, 1957 йылдың 25 июлендә монархия ҡолатыла, Бурғиба президент вазифаһын биләй.
Власҡа килеү менән үҙенең төп бурысы итеп иҡтисадты үҫтереүҙе, башҡа ғәрәп илдәренән айырмалы, нейтраль тышҡы сәйәсәт үткәреүҙе, илдә белем биреү системаһын модернизациялауҙы һәм енси тигеҙһеҙлеккә ҡаршы көрәште ҡуя. Үҙен «Юғары яугир» итеп иғлан итә, илдә шәхес культын һәм бер партия системаһын урынлаштыра. Хәбибтың идаралыҡ итеүенең аҙағы исламизм менән клиентелизмдең[1] үҫеше һәм уның сәләмәтлегенең торошо насарайыуы менән билдәләнә. 1987 йылдың 7 ноябрендә Тунис президенты, һаулығының насарайыуы сәбәпле һәм Конституцияға ярашлы, премьер-министр Зин әл-Абидин Бен Али тарафынан төшөрөлә һәм үҙенең тыуған ҡалаһы Монастирҙағы резиденцияһында өй тотҡонлоғона урынлаштырыла. 2000 йылдың 6 апрелендә вафат була һәм элек үҙе өсөн төҙөтөп ҡуйған кәшәнәлә ерләнә.
Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы менән Ливия ҡалаһы Сирттән Истанбулға күсеп килгән затлы осман ырыуынан. 1793 йылда Хәбиб Бурғибаның олатаһының атаһы Мөхәммәт Бурғиба әл-Кәбир, Ливия һәм Осман империялары араһында барған низеғтан ҡасып, ғаиләһен, шәхси табибын, ҡолдарын һәм тауарҙарын алып, Монастир ҡалаһындағы сығыштары менән Триполи ҡалаһыныҡылар йәшәгән районға килеп урынлаша[2]. Яңы урынға күсеп төпләнгән Мөхәммәт тиҙ арала ҡалала хәйриә эштәре менән билдәлелек яулай. 1803 йылда Бурғибаның олатаһы Мөхәммәт тыуа, һәм ул үҙенең атаһы, оло Мөхәммәт, үлгәндән һуң уның мираҫсыһы була[3].
Йылдар үтеү менән Хөсәйендәр династияһы колониаллекте бөтөрөүе, Европа илдәрендәге кеүек, структуралар булдырыу һәм дәүләт бурыстарын түләү өсөн һалымдарҙы арттырыу кеүек бик ҡыйбат баһаланған реформалар үткәрә башлау сәбәпле, 1864 йылда халыҡ ихтилалы тоҡана һәм ул ҡаты баҫтырыла. Мөхәммәт һәм уның ағаһы, Монастирҙағы йоғонтоло кешеләр булараҡ ҡулға алынып, ҡаланың көнбайышындағы лагерға урынлаштырыла һәм, ғаилә мөлкәтенән баш тартыу шарты менән, азат ителә. Шул ваҡытта Хәбибтең атаһы, 14 йәшлек Али, уның ағаларын ҡулға алыусы генерал Әхмәт Зуруҡ тарафынан аманатҡа алына, һәм ул, малайҙың потенциалын күреп, уға армияға яҙылырға тәҡдим яһай. Шул уҡ төндә Алиҙың атаһы вафат була һәм ул, Бурғибаның буласаҡ атаһы, тәҡдимде ҡабул итә[4].
1880 йылда Али отставкаға сыға һәм өйләнә, бер йылдан өлкән улы Мөхәммәткә, артабан тағы дүрт малайға (береһе сабый сағында үлеп ҡала) һәм ике ҡыҙға атай була. Күпмелер ваҡыт үткәс, Хәбибтең атаһы «триполийлы» районын етәкләй һәм ҡала етәкселеге составына инә[4][5].
Тәүге йылдары һәм белем алыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми документҡа ярашлы, 1903 йылдың 3 авгусында тыуған, әммә һуңғараҡ белдереүенсә — бер йыл иртәрәк тыуған булған, ә яңылыш датаны — 1924 йылда юридик мәктәпкә ингән ваҡытта кәнсәләр ебәргән[6]; икенсе фараз буйынса, хатаны ата-әсәләре, улдарын армиянан алып ҡалыу өсөн, аңлы рәүештә, уйлап сығарған[7]. Бәлки, ғаиләлә иң бәләкәй ул булыуы, ҡатын-ҡыҙ солғанышында тәрбиәләнеүе, уның артабан енси тигеҙлек өсөн көрәшенә йоғонто яһағандыр. Финанс ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, аталары балаларына белем биреүгә өлгәшә[8]: Хәбиб уҡырға Монастирҙағы франк- ғәрәп мәктәбенә инә, әммә ундағы уҡыу сифатынан ҡәнәғәт булмаған атаһы, уны 1907 йылда илдең баш ҡалаһы Тунисҡа оҙата. Хәбиб шул уҡ йылда ваҡыттың күп өлөшөн Ҡөрьәнде өйрәтеүгә бағышлаусы Садики колледжына уҡырға инә. [8]. Мөхәммәт ағаһы менән бергә[9] иҫке ҡаланың Мәҙинә кварталында йәшәй башлай[9].
1917 йылда атаһы менән бергә күренекле милләтсе Бәшир Сфарҙы ерләүҙә ҡатнаша. Һуңынан эмиграциянан илгә ҡайтҡан, буласаҡ «Дестур» партияһына нигеҙ һалыусы, колониаль хакимлыҡҡа ҡаршы көрәшеүсе Әбдел-Ғәзиз Сәлби менән осраша[10]. Шул йылда, административ вазифаға үрләү өсөн кәрәк булған ғәрәп теленән имтиханды бирә алмай, 1919—1920 йылғы уҡыу йылында икенсе йылға ҡалдырыла, әммә тормош шарттары ныҡ насар булыуы сәбәпле, аҙыҡ-түлектән ағыуланып, ауырып китә һәм уҡыуын ташларға мәжбүр була. Әл-Кеф ҡалаһында йәшәүсе ағаһы Мәхмүт янына күсеп, 1922 йылдың ғинуарына тиклем унда йәшәй һәм ағаһының дуҫтары менән аралаша башлай[11]. Шул осорҙа ул уҡыуын дауам итергә ҡарар итә һәм метрополияла юрист һөнәрен алырға теләк белдерә. Хәбибте Мәхмүт кенә аңлай һәм уның ярҙамында Карно лицейына уҡырға инә, унда ул ерле халыҡты дискриминациялау ҡыйынлыҡтары менән осраша. Йомшаҡ уҡыусылар класына ҡабул ителһә лә, яҡшы уҡый[12][13], күп ваҡытын китапханала үткәрә[13]. 1924 йылда Париж университетена уҡырға инә һәм унда хоҡуҡ һәм политологияны өйрәнә, шунда ул буласаҡ ҡатыны Матильда Лоррэн менән таныша. 1927 йылда уларҙың улдары (кесе) Хәбиб доньяға килә.
Сәйәси карьераһының башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шул уҡ йылда университет тамамлай һәм тыуған яғына ғаиләһе менән ҡайта[14]. Шул уҡ осорҙан антиколониаль хәрәкәттә ҡатнаша, «Дестур» партияһына инә һәм уның башҡарма комитеты составына һайлана һәм гәзиттәрҙә яҙыша башлай. 1931 йылда метрополия властары уны, милләт-ара ыҙғыш сығарыуҙа ғәйепләп, ҡулға ала. Ошо осорҙа «L’Action Tunisienne» тигән гәзит сығара башлай, унда ул француздар менән көрәштә әүҙем булырға саҡыра[15]. 1933 йылдың авгусында, партия сәйәсәте менән килешмәү сәбәпле, унан китә һәм 1934 йылдың 11 мартында «Дестур» яңы партияһына» нигеҙ һалып, уның политбюроһының генераль секретары була[16].
1934 йылдың сентябрендә көрәштәштәре менән ҡулға алына. Сахаралағы Борж-Лебёф ҡәлғәһендә тотола һым үҙенең күпселек фекерҙәштәре менән 1936 йылдың апрелендә азат ителә[17]. 1938 йылдың 9 апрелендә, колонистарға ҡаршы ихтилал ҡаты баҫтырылғандан һуң, 1939 йылдың 10 июнендә арҡаҙаштары менән бергә власҡа ҡаршы ҡотортоуҙа һәм граждандар һуғышына өндәүҙә ғәйепләнеп ҡулға алына. Шул уҡ йылдың көҙөндә хөкөм ителә, 1940 йылдың майында Францияға күсерелә, унда бер нисә төрмәлә срогын тултыра[15]. 1942 йылдың көҙөндә, немец администацияһы тарафынан азат ителеп[18], Шалон-сюр-Сонға күсерелә. 1943 йылдың ғинуарында Италия сит ил эштәре министрлығы, Төньяҡ Африканың Француз колонияларындығы ихтилалды туҡтатыу маҡсатында, Хәбибкә рәсми ҡабул итеү ойоштороп, уны Тунис халҡына көрәште туҡтатыу тураһында мөрәжәғәт яһарға күндерә, әммә Бурғиба 1943 йылдың 7 апрелендә тыуған иленә ҡайтып, үткән йылдың авгусында төрмәнән ебәргән мөрәжәғәтнамә тезистарын ҡабатлай: «Германия һәләкәткә дусар ителгән, ә Тунистың бойондороҡһоҙлоҡ алыуына өлгәшеү йәшәү һәм үлем мәсьәләһе, һәм уға тик союзниктарҙы еңеп кенә өлгәшергә мөмкин»[19].
Бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, колониаль властар менән һөйләшеүҙәр бер нисә тапҡыр үңышһыҙ ынтылыштар менән бөткәнлектән, ул Тунис халҡының бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшен халыҡ-ара донья кимәлендә яҡтыртырға кәрәк тигән һығымтаға килә. 1945 йылдың мартында балыҡсы кәмәһендә йәшерен рәүештә илдән сығып Ливияға, артабан Ҡаһирәгә бара, һүңынан Сүриәгә һәм Ливанға сәфәр ҡыла, Туниста колониаллыҡтан арыныүға иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында, 1946 йылдың декабрендә Ғәрәп дәүләттәре Лигаһында һәм БМО-ның штаб-фатирына бара[20]. 1949 йылдың 8 сентябрендә тыуған иленә ҡайта. Киләһе йылдың апрелендә колониаль хакимиәтте үҙгәреү, илде азат итеү төп маҡсаты булған ете пункттан торған Тунистың бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү буйынса программа төҙөй. Алған пландарын тормошка ашырыу ниәтенән, 1951 йылда яңынан донья буйлап сәфәргә сығып китә. Француз хөкүмәтенең хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартыуына бәйле, колониаль властарға ҡаршы ихтилалға саҡыра[15] һәм 1952 йылдың 18 ғинуарында ҡулға алынып, хөкөм язаһын үтәргә метрополияға күсерелә.
1954 йылда Франция премьер-министры вазифаһын Пьер Мендес- Франс биләп, Туниста колонизацияны бөтөрөү процессын башлай[15]. 1955 йылдың 1 июнендә Хәбиб иреккә сығарыла[21]. Илде Автономия тип иғлан иткәндән һуң бик ҙур ҡыйынлыҡтар менән барған һөйләшеүҙәр дауам итә, һәм 1956 йылдың 20 мартында Тунис бойондороҡһоҙ тип иғлан ителә. Бурғиба премьер-министр, сит ил эштәре министры һәм Милли ассамблея рәйесе вазифаларын биләй.
Президентлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1957 йылдың 25 июлендә монархия ҡолатыла, Хәбиб республика президенты булып киткән[22]. Үҙенә киң вәкәләттәр тапшырып, Туниста авторитар хакимлыҡ урынлаштыра, халыҡтың азатлығын сикләй, сәйәси оппоненттарын эҙәрлекләүгә ҡоролған цензура булдыра, шулай уҡ үҙен милләттең «юғары көрәшсеһе» тип данлаусы шәхес культын булдыра. Илдең юлбашсыһы лидеры тип үҙен данлап исемләһендәр өсөн яңы гимн ҡабул иттерә гимн. Һаулыҡ һаҡлауҙы һәм мәғарифты заманлаштырыуға, грамотаһыҙлыҡты бөтөрөүгә, ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡтарын киңәйтеүгә — уларға айырыла алыу хоҡуғы бирә, күп ҡатын алыуҙы тыя, никах өсөн минималь — 17 йәш тип билдәләй, пәрәнжәне «ерәндергес сепрәк» тип атай һәм халыҡ араһында асыҡтан-асыҡ тәнҡитләй — йүнәлтелгән ижимағи[23]; илдең инфраструктураһын үҫтереү һәм ваҡуф[24] мөнәсәбәттәренә ҡаршы көрәш маҡсатына хеҙмәт иткән иҡтисади үҙгәртеүҙәр индергән[25][26]. Тормошҡа ашмаған социалистик иҡтисад индереү концепцияһы сиктәрендәге эксперимент барышында 1970-се йылдарҙа либераль реформалар үткәреү хосуси секторҙың үҫеүенә һәм нығыныуына килтергән[27]. 1975 йылдың мартында Милли ассамблея тарафынан конституцияға Бурғибаны ғүмере буйы президент итеүҙе раҫлаусы үҙгәртеүҙәр индерелгән[28]. 1980-се йылдарҙа ил халыҡтың сиктән тыш ярлылана барыуына һәм Тунисты яңыртыу партияһы яғынан килгән хәүеф менән күҙмә-күҙ осраша. 1983 йыл аҙағындағы нефткә хаҡтар төшөү илдәге иҡтисади тиҫкәрелекте тағы ла насарайта, һәм хөкүмәт ирекһеҙҙән Халыҡ-ара валюта фондына заём буйынса мөрәжәғәт итергә мәжбүр була [29], һәм һөҙөмтәлә заём бюджет тотоноуҙарын ҡыҫҡартыу һәм реформалар уҙғарыу шарты менән бирелә[30]. 1983 йылдың 29 декабрендә икмәк һәм он етештереүгә было объявлено об отмене льготалар юҡҡа сығарылыу тураһында иғлан ителгәнлектән, икмәк сыуалыштары башланған. Бынан һуң бола илдең баш ҡалаһы Тунисҡа һәм Сфакс ҡалаһына килеп етә, 1984 йылдың 4 ғинуарында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән[31]. 5 ғинуарҙа сыуалыштар аяуһыҙ баҫтырылған, шуның һөҙөмтәһендә 150-нән артыҡ кеше һәләк булған[32]. 6 ғинуарҙа Бурғиба он һәм икмәккә хаҡ артыуҙың туҡтатылыуы хаҡында иғлан итә[33].
Тышҡы сәйәсәттә көнбайыш яҡлы сәйәсмәндәрҙең позицияһына тоғро ҡала. Мысыр президенты Ғәмәл Әбдел Насерҙың Панғәрәп лидеры тип иҫәпләнгә роленә дәғүә итә. 1965 йылдың мартындағы телмәрендә, БМО-ның Фәластанды бүлеү планына нигеҙләнеп, израилдар менән фәләстандарҙы татыулыҡҡа саҡыра[34][35]. Ике йыл кире ҡаҡҡандан һуң, 1974 йылдың ғинуарында,[36] Ливия менән Ислам Ғәрәп Республикаһын берләштереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуя[37], һәм был ҡарар нигеҙендә ул президент вазифаһында ҡалыуҙы һәм Ҡаддафиҙы оборона министры итеп тәғәйенләүҙе шарт итеп ҡуя, әммә 20 марттағы референдум был ҡарарҙы, конституцияға ҡаршы һәм Туниста барған протестарға бәйле тип табып, кире ҡаға[28]. Кэмп-Дэвидтағы килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң, 1979 йылда, илдең баш ҡалаһында урынлашҡан Ғәрәп дәүләттәре Лигаһының штаб-фатиры, 1982 йылда, Ливан ҡалаһы Бейрутты граждандар һуғышы ялмап алғанлыҡтан, Пакистанды азат итеү ойошмаһы базаһы булып китә[38]. 1985 йылдың 1 октябрендә Израиль ООП-ға ҡаршы үткәргән «Ағас аяҡ» операцияһы барышында Тунистағы штаб-фатирҙы бомбаға тотҡанлыҡтан, унда ябай халыҡ тыныс граждандар һәләк була. АҠШ менән Тунис араһындағы мөнәсәбәттәр насарайыуына ошо инцидент сәбәпсе булды[39][40].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ см: Клиентела в рувики — «патрон — клиент мөнәсәбәттәре Зависимые люди назывались клиентами, а их покровители — патронами клиентские обязательства зачастую передавались по наследству. Традиционно клиенты сопровождали своего патрона на Форуме, поддерживали его на выборах и служили на войне под его началом. При этом патрон обязывался защищать своих клиентов в случае судебных разбирательств, или выкупать членов их семей, попавших в зависимость, поддерживать их минимальные жизненные потребности, равно как и клиенты в случае необходимости были обязаны материально поддерживать его. Клиенты принимались в род патрона и носили участвовали в общих праздниках фамилии своего патрона, хоронили клиентов на фамильном кладбище»…
- ↑ Martel, 1999, p. 12
- ↑ Bessis, Belhassen, 2012, p. 21
- ↑ 4,0 4,1 Martel, 1999, p. 13
- ↑ Bessis, Belhassen, 2012, p. 25
- ↑ Mahmoud Materi. Itinéraire d'un militant (1926-1942). — Tunis: Cérès Productions, 1992. — ISBN 9973700716.
- ↑ Samya El Mechat. Tunisie: Les chemins vers l'indépendance, 1945-1956. — Paris: L'Harmattan, 2000. — ISBN 2738412386.
- ↑ 8,0 8,1 Martel, 1999, p. 14
- ↑ 9,0 9,1 Martel, 1999, p. 32
- ↑ Bessis, Belhassen, 2012, p. 43
- ↑ Martel, 1999, p. 16
- ↑ Bessis, Belhassen, 2012, p. 47
- ↑ 13,0 13,1 Martel, 1999, p. 17
- ↑ Bessis, Belhassen, 2012, p. 66
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 Martel, 1999
- ↑ El Mechat, 2002, p. 12-13
- ↑ Martin, 2003, p. 131
- ↑ Fort de Vancia (Commune de Rillieux-la-Pape) 2007 йыл 15 октябрь архивланған.
- ↑ Belkhodja, 1998, p. 9
- ↑ J. Bessis, 2003, p. 203
- ↑ Nadia Lamarkbi. 1er juin 1955: Bourguiba rentre d’exil (фр.). Le Courrier de l’Atlas (16 июнь 2007). Дата обращения: 2 апрель 2016. 2016 йыл 7 март архивланған.
- ↑ Martel, 1999, p. 69
- ↑ Moore Clement Henry. Tunisia Since Independence: The Dynamics of One-party Government. — University of California Pres. — P. 55.
- ↑ См. в рувики: Вакуф — в мусульманском праве имущество, переданное государством или отдельным лицом на религиозные или благотворительные цели. В вакуф может входить как недвижимое, так и движимое неотчуждаемое имущество, но лишь приносящее пользу (доход) и нерасходуемое (например, в вакуф не могут быть переданы деньги). Посвящающий своё имущество в вакуф называется учредителем вакуфа. В наиболее широком (и ныне малоупотребительном) смысле вакуф обозначал все земли, с которых платится государственный поземельный налог — харадж. Помимо земель, объектами вакуфа становились другие объекты общественного пользования — строения, караван-сараи, бани, мельницы и пр.
- ↑ Bourguiba et la modernité (фр.). Jeudis de l'IMA (30 март 2006). Дата обращения: 2 апрель 2016.
- ↑ Foued Laroussi. Une expérience réussie: le bilinguisme franco-arabe en Tunisie (фр.). Colloque sur le bilinguisme et l’interculturalité (21 март 2006). Дата обращения: 2 апрель 2016. 2010 йыл 8 ғинуар архивланған.
- ↑ Belkhodja, 1998, p. 85
- ↑ 28,0 28,1 Belkhodja, 1998, p. 90-91
- ↑ Guay, Jean-Herman 29 décembre 1983: Déclenchement des émeutes du pain en Tunisie . Perspective Monde (2015). Дата обращения: 12 май 2015.
- ↑ Prince, Rob Structural Adjustment: Former President Ben Ali’s Gift to Tunisia (Part One) Tunisia and the International Monetary Fund (ингл.). Foreign Policy in Focus (15 апрель 2013). Дата обращения: 12 май 2015.
- ↑ Associated Press (4 January 1984). «Curfew Imposed Across Tunisia as Riots Spread». New York Times. Проверено 2015-05-12.
- ↑ Entelis John Pierre. Islam, Democracy, and the State in North Africa. — Indiana University Press, 1997. — P. 98. — ISBN 0-253-21131-X.
- ↑ Gana Nouri. The Making of the Tunisian Revolution: Contexts, Architects, Prospects. — Oxford University Press, 2013. — P. 11. — ISBN 978-0-7486-9103-6.
- ↑ Discours de Jéricho (Le Monde diplomatique) 2011 йыл 3 сентябрь архивланған.
- ↑ Belkhodja, 1998, p. 18
- ↑ The Sydney Morning Herald — Google News Archive Search
- ↑ The Palm Beach Post — Google News Archive Search(недоступная ссылка)
- ↑ «Arrivée Tunis», JT 20h, Antenne 2, August 28th, 1982 2011 йыл 13 февраль архивланған.
- ↑ Frank J. Prial. Tunisia's Leader Bitter At The U.S. (ингл.). The New York Times (3 октябрь 1985). Дата обращения: 2 апрель 2016.
- ↑ Seelye, Talcott W. Ben Ali Visit Marks Third Stage in 200-Year-Old US-Tunisian Special Relationship (инг.), Washington Report on Middle East Affairs (March 1990). 2 апрель 2016 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Sophie Bessis, Souhayr Belhassen. Bourguiba. — Elyzad, 2012. — 480 с. — ISBN 9973580443.
- Tahar Belkhodja. Les trois decennies: Bourguiba. — Paris: Publisud, 1998. — 286 с. — ISBN 2866007875.
- Pierre-Albin Martel. Habib Bourguiba, un homme, un siècle. — Paris: Les Editions du Jaguar, 1999. — 166 с. — ISBN 2869503202.
- Samya El Mechat. Le nationalisme tunisien: scission et conflits, 1934—1944. — Paris: L’Harmattan, 2002. — 264 с. — ISBN 2747526755.
- Juliette Bessis. Maghreb, questions d’histoire. — Paris: L’Harmattan, 2003. — 232 с. — ISBN 2-7475-4727-2.
- Jean-François Martin. Histoire de la Tunisie Contemporaine: De Ferry à Bourguiba 1881-1956. — Paris: L’Harmattan, 2003. — 276 с. — ISBN 2747546268.
- Camau, Michel & Geisser, Vincent (2004), «Habib Bourguiba. La trace et l’héritage», Paris: Karthala, ISBN 978-2-845-86506-8
- Chadli, Amor (2010), «Bourguiba tel que je l’ai connu: la transition Bourguiba-Ben Ali», Tunis: Berg International, ISBN 978-9-973-02225-7
- Charfi, Mounir (1989), «Les ministres de Bourguiba (1956—1987)», Paris: L'Harmattan, ISBN 2738403980
- Cohen, Bernard (1992), «Bourguiba. Le pouvoir d’un seul», Paris: Flammarion, ISBN 978-2-080-64881-5
- Caïd Essebsi, Béji (2009), «Bourguiba. Le bon grain et l'ivraie», Tunis: Sud Éditions, ISBN 978-9-973-84499-6
- El Ganari, Ali (1985), «Bourguiba. Le Combattant suprême», Paris: Plon, ISBN 978-2-259-01321-5
- Garas, Félix (1956), «Bourguiba et la naissance d’une nation», Paris: Julliard
- Hajji, Lotfi (2011), «Bourguiba et l’Islam: le politique et le religieux», Tunis: Sud Éditions, ISBN 978-9-938-01044-2
- Klibi, Chedli (2012), «Habib Bourguiba. Radioscopie d’un règne», Tunis: Déméter, ISBN 978-9-973-70626-3
- Krichen, Aziz (2003), «Syndrome Bourguiba», Tunis: Cérès, ISBN 978-9-973-70077-3
- Lajili, Chaker (2008), «Bourguiba-Senghor: Deux géants de l’Afrique», Paris: L’Harmattan, ISBN 978-2-296-06781-3
- Mzali, Mohamed (2004), «Un Premier ministre de Bourguiba témoigne», Paris: Picollec, ISBN 978-2-864-77210-1
- Rous, Jean (1984), «Habib Bourguiba», Paris: Martinsart, ISBN 978-2-863-45235-6
- Sayah, Mohamed (2012), «L’acteur et le témoin», Tunis: Cérès
- Toumi, Mohsen (1989), «La Tunisie de Bourguiba à Ben Ali», Paris: Presses Universitaires de France, ISBN 978-2-130-42804-6
- Zaghouani-Dhaouadi, Henda (2011), «Le pèlerinage oriental de Habib Bourguiba. Essai sur une philosophie politique. Février-avril 1965», Paris: Publibook, ISBN 978-2-748-36746-1
- 3 августа тыуғандар
- 1903 йылда тыуғандар
- Республика ордены ҙур таҫмаһы кавалерҙары (Тунис)
- Фил ордены кавалерҙары
- Финляндияның Аҡ роза ордены кавалерҙары
- Католик Изабелла сынйыр менән ордены кавалерҙары
- «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Ҙур тәре кавалерҙары
- Изге Олаф Ҙур тәре ордены кавалерҙары
- Серафимдар ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Туниста тыуғандар
- 6 апрелдә вафат булғандар
- 2000 йылда вафат булғандар