Чернояров йорто (Новочеркасск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Чернояров йорто (Новочеркасск)
Чернояров йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Новочеркасск, Мәскәү урамы, 37
Нигеҙләнгән XIX быуат уртаһы
Статус төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты

Чернояров йорто — төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекттарына һәм архитектура һәйкәлдәренә ҡарай. Ул йорт Ростов өлкәһе Новочеркасск ҡалаһының Мәскәү урамында төҙөлгән, 37-cе һан аҫтында тора[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Новочеркасскиҙә һаҡланып ҡалған архитектура һәйкәле булған ағас йорттарҙың береһе. Ул ҡалала ХIХ быуат уртаһында төҙөлгән[2]. Тәүҙә йорттоң хужаһы чиновник Т. Ф. Чернояров булған. 1880-сы йылдарҙа ошо бинала народоволецтарҙың йәшерен типографияһы урынлашҡан булған. Был ойошманың ағзалары араһында йорт хужаһы Чернояровтың да улы булған. Новочеркасскиҙағы народниктар был йортҡа килеп йөрөүсе Николай Иванович Кибальчич һәм Софья Львовна Перовская менән бәйләнеш тотҡандар. Йорттоң фасадына был турала һөйләүсе таҡтаташ ҡуйылған. Йорт 1992 йылда архитектура һәйкәле һәм мәҙәни мираҫ объекты тип таныла һәм закон тарафынан һаҡлана. Беҙҙең заманда бинала "Близкие люди " ҡайнатма әҙерләү кәсепханаһы тора.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йорт фасады мөйөшлө пилястрҙар менән биҙәлгән, тәҙрәләре ҡапҡаслы. Бина бер ҡатлы, семәрләп эшләнгән ағас менән көпләнгән. Бейек цоколь ҡаты таштан һалынған. Өй ҡыйығы дүрт мөйөшлө сатыр формалы. Ҡыйыҡ шифер менән ябылған. Йорттоң тәҙрәләре тар, тура мөйөш формалы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]