Цыганов Вадим Борисович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Цыганов Вадим Борисович
рус. Вадим Борисович Цыганов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Вадим Борисович Цыганов
Патронимы йәки матронимы Борисович[d]
Тыуған көнө 30 май 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (60 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Хәләл ефете Вика Цыганова[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө актёр, музыкальный продюсер, поэт-песенник, сценарий яҙыусы, дизайнер, шағир, рәссам, скульптор, коллекционер, яҙыусы
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
За защиту Республики Крым
Рәсми сайт tsiganov-style.ru
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
 Цыганов Вадим Борисович Викимилектә

Цыганов Вадим Борисович (30 май 1963 йыл, Стәрлетамаҡ) — урыҫ шағиры, дизайнер, актер, музыкаль продюсер, йыр яҙыусы шағир, сценарист, рәссам, скульптор, яҙыусы, коллекционер, өй интерьерҙары дизайнеры[1][2]. Йырсы Вика Цыганованың продюсеры һәм ире.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вадим Борисович Цыганов 1963 йылдың 30 майында Башҡортостан АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа. 1984 йылда Рәсәй театр сәнғәте институтының актерлыҡ факультетын тамамлай (В. Андреева оҫтаханаһы ).

Ермолова исемендәге театрҙа һәм Мәскәү өлкә театрында актер булып эшләй, сценарийҙар яҙа.

«Ласковый май» төркөмөнөң директоры булып эшләй.

1990 йылда йырсы Виктория Жукова һәм композитор Юрий Прялкин менән хеҙмәттәшлек итә башлай, 1991 йылда Вика Цыганова исеме аҫтында «Гуляй, анархия» беренсе альбомы сыға, Вадим үҙенең ҡатынына продюсер була, уның йырҙарына шиғырҙар яҙа[3].

Севастополдә һәм Курил утрауҙарында изге Андрей Первозванный һәйкәлдәре авторы, Изге Царственные Страстотерпцы монастырында Ганин соҡоронда ҡуйылған православие Поклонный Тәреһенең[4], Калининградта Александр Невский һәйкәле авторы.

Үҙенең 22 метр оҙонлоҡтағы «Изге Виктория» яхтаһында «Рус диңгеҙ сәйәхәтселәре» музейын төҙөй, Яхтаһы ҡатыны хөрмәтенә аталған һәм Имеретинкала тора.

Йорт, музей интерьерҙары һәм дизайны менән шөғөлләнә, Хөкүмәт кешеләре өсөн, Виктор Вексельберг, Олег Дерипаска, Рус диңгеҙселәре музейы (Сочи)[5] Саввиино-Сторожевский монастыры өсөн проекттар эшләгән. «Дизайн һәм мебель» күргәҙмәләрендә юғары наградаларға эйә була .

Вадим Цыганов Александр Домогаров, Игорь Слуцкий өсөн йырҙар яҙа, Михаил Круг өсөн альбом ижад итә, «Приходите в мой дом» йырынан башлай[6]. Рәсәй Яҙыусылар союзы («Приходите в мой дом», «Масленица» һәм «Пегас» китаптары) ағзаһы булып тора.

2010 йылда сәйәхәтсе Федор Конюхов һәм ҡатыны Вика Цыганова менән «Изге Виктория» яхтаһында Һинд океанынан Атлантик океанға өс аҙналыҡ хәйриә походы ойоштора. Поход «Изге Виктория» яхтаһында сәйәхәт Федор Ушаковтың ғибәҙәтханаһын төҙөй башлауға мөмкинлек бирә[7][8].

Федор Конюховтың сәнғәт эштәренең күргәҙмәләрен ойоштороусы: 2019 йылда Санкт-Петербургта Рус Һынлы Сәнғәт Музейында[9], Хабаровскиҙа Крайҙың Художество Музейында[10] һәм Калининградта Донъя Океаны музейында[11].

2022 йылда февралендә Рәсәйҙең Украинаға баҫып инеүен һәм президент Владимир Путинды хуплай. Март айы Украинаға барырға әҙерлеге тураһында хәбәр итә[12].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡатыны — Вика Цыганова — йырсы, уларҙың балалары юҡ. Ҡатыны менән Зеленоградтан алыҫ түгел Мышецкое ауылында, Круглое күле янында йәшәй[13].

Билдәле йырҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Приходите в мой дом
  • Русская водка
  • Любовь и смерть
  • Калина красная
  • Гроздья рябины
  • Лето пьяное
  • Фёдор гребёт

Фильмографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1983 — Ложь на длинных ногах (фильм-спектакль) — күрше

Фильм ҡатнашыуы.

  • 2006—2007 — Как уходили кумиры (документальный) — Михаил Круг

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Муж Вики Цыгановой отказал Алле Пугачевой | KM.RU
  2. Вадим Цыганов " Официальный сайт Вики Цыгановой 2018 йыл 25 сентябрь архивланған.
  3. Биография " Официальный сайт Вики Цыгановой 2018 йыл 25 сентябрь архивланған.
  4. http://www.kino-teatr.ru/teatr/acter/m/sov/302595/bio/
  5. В Сочи на знаменитой яхте откроется музей морских путешествий. Вести Сочи. Дата обращения: 7 февраля 2020.
  6. Муж Вики Цыгановой отказал Алле Пугачевой | KM.RU
  7. https://www.crimea.kp.ru/daily/24597.3/764182/
  8. Дьякон Федор Конюхов совершит благотворительный поход на яхте «Святая Виктория». 2019 йыл 9 февраль архивланған. Благовест-Инфо
  9. Федор Конюхов. www.rusmuseum.ru. Дата обращения: 7 февраль 2020.
  10. DVHAB.ru. Выставка живописи и графики Федора Конюхова. www.dvhab.ru. Дата обращения: 7 февраль 2020. 2020 йыл 7 февраль архивланған.
  11. Палитра пилигрима. world-ocean.ru. Дата обращения: 7 февраль 2020. Архивировано из оригинала 7 февраль 2020 года. 2020 йыл 7 февраль архивланған.
  12. «Американцы предоставляют самолеты»: Цыганов изъявил желание пойти добровольцем на Украину
  13. Где живет Вика Цыганова, загородный дом Вики Цыгановой в поселке Мышецкое

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]