Чусовской (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чусовской
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Үрге Өпәйле ҡала округы
Халыҡ һаны 111 кеше (2010)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 411 метр
Почта индексы 456812
Карта

ЧусовскойРәсәйҙә Силәбе өлкәһенең ҡала округы ҡасабаһы. Оло Чусовское күле яры буйында, район үҙәгенән, Үрге Өпәйленән төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 411 метр.

GPS координаталары: N 56° 8' 11.004" E 60° 19' 53.184"

ОКАТО коды: 75406000014

ОКТМО коды: 75706000171

Автомобиль коды: 74, 174

Мәскәү менән ваҡыт айырмаһы: +2 ч

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чусовской ҡасабаһы территорияһының рельефы таулы, иң яҡын бейеклек — 481 метр (Песчанка тауы), 493 метр (Яланғас тау) һәм 460 (Кәзә тауы) метр. Ландшафты — шыршы һәм пихта ҡатыш ылыҫлы-япраҡлы ҡуйы үләнле урман зонаһы өлөшө. Ҡасабанан көньяҡҡа табан Кесе Чусовской күле ята.

Чусовской ҡасабаһын күрше тораҡ пункттар менән грунт юлдары бәйләй. Үрге Өпәйле ҡалаһына тиклем алыҫлыҡ 12 км тәшкил итә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

19 быуатта хәҙерге ҡасаба урынында Полевский, ә 20 быуат башында Өпәйле тимер эшләү заводына, 1929 йылдан Өпәйле металлургия заводына (1936 йылға тиклем) ағас күмере ебәреү өсөн күмер үртәүселәрҙең ҡыуышы урынлаша. Өпәйле никель заводын сафҡа индереү менән ҡасаба территорияһында был предприятиеның (башта Чусовской Мейестәре тип аталған) урман бүлеге урынлаша. Ағас цехтар, торлаҡ, социаль көнкүреш-мәҙәни учреждениелары төҙөү өсөн китә. Оҙаҡ ваҡыт урманды эстакадаларға егеүле транспорт менән ташыйҙар һәм ул унда складҡа һалына. 1930-сы йылдар аҙағында уны Үрге Өпәйлегә ташыуҙы еңеләйтеү өсөн Чусовской ҡасабаһы һәм Черемшанка араһында тар колеялы тимер юлы һалына. Был ваҡытҡа Чусовскойҙа башланғыс мәктәп, клуб (1980-се йылдар аҙағында ябыла), фельдшер-акушерлыҡ пункты (шулай уҡ ябыла) эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ағас әҙерләүҙә, күмерҙе томалап тотоуҙа хеҙмәт армияһы һалдаттары шөғөлләнә. 1945 йылдың июленән 1948 йылдың авгусына тиклем ҡасаба территорияһында 1651-се эшселәр отрядының 2-се Өпәйле зонаһы тип аталған 4-се ротаһы урынлаша (289 кеше). Бында Көнбайыш Европа илдәренән тотҡондар, башлыса Румыниянан граждандар эшләй (төрлө йылдарҙа уларҙың һаны 129 кешенән алып 300 кешегә тиклем). Урындағы эшкә һәләтле кешеләрҙең күп өлөшө Черемшан карьерында, Чусовской урман пунктында, химия урман хужалығында эшләй (сайыр йыйыу менән шөғөлләнә). 1990-сы йылдар башында ҡасабала крәҫтиән хужалығы булған[2].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ҡасабала халыҡ һаны 2010 йылда 111 кеше тәшкил итә ( 53 ир-ат һәм 58 ҡатын-ҡыҙ)[3].

Халҡы 115 кеше тәшкил итә. (йылда 1926 — 10, 1956 йылда — 47, 1970 йылда — 211, 1983 йылда — 179, йылда 1995 — 100).

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасабаның урам селтәре 3 урамдан һәм 1 тыҡрыҡтан тора[4].

— Шишмә урамы

— Май урамы

— Чусовская урамы

— Чусовской тыҡрығы

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]