Чача (эсемлек)
Чача | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Ил | Грузия |
Чача Викимилектә |
Ча́ча (груз. ჭაჭა) — грузин спиртлы эсемлеге, виноград һуты ҡалдығынан эшләнгән[1][2] бренди класына ҡарай. Ул — виноградттан һут һығып алғандан һуң ҡалған ҡаты фракцияны — мезганы әсетеп ҡыуҙырғандан һуң алынған спиртлы эсемлек.
Әҙерләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чача йортта (кустар рәүештә), шулай уҡ ликер-араҡы заводтарында ла етештерелә. Уның рецептары ла төрлө. Чачаны әҙерләү өсөн шарап эшләү өсөн яраҡлы булмаған (емештәре бешеп етмәгән) виноград тәлгәштәре ботаҡтары менән бергә алына, уларға вино етештереүҙән ҡалған ҡаты фракция ҡушыла.
Көнсығыш Грузияла чача өсөн төп сырье — Ркацители сорты винограды, Аджария һәм Абхазияла — Изабелла и Качич. Әҙер сырье ике, бик һирәк бер тапҡыр ҡыуҙыртыла. Алынған виноград спирты 70 градустан 80 градусҡа тиклемге ҡатылыҡта була, уны нормаға тап килтереү өсөн алынған шыйыҡсаға һыу ҡушыла һәм шешәләргә ҡойола. Ҡайһы бер сорттарын имән мискәләрҙә бер нисә йыл буйы һаҡлайҙар.
2011 йылдың сентябрендә Грузия властары чачаға[3] патент ала.
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәҙәттә саф килеш ҡулланалар. Шулай уҡ йәш емеш-еләк һәм боҙ ҡушып төрлө коктейлдәр әҙерләү өсөн дә ҡулланыла. Грузия крәҫтиәне ғәҙәттә иртән, бигерәк тә һалҡын ваҡытта, берәй чарка (шарап эсә торған һауыт) менән чача эсә. Көнбайыш Грузияла чача эскәндән һуң татлы ризыҡ ҡабалар, ә көнсығышында — тоҙланған ризыҡ ҡабыу ғәҙәткә ингән. Абхазияла чачаны аперетив рәүешендә файҙаланалар, хәҙерге ваҡытта, бигерәк тә ҡыш көндәрендә, рәсми булмаған табындың төп эсемлеге булараҡ ҡулланыла.
Чачала виноградтың нәфис еҫе һаҡлана. Ул — бренди, виски һәм араҡыға ҡарағанда ҡатыраҡ эсемлек (55-60 %), шуға ҡулланғанда быны оноторға ярамай.
Танылған кешеләр тормошонда чача
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. А. Громыконың хәтирәләре буйынса, Сталин Ялта конференцияһында Черчиллгә һәм Рузвельтҡа элек уларға таныш булмаған чачаны бүләк итә. Шулай ҙа Сталин шуны билдәләп ҡуя: «Минеңсә, чача — иң һәйбәт араҡыларҙың береһе. Әммә мин үҙем уны эсмәйем, еңел йөҙөм шарабына өҫтөнлөк бирәм»[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ start with an appetiser of pickled vegetables — the perfect chaser for your home brewed cacha(georgian vodka)
- ↑ If the grape skins are not added to the pressed juice for Kakhetian-style wine, they are used to make Georgian chacha or vodka
- ↑ Хачапури, чача и сулугуни стали патентованными брендами Грузии
- ↑ http://vlastitel.com.ru/stalin/vov/grom.html Громыко А. А. Памятное. — М., 1988. — С. 196—205.