Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы
Уҡыу көйләүҙәре
(Шарипова Гульчачак Табрисовна битенән йүнәлтелде)
Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы | |
Тыуған ваҡыты: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Һөнәре: |
артист |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: |
1989— |
Театр: | |
Наградалары: |
Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы (28 апрель 1958 йыл) — башҡорт театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы Шәрипова[1] 1958 йылдың 28 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Кинйәкәй ауылында тыуған.
1986 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында мәҙәниәт техникумын тамамлай[2]. 1989 йылдан башлап Салауат башҡорт дәүләт драма театры труппаһында эшләй. Артистың бөтә ижади тормошо Салауат башҡорт дәүләт драма театры менән бәйле. Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы — лирик жанрҙағы йырлаусы, халыҡсан сағыу калоритлы, ярылып ятҡан мелодраматик темпераментлы артист.
Спектаклдәрҙәге ролдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәүрә — «Шәүрәкәй» (М. Буранғолов)
- Рәйсә — «Ҡояш булып ҡалығыҙ» (А. Папаян)
- Зөмәрә — «Мөхәббәт хаҡына» (Р. Байбулатов)
- Көнһылыу — « Таштуғай» (Ф. Буләков)
- Ғәлиәбаныу — «Ғәлиәбаныу» (М. Фәйзи)
- Сәрүәр — «Башмағым» (Х. Ибраһимов)
- Абби — «Ҡарама төбөндә мөхәббәт» (Ю. О. Нил)
- Нәсимә — «Игеҙәктәр» (А. Атнабаев)[3]
- Суфия — «Ҡатындар болаһы» (М. Багаев)
- Роза — «Бәйләнсек» (Ф. Бүләков)
- Сәжидә — «Хушлашыу» (Т. Миңнуллин)
- Рода — «Артабан — тынлыҡ» (В. Дельмар)
- Зөлхизә — «Упҡын янында» (Н. Ғәитбаев)
- Лилиә — «Мәҙәк хәлдәр» (Р. Фатыхов, И. Ихсанов)
- Райля — "Яран — хушлашыу сәскәһе " (Ф. Бүләков)
- Алтынай — «Мин — ҡатын-ҡыҙ» (З. Атнабаева)
- Монолог — «Һуғыш ҡатын-ҡыҙ сырайлы түгел» (С. Алексеевич)
- Зөләйха — «Өмөтөмдө өҙмә» (Х. Ирғәлин)
- Мария — «Салауат» (М. Кәрим)
- Хәҙисә — «Үлтереп китәм» (Н. Ғәитбаев)
- Зарифа — «Үтте минең аҡ йәйем» (Л. Станкова)
- Люциә — «Парижда апрель» (Л. Станкова)
- Суфия — «Ҡатындар болаһы» (М. Багаев, 2004)
- Айһылыу — «Зәйтүнгөл» (Н. Асанбаев, 2005)
- Сурия — «Хәл былай булды» (Т. Миңнуллин, 2006)
- Сәжидә — «Он, Она и Я» (З. Хәким, 2007)
- Ҡар королеваһы — «Мультляндия планетаһына сәйәхәт» (Я. Шәрипов, 2007)
- Сәғиҙә — «Ул ҡайтты» (Ә. Атнабаев, 2009)
- Әсә — «Әсәкәйем» (С. Белов, 2009)
- Зарифа — «Бес в ребро» (М. Багаев, 2010)
- Хариза — «Сейәле тау» (Н. Асанбаев, 2011)
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1999 йыл), халыҡ артисы (2008 йыл).
- 1993 йылда Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы Илһам Шәкиров исемендәге «Татар йыры — 1993» конкурсында лауреат һәм 1 премия эйәһе булды.
- 1995 йылда «Дуҫлыҡ йыры» фестивалендә (Нефтекама ҡалаһы) Гөлсәсәк Шәрипова беренсе урынды яулай.