Хәтмуллина Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хәтмуллина Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 сентябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Мәсетле районы
Вафат булған көнө 6 апрель 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Мәсетле районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө колхозник
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Әһәмиәтле урын Бөйөк Ватан һуғышы
Хатмуллина (Өмөтдинова) Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, яуҙаштары менән (уртала)

Хәтмуллина Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы[1] (рус. Хатмуллина Нажиба Галимьяновна; (1 сентябрь 1923 йыл6 апрель 1993 йыл — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, «За оборону Кавказа» миҙалы [2] һәм 2-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены [3] менән бүләкләнгән .

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәжибә Ғәлимйән ҡыҙы Хәтмуллина (ҡыҙ фамилияһы Өмөтдинова) Башҡорт АССР-ы Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында 1923 йылдың 1 сентябрендә тыуған. Атаһы - Ғәлимйән Өмөтдин улы Өмөтдинов, әсәһе - Баян Мөхәмәтхан ҡыҙы Өмөтдинова [4].

1941 йылдың 1 июлендә 18 йәшлек ҡыҙ Мәсетле район хәрби комиссариаты тарафынан Бөйөк Ватан һуғышына оҙатыла. Һауа һөжүме оборонаһының 85-се дивизияһы составына эләгә. Хәрби наградалары документтарынан күренеүенсә, ҡыҙ һауа һөжүмен күҙәтеү, хәбәр итеү һәм элемтә ғәскәренең айырым батальонында 63-сө күҙәтеү посында күҙәтеүсе булған [2][3].

Һуғыштан һуң яугир ҡыҙ Жданов исемендәге колхоз автогаражында эшләй. 1947 йылда Мөхәмәтфәғил Ҡәниф улы Хәтмуллинға [5] тормошҡа сыға һәм, ире фамилияһына күсеп, Хәтмуллина булып китә. Күпмелер ваҡыт "Кустпром" тигән ойошмала ла эшләп ала.

Тормош иптәше менән ике ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.

1993 йылдың 6 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Яңы Мөслим ауылында, 69 йәшендә вафат була һәм ауыл зыяратында ерләнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Нажиба Галимьяновна Хатмуллина
  2. 2,0 2,1 Медаль «За оборону Кавказа» №-010870
  3. 3,0 3,1 Орден Отечественной войны 2-й степени, наградной документ №84 от 06.04.1985 г.
  4. ДНК
  5. Мухаметфагил Канифович Хатмуллин

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нажиба Галимьяновна Хатмуллина [1]