Чебурашка (фильм)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чебурашка
Жанр
Режиссёр

Дмитрий Дьяченко

Продюсер
Нигеҙе

персонажей Эдуарда Успенского

Сценарий
авторы
Төп
ролдәрҙә
Оператор
  • Иван Лебедев
  • Игорь Гринякин
Композитор

Иван Канаев

Художник-постановщик
  • Артём Кузьмин
  • Фёдор Савельев
  • Мария Муратова
Кинокомпания
Дистрибьютор

«Централ Партнершип»

Оҙайлығы

113 мин.

Бюджет

850 млн

Сборы

7.039 млрд ₽[1][2][3][4][5]

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Йыл

2022

Следующий фильм

Чебурашка 2[6]

Тышҡы видеофайлдар
YouTube сайтында Тизер-трейлер
YouTube сайтында Официальный трейлер

«Чебура́шка» — 2022 йылғы Рәсәй режиссеры Дмитрий Дьяченконың, яңы донъяға барып эләккән Чебурашка исемле ҙур ҡолаҡлы йәнлек тураһындағы комедиялы ғаилә фильмы. Фильм Эдуард Успенскийҙың хикәйәләрен экранлаштырыу булып тормай[7]. Кинокартина идеяһы 2020 йылда уҡ барлыҡҡа килә, әммә фильм 2021 йылдың башында ғына төшөрөлә башлана[8][9][10][11][12][13].

Фильмдың премьераһы 2022 йылдың 23 декабрендә «Октябрь» кинотеатрында уҙҙы[14]. 2023 йылдың 1 ғинуарында Рәсәйҙә киң прокатҡа сыға[15]. Өс көн эсендә таҫма 850 миллион һумлыҡ үҙенең тәүге бюджетын ҡаплай һәм һуңынан Рәсәй тарихындағы прокатта иң табышлы фильмына әүерелде[16][17][18].

Йөкмәткеһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡояшлы алыҫ илдә, әфлисун плантацияһында, фермерҙар Мигель һәм Хуан уңыш йыялар. Шул саҡ Хуан кәрзиндәге емештәрҙең юҡҡа сығыуына иғтибар итә. Хуан кәрзинде күтәрә һәм кескәй ҙур ҡолаҡлы йөнтәҫ йәнлекте күрә. Фермерҙар шуҡ йөнтәҫ хайуанды алдатҡыслы тоҙаҡ ярҙамында тоторға ҡарар итәләр. Әммә ҡапыл ярһыған дауыл йәнлекте ситкә алып китә.

Шул арала, диңгеҙ буйындағы бәләкәй генә ҡаланың бер дендрарийында ҡомһоу һәм ҡырыҫ Гена исемле баҡсасы йәшәй һәм эшләй. Ул территорияла педантик тәртип урынлаштыра, шул уҡ ваҡытта турист төркөмдәрен был тәртиптәрҙе һәр ваҡыт боҙған өсөн күрә алмай. Генаның өйөндә күҙәтеү торбаһы бар, ул уның аша даими рәүештә тәүәккәл хужабикә Таня һәм изгелекле уның ире Толик эшләгән «Шоколадная мастерская» кибетен күҙәтә. Уларҙың биш йәшлек Гриша исемле улдары бар. Таня — Генаның ҡыҙы, әммә оҙаҡ йылдар атаһы менән аралашмай.

Бер ваҡыт һөмһөҙ Гена өйгә ҡайтып килә. Эшләпәле ханым ултырған эскәмйә янынан үтеп барышлай, Гена дамаға иҫкәрмә яһай, сөнки ул кәнфит ҡағыҙын ҡый һауытынан ситкә ергә ташлай. Римма — «Радость моя» шоколад фабрикаһының хужаһы. Хакимлыҡ итергә яратҡан, ғорур һәм бындай иҫкәрмәләр уға әйтелергә тейеш түгел тип һанаған ҡатын Генаға тупаҫ яуап ҡайтара. Ә тегеһе, яуап итеп, ҡый һауытындағы сүп-сарҙы Римманың сумкаһына бушата.

Риммаға ҡаршы ҡот осҡос ҡыланышы өсөн етәкселектән ҡаты шелтә алғас, Гена өйөнә ҡайта һәм унда берҙән-бер дуҫын — зоопарктың позитив һәм һөйләнсек һаҡсыны Валераны осрата. Гена һәм Валера сатраш уйыны барышында яҡынлашып килгән көслө дауыл тураһында һөйләшәләр. Ҡалаға тирә-яҡтағы бөтә нәмәне емереүсе әфлисун боҙ-борсағы яуа. Ә Генаның өйөнә күк йөҙөнән Чебурашка килеп төшә. Тәүҙә Гена мөмкин булғанса саҡырылмаған ҡунаҡтан мәңгегә ҡотолорға тырыша, ләкин ваҡыт уҙыу менән уға күнегә башлай һәм, Чебурашканы «белорус овчаркаһы» тип атап, үҙенә ҡалдырырға ҡарар.

Иртәнсәк Чебурашка, әфлисундар эҙләп, дендрарий тирәһе буйлап йөрөп килергә сыға һәм үҙ юлында Соня исемле ҡыҙыҡайҙы осрата. Көйәҙ Соня шунда уҡ ярһып илай, сөнки ул ҙур ҡолаҡлы йәнлекте үҙенә алырға теләй. Чебурашка шарылдаҡ ҡыҙҙан һәм уның өләсәһе Римманан саҡ ҡасып ҡотола. Генаға уның етәксеһе килә һәм шоколад фабрикаһының хужабикәһе менән булған конфликтты хәл итер өсөн компромисс ҡарар тәҡдим итә — бының өсөн тик Генала йәшәгән йәнлекте Риммаға һатырға кәрәк. Баҡсасы бындай тәҡдимдән ҡырҡа баш тарта.

Бер аҙҙан Гена Гриша ейәненең тыуған көнөнә сығырға йыйына һәм Чебурашканың уның артынан эйәргәнен абайламай ҡала. Чебурашканы күргәс, Гриша ғәжәпләнеүенән үҙенең «Әсәй!» тигән тәүге һүҙен әйтә. Киләһе көндәрҙә Гена бала кеүек Чебурашканы уҡырға өйрәтә.

Бер нисә көндән Римма Лариондың докладын тыңлай. Ларион — Римманың ассистенты, ул үҙенең компромисһыҙ етәксеһенә ярарға теләгән карьерсы. Оҙаҡламай ҡалала шоколад фестивале үтәсәк, унда Римма бер нимәгә ҡарамаҫтан беренсе урынды алырға теләй. Әммә «Радость моя» ҙур шоколад корпорацияһының конкуренты бар, ул да булһа бер йыл элек еңеүсе булған Таняның бәләкәй шоколад кибете. Ларион Римманың ҡушыуы буйынса Таняның магазинын һатып алырға маташа, ләкин тегеһе уның тәҡдименән ҡырҡа баш тарта.

Римма Ларионға ҡаты рәүештә Танянан үс алырға бойора, һәм тегеһе магазинға ҡомаҡтар ебәрә. Ларион, ығы-зығыны файҙаланып, Таняның рецептар китабын урлай. Ошо хәл тураһында белгәс, Гена ҡыҙына ярҙам итергә теләп, рецептар китабын Чебурашкаға алмаштырырға өмөтләнә. Гена ҡарар ҡабул иткән мәлдә, ул Таняның бәләкәй сағында әсәһенең һауала үлгәнен, ә Гена иһә, ҡыҙын өләсәһенә ҡалдырыуҙан башҡа сара тапмауын иҫенә төшөрә.

Гена, Чебурашканы рецептарға алмаштырғас, ҡыҙына килә, ләкин Таня атаһының был ҡылығына ныҡ асыулана. Һәм шунда Генаға ярҙамға дуҫы Валера килә. Наталья, урам һепереүсе һәм туңдырма һатыусы Галя Генаға Чебурашканы кире ҡайтарырға ярҙам итергә хәл итәләр.

Был ваҡытта ҡалала шоколад фестивале башлана, унда ҡатнашыусылар, шулай уҡ был ҙур сараның ҡунаҡтары килә. Гена Римманы ейәнсәре менән аңдый һәм һағышлы Чебурашканы таба. Гена бәләкәй дуҫынан үҙ ҡылығы өсөн ғәфү итеүен һорай һәм, ярашып, Таняның ғаиләһенә ашыға, ләкин шунда Гришаның юғалыуы асыҡлана. Бөтәһе лә малайҙы эҙләй башлай, ләкин Чебурашканың һиҙгерлеге һәм етеҙлеге, шулай уҡ малайҙың олатаһы Генаның ҡыйыулығы арҡаһында ғына ракета эсендә ултырып ҡалған малайҙы ҙур бәләнән ҡотҡарып ҡалалар.

Фильм аҙағында Генаның бөтә ғаиләһе Чебурашканың тыуған көнөнә йыйыла. Генаның дуҫтары ла бындалар. Һәм хатта ғәфү үтенергә килгән Римма табында ҡала. Гена гармунда уйнай һәм «Пусть бегут неуклюже» тигән йыр йырлай.

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сергей Гармаш — баҡсасы Геннадий Петрович (Гена) (прототип — Крокодил Гена)
  • Ольга Кузьмина — Чебурашка (тауыш)
  • Елена Яковлева — кондитер фабрикаһының директоры Римма (прототип — Шапокляк әбей)
  • Фёдор Добронравов — Валерий Завгородний, экзотик хайуандар буйынса белгес, Генаның дуҫы
  • Полина Максимова — Таня, Гришаның әсәһе, Генаның ҡыҙы
  • Сергей Лавыгин — Толя, Гришаның атаһы, Таняның ире
  • Дмитрий Лысенков — Ларион, Римманың ярҙамсыһы (прототип — Лариска, Шапокляктың ҡомағы)
  • Илья Кондратенко — Гриша, Толя менән Таняның малайҙары
  • Ева Смирнова — Соня, Римманың ейәнсәре
  • Софья Зайка — Галя, эсемлектәр һәм туңдырмалар һатыусыһы
  • Наталья Щукина — Наталья Николаевна, дендрарий директоры, Генаның начальнигы
  • Жаннат Керимбаев — урам һепереүсе
  • Оливье Сиу — ашнаҡсы
  • Артём Быстров — Гена йәш сағында
  • Марина Коняшкина — Люба, Генаның ҡатыны, Таняның әсәһе
  • Алиса Мынай — Таня бала сағында
  • Арсений Фогелев — һаҡсы
  • Константин Фадеев — Василий, Римманың водителе

Фильмды төшөрөү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фильмды 2021 йылдың сентябрендә Сочиҙа төшөрә башлайҙар, локациялар сифатында Сочи «Дендрарий» паркы, Орджоникидзе исемендәге шифахана һәм диңгеҙ буйы хеҙмәт итә[19]. Шулай уҡ төшөрөүҙәр Кисловодскиҙа, Пятигорскиҙа, Мәскәүҙә һәм Ессентукиҙа уҙа, ә 2022 йылдың июнендә Мәскәү өлкәһендә тамамлана[20]. 2022 йылдың 20 июнендә «Yellow, Black & White» һәм «Централ Партнершип» кинокомпанияларының рәсми YouTube-каналдарында фильмдың беренсе рәсми тизеры сыға, ә 2022 йылдың 26 октябрендә фильмдың рәсми трейлеры донъя күрә.

Бер эпизодты төшөргәндә 6 тонна әфлисун ҡулланылған, был хаҡта Инстаграм сәхифәһендә «Yellow, Black & White» кинокомпанияһы хәбәр итә[21].

Фильмда компьютер графикаһы күп ҡулланылған. Уны Full CG берләштереү ысулын ҡулланып, фильмға кереткәндәр.

Саундтрек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2023 йылдың 1 ғинуарында һанлы майҙансыҡтарҙа сыҡҡан «Моя Мишель» төркөмө башҡарыуындағы «Воздушный шар» йыры фильмға саундтрек булып тора.

Шулай уҡ фильмда Севара Назархан башҡарыуындағы «Там нет меня» йыры, Эдуард Хильдың «Я очень рад, ведь я наконец возвращаюсь домой…» вокализы һәм 1971 йылғы йәнһүрәттән «Песенка крокодила Гены» йырҙары яңғырай[22].

Сығарыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Чебурашка» фильмының премьераһы 2022 йылдың 23 декабрендә Мәскәүҙә Яңы Арбатта «Каро 11 Октябрь» киноүҙәгендә уҙа, ә Рәсәйҙә киң прокатҡа 2023 йылдың 1 ғинуарында «Централ Партнершип» булышлығында сыға[23].

2023 йылдың 2 мартында «Чебурашка. Яңы йыл мөғжизәһе тарихы» исемле фильмдың нисек төшөрөлөүе тураһында документаль фильм сыға[24].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Фильмы — Чебурашка. ЕАИС. Дата обращения: 3 март 2023.
  2. Чебурашка. Бюллетень кинопрокатчика. Дата обращения: 26 февраль 2023. Архивировано 17 февраль 2023 года.
  3. Обзор кассовых сборов в России и СНГ за уик-энд 9 - 12 марта: "Поехавшая" радует отличной кассой. Кинобизнес (13 март 2023). Дата обращения: 14 март 2023.
  4. Кассовые сборы фильма «Чебурашка» превысили 7 млрд рублей. 30 марта 2023 г. Кубанские новости
  5. Режиссер «Чебурашки» Дмитрий Дьяченко опроверг новости о съемках продолжения фильма | РБК Life
  6. «Чебурашка 2» запущен в работу
  7. НАПРОЛОМ.КИНО: В сети появился первый тизер-трейлер фильма. smotrim.ru. Дата обращения: 27 июнь 2022.
  8. Фильм Чебурашка (2022): дата выхода, трейлер, фото, актеры. Комсомольская правда. Дата обращения: 12 ғинуар 2023.
  9. Любимый герой возвращается на экраны: начались съемки фильма "Чебурашка". Вести.ru (20 сентябрь 2021). Дата обращения: 12 ғинуар 2023.
  10. Съемки полнометражного фильма про Чебурашку начнутся в 2021 году. TACC. Дата обращения: 12 ғинуар 2023.
  11. Кто сыграет главную роль в художественном фильме про Чебурашку. Российская газета (7 октябрь 2020). Дата обращения: 12 ғинуар 2023.
  12. Что известно про фильм «Чебурашка» с Сергеем Гармашом? AiF (20 сентябрь 2021). Дата обращения: 12 ғинуар 2023.
  13. Гармаш сыграет крокодила Гену, а Чебурашка оживет в полнометражном фильме. РИА Новости (20210920T1518). Дата обращения: 12 ғинуар 2023.
  14. Максимова с цветами в голове, уютная Елена Яковлева, Кузьмина с сыном: премьера фильма «Чебурашка». StarHit. Дата обращения: 24 декабрь 2022.
  15. Премьеру семейной комедии о Чебурашке запланировали на 1 января 2023 года. TACC. Дата обращения: 12 ғинуар 2023.
  16. Мнение эксперта: российскому кинопрокату потребуется минимум 10 фильмов уровня «Чебурашки» для выхода из кризиса. Вестник лицензионного рынка. Дата обращения: 18 ғинуар 2023.
  17. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; :0 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  18. Сергей Гармаш заявил о съемках фильма «Чебурашка-2»
  19. В Сочи начали снимать фильм о Чебурашке. Югополис. Дата обращения: 8 ғинуар 2023.
  20. Опубликован тизер «Чебурашки» с Гармашом. Газета.Ru. Дата обращения: 20 июнь 2022.
  21. Все, что нужно знать о семейной комедии "Чебурашка". Вести.ру (21 декабрь 2022). Дата обращения: 7 ғинуар 2023. Архивировано 14 ғинуар 2023 года.
  22. «Моя Мишель» спела песню для «Чебурашки». InterMedia (1 ғинуар 2023). Дата обращения: 19 ғинуар 2023.
  23. Евгения Виноградова. Максимова с цветами в голове, уютная Елена Яковлева, Кузьмина с сыном: премьера фильма «Чебурашка» | STARHIT. www.starhit.ru. Дата обращения: 14 апрель 2023.
  24. "Чебурашка. История новогоднего чуда" – фильм о фильме уже в кинотеатрах. Вести.Ру. — новость. Дата обращения: 5 март 2023.

Ссылки[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]