Эстәлеккә күсергә

Хәстәрлек системаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Система Забота
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

2011

Нигеҙләүсе

Константин Лившиц

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Санкт-Петербург

Төп фигуралар

Константин Лившиц (генераль директор)

Тармаҡ

зәғифтәргә һәм өлкән йәштәге кешеләргә социаль ярҙам итеү

Сайт

http://zabota365.com/

ООО «Система Забота» — Рәсәй шәхси компанияһы, көн әйләнәһенә зәғифтәргә һәм өлкән йәштәге кешеләргә социаль ярҙам итеү хеҙмәте. 2011 йылда Санкт-Петербургта эшҡыуар Константин Лившиц тарафынан төҙөлгән, хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙең күп өлкәләрендә бар. Заказдар «хәүеф төймәһе» принципы буйынса ҡабул ителә, абонент тиҙ арала саҡырыуҙар эшкәртеү үҙәгенә шылтырата ала һәм квалифицикациялы оператор-врачтарҙан ярҙам ала ала.

«Хәстәрлек системаһы» информацион мәғлүмәттәр баҙарының һаулыҡ һаҡлау һәм социаль өлкәһендә 1999 йылдан эшләгән «Леге» компанияһының бер проекты булып барлыҡҡа килә. 2003—2007 йылдарҙа проект Санкт-Петербуртың бер районында теср режимында эшләй һәм «Хәүеф төймәһе» исеме аҫтында эшләй, унда беренсе 500 абонент тоташтырылған булған. Шунда Санкт-Петербургта социаль яҡлау һәм хеҙмәт комитетында презентация үткәрелә, Стокгольм иҡтисад мәктәбе тарафынан иң яҡшы йыл стартапы тип табыла.