Чернов Иван Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чернов Иван Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 29 март 1825({{padleft:1825|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})
Тыуған урыны Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 15 октябрь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (77 йәш)
Вафат булған урыны Ырымбур, Рәсәй империяһы
Ерләнгән урыны Ырымбур
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Владимира 3-й степени орден Святого Владимира 4-й степени орден Святого Станислава 2-й степени орден Святого Станислава 1-й степени орден Святой Анны 1-й степени

Чернов Иван Васильевич (29 март 1825 йыл15 октябрь 1902 йыл) — Ырымбур казак ғәскәренең генерал-майоры, тыуған яҡты өйрәнеүсе, хәйриәсе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Боронғо казактар ғаиләһендә тыуған. Черновтарҙың ырыуы Һамар казак-дворяндарынан  барлыҡҡа килгән. Был ырыу Ырымбур губернаһы дворяндарының шәжәрә китабына индереп яҙылған. 

1833-1839 йылдарҙа Ырымбурҙың  земство һәм мәхәллә училищеларында уҡый.

1839 йылда менән Карауан-һарайҙа торған Башҡорт-мишәр ғәскәрҙәре командующийының кәнсәләрендә эшләй. 1841 йылдың 6 декабрендә Черновҡа урядник чины бирелә. 1844 йылдың мартында хорунжий дәрәжәһен ала һәм командующий кәнсәләрендә столоначальник вазифаһында 1847 йылдың октябренә тиклем эшләй.

1847-1861 йылдарҙа — Ырымбур хәрби губернаторҙарҙы штабына столоначальник итеп күсерелә. Подполковник дәрәжәһенә күтәрелә һәм 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнә.

1861-1865 йылдарҙа — 1,2 һәм 3-сө башҡорт кантоны бағыусыһы  һәм 1-се кантон начальнигы. 1865 йылдың ноябрендә — башҡорттарҙың ер хоҡуғы һәм уларға ер бүлеү мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы, Ырымбур губернаһы крәҫтиәндәр мәсьәләләре буйынса, ә һуңынан ҡала эштәре буйынса присутствие ағзаһы. 1866 йылдан алып — Ырымбур дворяндар йыйылышы депутаты. 1867 йыл — Ырымбур губернаһынданың шәхси  алтын сәнәғәтен үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы. Полковник дәрәжәһенә лайыҡ була, 4-се һәм 3-сө дәрәжә  Изге Владимир ордендары менән бүләкләнә.

Үтенесе буйынса, 1874 йылдың 10 майында генерал-майор чинында мундир йөрөтөү хоҡуғы менән отставкаға сыға.

1883-1891 йылдарҙа Ырымбур губерна дворяндары башлығы вазифаһын  башҡара. 1-се дәрәжә Станислав ордены һәм  1-се дәрәжә изге Анна ордены менән бүләкләнә. 1891 йылдың 18 июлендә һаулыҡ торошо буйынса отставкаға сыға.

Ғүмеренең һуңғы  йылдарында хәйриә эшмәкәрлеге менән билдәле. Ул аҡсаһын казак ҡасабаларындағы сиркәүҙәргә, Георгий ғәскәр ғибәҙәтханаһына, Ырымбурҙың Никольский сиркәүенә, кафедраль ғибәҙәтханаһына, Православие Фәләстин йәмғиәтенә бирә. Император Николай I Ырымбур институтында ике стипендия булдыра, Ырымбур ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында  уҡыусы ярлы ғаиләнән булған Ырымбур казак ғәскәрҙәре офицерҙары һәм чиновниктары балаларына стипендиялар булдыра. Чернов оҙаҡ йылдар буйына Ырымбурҙың изге Петр һәм Павел сиркәүендә староста була.

Ырымбурҙа вафат була һәм Успенский ҡатын-ҡыҙҙар монастыры биләмәләрендә ерләнә.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И. В. Чернов Ырымбур губернаторҙары тураһында отставкалағы яҙмалары менән ғилми һәм әҙәби билдәлелек ала.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Адрес-календарь и памятная книжка Оренбургской губернии на 1901 г.
  • Севастьянов С. Н. Памяти генерал-майора Ивана Васильевича Чернова / С. Н. Севастьянов // Оренбург. газ. — 1903. — 20 февр.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]