Черкестар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Черкестар
Үҙ атамаһы

адыгэ

Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: 115 000
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: 114 697 (2021)[1]; 73 184 (2010)[2]

Археологик культура

Майкоп мәҙәниәте, Дольмен мәҙәниәте, Меот мәҙәниәте

Тел

Ҡабарҙы-черкес теле

Дин

ислам (Сөнниҙәр)

Раса тибы

Европеоидтар (понтий ярым тибы)

Туғандаш халыҡтар

абхаз-адыг халыҡтары

Килеп сығышы

касогтар, зихтар, меоттар, керкеттар

Черке́стар (үҙатамаһы: адыгэ) — Ҡарасай-Черкес Республикаһында, шулай уҡ Адыгеяла, Ҡабарҙы-Балҡарҙа, Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе халыҡ. Халыҡ иҫәбе 115 мең самаһы кеше тәшкил итә, шул иҫәптән Ҡарасай-Черкес Республикаһында — 59 мең кеше (тәүге тапҡыр 2021). Башлыса Черкес ҡалаһында һәм Ҡарасай-Черкес Республикаһының 17 ауылында йәшәйҙәр

Черкестар, ҡабарҙылар һәм адыгейҙар кеүек үк, үҙҙәрен борондан «адыгэ» тип атап йөрөтәләр. Улар шулай уҡ Яҡын Көнсығыш илдәрендә лә йәшәйҙәр. Унда улар XIX быуат урталарында күсенергә мәжбүр була. Сит илдәрҙә адыгейҙар, абхаздар — барыһы черкестар тип атала.

Григорий Гагарин. 1839—1840 йылдарҙағы черкес кенәздәренең кәңәшмәһе
Черкес кавалерияһы, Джеймс Белл һүрәтенән О. Барнард гравюраһы, Беллдың «Journal of a Residence in Circassia during the Years 1837, 1838 and 1839» китабы 1840 йылда баҫылған.
Шпион Джеймс Белл төҙөгән Черкесия картаһы.

Этнонимы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат аҙағында — XX быуат башында нәшер ителгән Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлегендә:

Грек тарихсыларында уҡ тап черкестарға тап килгән керкеттар атамаһы осрай. Гректар уларҙы шулай уҡ зихтар тип тә атаған (Appian-да)[3].
Черкестар XIX быуат аҙағында. Хромолитография

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черкестар һәм Кобан мәҙәниәте

Ғалимдарҙың билдәле бер өлөшө, Кобан археологик мәҙәниәтен (башы б. э. т. XIII быуатҡа ҡарай) булдырыусылар һәм уны йөрөтөүселәр ике төрлө этнолингвистик төркөмгә ҡарай, тип иҫәпләй, йәғни:

 — Пятигорскиҙың «локаль варианты» ареалында башлыса протокобан этник төркөмөнә ҡараған ҡәбиләләр йәшәгәндер, моғайын[4];
 — Таулы «локаль варианты» районында — протовайнахтар[4].

Кобан мәҙәниәте формалашыуҙың иртә этабында (б. э. т. XII быуатта) скифтар ҡатнаша алмаған, уларҙың барлыҡҡа килеүен ғалимдар б.э.т. VIII б. ҡарата (ҡара: Скифтар), сарматтар ҙа ҡатнаша алмаған, улар б. э. т. IV быуатта барлыҡҡа килгән (ҡара: Сарматтар)

Черкестар СССР-ҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1921 йылда Төньяҡ Кавказда РСФСР составында Таулы Автономлы Совет Социалистик Республикаһы барлыҡҡа килә. 1922 йылдың ғинуарында РСФСР составында Ҡарасай-Черкес автономиялы өлкәһе ойошторола. Уға ҡабарҙылар ерҙәренең бер өлөшө һәм Кубань йылғаһының үрге ағымындағы бесленейҙарҙың ерҙәре ингән. Ошо республикала йәшәгән адыгтар (үҙ атамаһы) барыһы өсөн дә дөйөм этноним — черкес атамаһын һаҡланған.

1926 йылдың 26 апрелендә Ҡарасай-Черкес Автономлы округы Ҡарасай автономлы округына һәм Черкес милли округына (1928 йылдан автономиялы өлкә) бүленә. 1926 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса СССР-ҙа 65 270 черкес теркәлгән[5], ә 1959 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса уларҙың һаны 30 453 кешегә тиклем кәмегән[6].

1957 йылдан — Ставрополь крайы составында тағы Ҡарасай-Черкес автономлы округы. 1992 йылдан — Ҡарасай-Черкес Республикаһы. 1970 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 39 785 черкес теркәлгән[7], ә 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса СССР-ҙа Черкес халҡы 52 363 кешегә еткән[8].

Теле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡабарҙы-Черкес Республикаһы черкестары абхаз-адыг телдәре ғаиләһенең ҡабарҙы-черкес телендә һөйләшә.

1920—1925 йылдарҙа төньяҡ Кавказ интеллигенцияһы, был йылдарҙа булған иреклектән файҙаланып, элекке йылдарҙағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә тырыша, әммә был мөмкинлек оҙаҡҡа бармай. 1922 йылда, атап үтелгән иреклек осоронда, Кисловодскиҙа «Конференция по просвещению горцев» тип аталған сара ойошторола. Был Конференция һөҙөмтәһендә Төньяҡ Кавказда туған телдәрҙә мәктәптәр асыла, ә 1925 йылға бөтә ерҙә латин графикаһы нигеҙендә яҙма индерелә.

Көнкүреше һәм мәҙәниәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хужалыҡ формалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп шөғөл — ҡыуғын малсылығы (һарыҡ, кәзә, йылҡы, һыйыр малы), баҡсасылыҡ, виноградсылыҡ. Йылҡысылыҡ айырым урын алып тора.

Традицион кәсеп, нигеҙҙә, малсылыҡ продукттарын эшкәртеү: буҫтау, өҫ кейеме, буркалар етештереү һ.б. менән бәйле була. Күрше халыҡтарҙа черкес буҫтауы бигерәк тә юғары баһаланған. Черкес Республикаһының көньяғында ағас эшкәртеү үҫешкән. Тимерселек кәсебе, ҡорал эше киң таралған була.

Черкестар «лъэпкъ» бойондороҡһоҙ ауыл общиналарына берләштерелеп, унда сығышы менән ырыу төркөмдәренән (башлыса хәлле общинасыларҙан) булған үҙидара органдары эшләгән. Уларҙың ағзалары бер-береһен яҡлау менән бәйләнгән, дөйөм ер һәм көтөүлектәр менән файҙаланған, халыҡ йыйылыштарында тауыш биреү хоҡуғына эйә булған. Патрилиния ҡәрҙәш төркөмдәре (уларҙың ағзалары ҡайһы берҙә ауыл ерендә айырым кварталдар барлыҡҡа килтергән), ҡанлы үс йолаһы, ҡунаҡсыллыҡ, ҡуна́ҡ булышыу — Кавказ халыҡтарында таралған төрлө ауыл ир-егеттәрҙең дуҫтарса мөнәсәбәттәре һәм үҙ-ара ярҙам итешеүе кеүек традицион система; шундай мөнәсәбәттә торған ирҙәр берен-бере ҡуна́к тип аталған — һаҡланып ҡалған. XVIII быуатҡа тиклем, бер нисә быуын ҡараған һәм һаны 100 кешегә тиклем еткән ҙур патриархаль ғаилә өҫтөнлөк иткән. XIX быуат аҙағында ғаилә общиналары өлөшләтә тергеҙелә башлай. Никах ҡәтғи экзогам булған. Никах тыйыуҙары ике линия буйынса бөтә туғандарына ла һөт туғанлығында торған кешеләрҙең тоҡомдарына ла ҡағыла. Көнкүрештә левират һәм сорорат, аталыҡ йолалары (Кавказ халыҡтарының боронғо йолаһы буйынса, бала тыуғандан һуң аталыҡҡа йәки тәрбиәгә алыусы ата-әсәнең ғаиләһенә ваҡытлыса бирелә, ә һуңынан (йола буйынса билдәле ваҡыт үткәндән һуң) ата-әсәһенә ҡайта) йәшәп килгән. Никах ҡалым түләү аша төҙөлгән.

Йорт-ҡура ҡойма менән уратып алынған. Торлаҡтарҙың ал яғы, ғәҙәттә, көньяҡҡа ҡаратып төҙөлгән. Торлаҡтың бағаналы каркаслы, балсыҡ менән һыланған, үрелгән ике йәки дүрт яҡлы ҡыйығы булған, һалам менән ҡапланған, иҙәне балсыҡ булған. Бер йәки бер нисә бүлмәнән (ирле-ҡатынлы парлы ғаиләләр һаны буйынса) торған, бер-береһенә диуар менән тоташҡан, һәр бүлмәнең ишектәре ишек алдына сыҡҡан. Торлаҡтағы бүлмәләрҙең береһе йәки айырым ҡаралты ҡунаҡ өйө булып хеҙмәт иткән. Ишек менән тәҙрә араһындағы диуар янында үрелгән төтөнлөклө асыҡ усаҡ урынлашҡан, уның эсенә ҡаҙан аҫлыҡ эленгән. Хужалыҡ ҡаралтылары шулай уҡ ситәндән эшләнгән, йыш ҡына түңәрәк йәки оҙонса түңәрәк формала булған. Замана черкестары квадрат формаһындағы күп бүлмәле йорттар һала.

Кейеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Традицион ирҙәр кейеме — асыҡ түшле, тубыҡтан аҙ ғына бәләкәйерәк, киң еңле черкеска. Яугир йәшендәге йәш ирҙәр һуғышта хәрәкәткә ҡамасауламаһын өсөн ҡыҫҡа еңле черкеска кейгән. Алғы күкрәктең ике яғынан да газырҙар (хьэзыр — әҙер) — үҙенә башҡа герметик, йышыраҡ — һөйәк пенальчиктар өсөн таҫма менән тегелеп сыҡҡан тар кеҫәләр. Пенальчикта дары үлсәүе һәм хужаның мылтыҡ үлсәме буйынса ҡойолған сепрәккә төрөлгән пуля ла була. Пенальчик ат сабып барғанда ла мылтыҡты яһап алыу мөмкинлеген бирә. Ҡултыҡ аҫтында тигеләй урынлашҡан ситке кеҫәләре ҡоро юнысҡыны һаҡлау өсөн файҙаланылған. Һуңыраҡ, мылтыҡ барлыҡҡа килгәс, дары филтә йәки саҡматаш менән түгел, ә капсюль менән тоҡандырылғанлыҡтан, ситке кеҫәсектәр капсюлдарҙы һаҡлау өсөн файҙаланыла башлаған. Ирҙәр черкескаһының төҫө ниндәй ҡатламға ҡарағанлығын күрһәтә: аҡ төҫтә — кенәздәрҙеке (пщы), дворяндарҙыҡы ҡыҙыл (уэркъ), крәҫтиәндәрҙеке һоро, көрән һәм ҡара төҫтә булған (күк, йәшел һәм башҡа төҫтәр, ҡағиҙә булараҡ, ҡулланылмаған). Бишмәт (къэптIал) өлгө буйынса черкесканы хәтерләтә, ләкин күкрәк тирәһе ябыҡ һәм ултырма (стоячий) яғалы, тар еңле, оҙонлоғо тубыҡтан саҡ ҡына юғарыраҡ була, ҡағиҙә булараҡ, асыҡ һәм йоҡараҡ материалдан тегелә, йыш ҡына бишмәт мамыҡ йәки йөн нигеҙендә һырылып тегелгән була. Аҫҡы яҡҡа балаҡтары тарайыусы киң аҙымға иҫәпләнгән ыштан (гъуэншэдж). Папаха (пыIэ) аҡ, ҡара йәки көрән төҫтәге һарыҡ тиреһенән тегелгән, бейеклеге төрлөсә. Шулай уҡ черкестарҙың көнкүрешендә кейеҙ эшләпәләр (упщIэ пыIэ) киң таралған. Башлыҡ (щхьархъуэн) йорт буҫтауынан йәки һатып алынған материалдан тегелгән, басон әйберҙәр, һирәк осраҡта сигеү, йышыраҡ аҡ төҫтәге туҡыма менән биҙәлгән, ләкин ҡара төҫтәгеһе лә булған. Бурка (щIакIуэ, кIакIуэ) — ҡара, һирәк осраҡта аҡ төҫтәге оҙон, кейеҙ плащ. Билбауы еҙле-көмөшлө. Уның ҡаптырмаһы ут сатнатҡыс (кресало) урынына ҡулланылған. Аяҡ кейеме — чувяки (цывакъэ) ҡыҙыл төҫтәге сафьяндан тегелгәнен, ғәҙәттә, юғары ҡатлам кешеләре кейгән, крәҫтиәндәр ҡоба (эшкәртелмәгән тире) йәки кейеҙҙән тегелгән чувяктар кейгән. Ноговицы (лъей) — йоҡа тиренән йәки сафьяндан эшләнгән тубыҡ аҫтынан үткәреп бәйләнгән уҡа менән сигелгән көмөш таралғылы аяҡ кейеме. Ирҙәр кейеменең мотлаҡ предметтары хәнйәр һәм шашка булған. Хәнйәр (къамэ) — һабы, ҡыны, ҡағиҙә булараҡ, ҡарайтылған көмөш төҫ менән биҙәлгән, ҡылыс һабы (сэшхуэ) ла ҡарайтылған көмөштән, ләкин шашка ҡыны уҡа менән һәм алтынлатып сигелгән (был эш менән йәш тау ҡыҙҙары шөғөлләнгән). Хәҙер ҡайһы берҙәрҙең генә милли кейем комплекты бар, һәм улар байрамдарҙа ошо кейемдә ҡатнаша.

Ҡатын-ҡыҙ кейеме күп төрлө булған һәм бай биҙәлгән. Ирҙәр кейеме кеүек үк, ул да ҡатлам вариацияларында бирелә. Ҡатын-ҡыҙ костюмына күлдәк, кафтан, күлдәк, салбар, төрлө баш кейемдәре һәм аяҡ кейеме ингән. Күлдәк — (бостей, бохуцей, зэгъалъэ, сай) оҙон, күкрәге асыҡ елбәгәй күлдәк, еңе беләҙеккә тиклем тар йәки киң йәки терһәккә тиклем ҡыҫҡа. Байрам күлдәктәрен ебәк, бәрхәт, тафта кеүек ҡиммәтле туҡыманан теккәндәр… Ҡатын-ҡыҙ кейемендәге төҫтәр гамма шулай уҡ баҫалҡы, күк, йәшел һәм сағыу сыбар төҫтәр һирәк ҡулланылған, аҡ, ҡыҙыл, ҡара, көрән төҫтәргә өҫтөнлөк бирелгән. Күлдәк ситтәре һәм йөйҙәре уҡа менән, алтын һәм көмөш ептәрҙән торған таҫмалар менән ҡаймаланғандар һәм көпләгәндәр, итәк ситтәрен, ең ситтәрен алтын ептәр менән биҙәгәндәр. Ҡышын мамыҡ йә йөн менән һырылған бәрхәт йәиһә тығыҙ ебәк күлдәк кейгәндәр, һирәк осраҡта был күлдәктәрҙең яғаһы, итәге һәм еңе тире менән көпләгән. Еңдәренә сулпылар (Iэщхьэ бэлагъ) беркетелгән. Алтын ҡайыу менән бай биҙәлгән осо оҙон һәм ҡалаҡ (допасти) рәүешендә. Кафтанчик — (кIэщI) оҙонлоҡҡа тубыҡтан саҡ ҡына юғарыраҡ булһа ла, ул өлгө буйынса күлдәкте хәтерләтә, тик уның күкрәк өлөшө тығыҙ элмәктәрҙән тора, ултырмалы яғалы. Кафтанчикты тығыҙ материалдан: ебәк, бәрхәттән теккәндәр… һәм шулай уҡ алтын биҙәк сигелгән. Кафтанчикты йыш ҡына күлдәкһеҙ, өҫ кейеме урынына кейгәндәр. Ҡыҙҙар өлгөргән осорҙа күн корсет (хуэншыбэ) кейгән, ул, кейәүгә сыҡҡансы, никах төнөнә тиклем, ҡыҙҙың түшен һәм һының ҡыҫып торған… Күлдәк йәки кафтанчик өҫтөнән билде һығып торған таш менән биҙәлгән ҙур көмөш ҡаптырмалы билбау (дыжьын бгырыпх) таҡҡандар. XIX быуатҡа айылдарҙы нәҙегерәк һәм нәфисерәк итеп яһай башланылар, йышыраҡ ситтән килгән оҫталарҙың эштәре була, XX быуат башында тулыһынса көмөштән яһалған фигуралы ҡаптырмалар менән беркетелгән дүңгәләктәр рәүешендәге яңы билбауҙар тарала, улар 1930-сы йылдарға тиклем ҡулланыла. Күлдәк (джанэ) — тар еңле, тәлгәшкә тиклем, оҙонораҡ булған, хәлле ғаиләләрҙән ҡыҙҙар уны ҡиммәтле, бер тонналы, нескә материалдарҙан (ҡыҙыл, аҡ, һары төҫтәрҙән) теккәндәр. Ҡулдары оҙон, суҡтарын ҡаплап торған ҡыҙҙарҙы барлай. Ҡатын-ҡыҙҙың баш кейеме бик төрлө: яулыҡ, шәл, башлыҡ, сәсъябыу (подвязка) һәм сулпы… Беренсе бала тыуғансы билдәле ғаиләләрҙән йәш ҡыҙҙар ҡаты, ҡалын тире нигеҙендә галош йәки түңәрәк йәки конус рәүешендәге ос менән биҙәлгән бүрек (кабард-черк дыщэ пыIэ) кейгән, уртаһында көмөш шарик, ярым ай йәки ҡош фигураһы булған. Өҫ күлдәк (джанэ) — беләҙеккә тиклем тар еңле, үксәгә тиклем оҙон булған, хәлле ғаиләләрҙән ҡыҙҙар уны ҡыҙыл, аҡ, һары төҫтәге ҡиммәтле, бер тонлы, нескә материалдарҙан теккән. Өҫ күлдәктәренең еңе оҙон, ҡул суҡтарын ҡаплап торған. Ҡатын-ҡыҙҙың баш кейеме күп төрлө: яулыҡ, шәл, башлыҡ, бәйләүес һәм сулпы… Билдәле ғаиләләрҙән йәш ҡыҙҙар беренсе бала тыуғансы ҡаты, ҡалын тире нигеҙле, тирәсе уҡа менән сигелгән һәм үҙәге түңәрәкләтелгән йәки конусҡа оҡшатып ҡайылған көмөш шар, ярым ай йәки ҡошсоҡ һыны менән тамамланған, түңәрәк йәки конус рәүешендәге ос менән биҙәлгән бүрек (дыщэ пыIэ) кейгән. Бүрек өҫтөнән ебәк шәл йәки сәс биҙәүес (щхьэц пыщэ) ябынған, ул нәҙек бау менән башлыҡ осонда нығытыла һәм ике оҙон таҫма рәүешендә аҫҡа һуҙыла, һәр таҫманың артында толомдарҙы һуҙған шнурҙар була. Башлыҡҡа шулай уҡ алтын тегеү һәм басон (кейемде биҙәү өсөн махсус станоктарҙа үрелеп эшләнгән әйберҙәр: кәйтән, суҡ, таҫма, бау, уҡа) йәки ҙур күләмле, әммә формаһы буйынса нәфис һәм еңел көмөш эшләнмәле сикә сулпылары таҡҡандар. Аяҡ кейеме (вакъэ) — ирҙәр аяҡ кейеме кеүек үк, күндән йәки йоҡа кейеҙҙән тегелгән. Бай ҡыҙҙары сигеү һәм таҫма менән биҙәлгән ҡыҙыл, сафьян чувяктар кейгән, байрамға чувяк тышынан бейек ағас аяҡ (пхъэ вакъэ) кейгәндәр. Биҙәүестәрҙән балдаҡтар, көмөш сулпылар (лъэныкъуэ щIыIу) кейгәндәр, улар күкрәккә, күлдәк ҡырыйы буйлап баҙам сәтләүеге (миндалина) кеүек һуҙылып нығытылған, сулпылар, кулондар менән бәйләгәндәр. Черкес ҡатын-ҡыҙҙарында муйынса (мәрйен) һәм беләҙектәр популяр булмаған.

Затлы (аристократик) адыг ир-аты өҫ кейеменең мотлаҡ элементы булып һалҡын ҡорал торған.

Бишмәт баҡыр һәм көмөш айылдар менән биҙәлгән хәнйәрле, ҡылыслы күн билбау менән билдән быуып бәйләнгән.

Адыгтар (черкестар) кама йәки бебут тибындағы хәнйәр йөрөткән, улар бетеү функцияһын да үтәгән, төрлө йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәү өсөн ҡулланылған. Джамбия тибындағы көнсығыш хәнйәре убыхтарҙа һәм шапсугтарҙа таралған булған.

Ҡылыстарҙан, хужаның хәленә ҡарап, мәмлүк тибындағыһы йәки килич (төрөк ҡылысы), йәки гаддарэ (иран ҡылысы) юғары баһаланған.

Уҡтар һалынған ҡалъян һәм йәйә һыбайлы кейеменең элементы булған.

Адыгтар (черкестар) көнкүреш ҡулланыу маҡсатында бәләкәй бысаҡ (ҡ.-ч. жан) йөрөткән, ләкин күренеп тормағанлыҡтан, ул кейем элементы тип иҫәпләнмәгән.

Ашамлыҡтары

Йылдың йәйге миҙгелендә башлыса һөт ризыҡтары һәм йәшелсә аштары ашайҙар, ҡышын һәм яҙын ҡамыр һәм ит ризыҡтары өҫтөнлөк итә. Сөсө ҡамырҙан бешерелгән ҡатлаулы икмәк иң популяр, уны ҡалмыҡ сәйе менән ҡулланғандар. Шулай уҡ әсетке икмәк бешерәләр. Кукуруз оно һәм ярмаһы киң ҡулланыла. Милли аш-һыу: либжа һәм шипс — онталған һарымһаҡ һәм ҡыҙыл борос ҡушылған соус менән тауыҡ һәм күркә ите. Был ризыҡ шулай уҡ абазиндарҙың милли ашы булып тораабазин, ләкин уларҙа дзырдза тип атала. Һыу ҡоштарының ите тик ҡурылған килеш ҡулланыла. Һарыҡ менән һыйыр итен өҫтәлгә, ғәҙәттә, онталған һарымһаҡ менән тоҙ ҡушылған ҡатыҡ (бжыныху шыпс) менән бирәләр. Бешкән иттән һуң мотлаҡ — һурпа, ҡурылған иттән һуң әсегән һөт бирелә. Туйға бал ҡушылған һәм ҙур байрамдар өсөн тары һәм кукуруз ононан милли бер аҙ алкоголле эсемлек бэхъсымэ (мэхъсымэ) әҙерләнә. Байрамдарҙа хәлүә (сироп менән ҡыҙҙырылған тары һәм бойҙай ононан) яһайҙар, бөйөрөктәр һәм бәлештәр (лэкъум, дэлэн, хьалывэ, хъыршын) бешерәләр.

Медицинаһы

Швеция короле Карл XII француз агенты Абри де ла Мотрэ мәғлүмәттәре буйынса, 1711 йылға тиклем Черкесияла сәсәк ауырыуына ҡаршы күпләп прививка яһау тәжрибәһе булған. Абри де ла Мотрэ Деглиад ауылындағы черкестарҙа «…дүрт — биш йәштәр тирәһендәге бәләкәй ҡыҙға прививка яһанылар… Ҡыҙҙы сәсәк менән ауырыған һәм сәсәктәре йәки шытҡылары эренләй башлаған өс йәшлек сирле малай эргәһенә алып барҙылар» һ. б. Әйтергә кәрәк, 1796 йылдың 14 майында ғына инглиз дарыуханасыһы һәм хирургы Дженнер 8 йәшлек Джеймс Фипсҡа һыйыр сәсәге ярҙамында прививка яһаған.

Мәҙәниәте һәм дине[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Адыгтар (черкестар) мәҙәниәтендә боронғо черкестар дини системаһы йоғонтоһонда формалашҡан «Адыгэ Хабзэ» әхлаҡи-этик һәм философик кодексы үҙәк урынды биләй.

Фольклорҙа нарт эпосы үҙәк урынды биләй, уның ыңғай геройҙары «Адыгэ Хабзэ» кодексын үтәү өлгөһө булып хеҙмәт итә.

Йырҙарҙы башҡарыусылар һәм сәсәндәр (джэгуакIуэ) сәнғәте үҫешкән. Илау йырҙары (гъыбзэ), хеҙмәт һәм шаян йырҙар таралған. Традицион музыка ҡоралдары — скрипка (шыкIэпщынэ), һыбыҙғы (бжьэми), трещотка (пхъэцIыч), төрлө төҫтәге бубендар, уларҙа ҡулдар һәм таяҡтар менән уйнағандар. XVIII быуат аҙағында гармоника таралыу ала.

Черкес әйтемдәре: «Шапсуг дары яндырырға яратмай», «Һуғышта һыбайлының үлеме — өйөндә илау, ҡоралды юғалтыу — тотош халыҡтың илауы», «намыҫлы, тәрбиәле ысын егет, шунда уҡ шундай уҡ һый-ниғмәт алыр өсөн, табынды ташлап китергә тейеш» һ.б.

Тарихтан билдәле булыуынса, боронғо замандарҙа черкестарҙа Һауа ҡәбере йолаһы булған.

Ислам[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Черкестарҙың ислам динен ҡабул итеүе этаплап барған, һәм XIV быуатта Төньяҡ Квказда Алтын Урҙа йоғонтоһо таралған осорҙа башланған. XVI быуаттың башында Джованни Лука былай тип яҙған: «Ҡайһылары — мосолман (магометан), икенсеһе — грек йолаһына ылыға, әммә тәүгеләре күберәк».

XVI быуатҡа черкестарҙың ҡайһы бер төркөмдәре генә ислам тотһа, XVIII быуат аҙағына ислам бөтә черкестар араһында ла төпләнә. Дөйөм алғанда, ислам XVIII быуат аҙағында һәм XIX быуаттың беренсе яртыһында Рәсәй империяһы экспансияһына ҡаршы көрәштә черкес йәмғиәттәре тупланыуының идеологик базаһына әйләнә, һәм империя менән һуғыш 1864 йылдың 21 майына тиклем дауам итә. Ислам этикаһы Черкес халҡының үҙаңын булдырыусы, уның дини үҙбилдәләнешенең нигеҙе булған. Әлеге ваҡытта черкестар исламдың диненең сөнни йүнәлешендәге хәнәфи мәҙһәбенә ҡарай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Национальный состав населения Российской Федерации согласно переписи населения 2021 года.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Официальный сайт Всероссийской переписи населения 2010 года. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года
  3. Черкесы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. 4,0 4,1 К проблеме происхождения кобанской культуры и её локальных вариантов. Дата обращения: 30 май 2012. Архивировано из оригинала 3 ноябрь 2013 года.
  5. Всесоюзная перепись населения 1926 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Дата обращения: 4 июнь 2011. Архивировано из оригинала 22 май 2011 года.
  6. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Дата обращения: 4 июнь 2011. Архивировано из оригинала 22 май 2011 года.
  7. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Дата обращения: 4 июнь 2011. Архивировано из оригинала 4 июнь 2011 года.
  8. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Национальный состав населения по республикам СССР. «Демоскоп». Дата обращения: 4 июнь 2011. Архивировано из оригинала 22 май 2011 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Казиев Шапи, Карпеев Игорь. Повседневная жизнь горцев Северного Кавказа в XIX в.
  • Черкесы // Народы России. Атлас культур и религий. — М.: Дизайн. Информация. Картография, 2010. — 320 с. — ISBN 978-5-287-00718-8.
  • Народы России: живописный альбом, Санкт-Петербург, типография Товарищества «Общественная Польза», 3 декабря 1877, ст. 354
  • Адыгская(черкесская) энциклопедия.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Этнография Абхазо-Адыгских народов Ҡалып:Народы России