Чайковский йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Чайковский йорто
Дом Чайковского, 2012 г.
Дом Чайковского, 2012 г.
Ил Рәсәй
Урыны Таганрог, Грек урамы, 56
Проект авторы Петров Михаил Прокофьевич
Беренсе тапҡыр 1871 йыл
Төҙөлөшө 1871—??? йылдар
Билдәле йәшәүселәр Чайковский Пётр Ильич, Чайковский Ипполит Ильич
Статус Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6101146000№ 6101146000
Сайт Рәсми сайт

Чайковский йорто — Таганрог ҡалаһындағы (Грек урамы, 56) боронғо йорт, 1870 йылдарҙағы архитектура һәйкәле.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дон ғәскәрҙәре подполковнигы Д. Г. Калиновский заказы буйынса йорт проекты 1871 йылда архитектор М. П. Петров тарафынан эшләнә[1]. Төҙөлөп бөтмәгән килеш бина сауҙәгәр Сарандино милкенә күсә һәм ул уны төҙөтөп бөтөрә, тигән версия ла йәшәй. 1880—1890 йылдарҙа йорт Сарандиноның тол ҡатыны исемендә була. 1883 — 1894 йылда бинаны Пароходлыҡ һәм сауҙа урыҫ йәмғиәте (РОПиТ) үҙенең агенты, диңгеҙ офицеры Ипполит Ильич Чайковский өсөн ҡуртымға ала. Ағаһына ҡунаҡҡа композитор Петр Ильич Чайковский килеп йөрөй һәм ошо йортта туҡтала (1886, 1888, 1890). 1898 йылдан 1906 йылға тиклем бинаға надворный советник Ю. И. Тарховатың ҡатыны эйә була, ә 1915 йылда — генерал-майор Т. П. Ретивыйҙың ҡыҙы. 1920 йылдан 1966 йылғаса бында 1-се балалар дауаханаһының бер өлөшө урынлаша, 1966 — 1974 йылдарҙа — УНР-100. 1974 йылдан әлегәсә йортто Чехов исемендәге Үҙәк ҡала китапханаһының нота-музыка һәм сит телдәр бүлеге, камера концерт залы, «Музыка йорто» атамаһы аҫтында П. И. музей бүлиәһе биләй.

Бинаның хәҙерге йөҙө баштағыһынан айырыла: Ҡырым ер тетрәүҙәренең (1927) Таганрогка тиклем килеп еткән тулҡыны һул ҡанаттың бер өлөшөн зыянлай, һуңынан ул емерелә. Реконструкция ваҡытында (19741976) башня шпиленә елкәнле кәмә рәүешендә флюгер ҡуйыла (авторы — рәссам Ю. С. Яковенко), ул элек булмай. Йорт тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәр исемлегенә инә. А. П. Чехов 1895 йылда туғанына: «Әгәр ҙә мин бай булһам, һис шикһеҙ, Ипполит Чайковский йәшәгән йортто һатып алыр инем», — тип яҙа.

Архитектура үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙыл кирбестән һалынған мансардалы йорт, шпиле булған тешле башня менән тамамлана. Тәҙрәләре уны урта быуаттарҙағы замоктар (модерн, неоготика) менән оҡшаш итә.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йортта йәшәгән билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Киричек М. С. Чайковского дом // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 776.