Шаһый

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шаһый

Шаһый, Шаһиәхмәттөрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шаһый исеме башҡорт теленә ислам дине йоғонтоһонда килгән, фарс. телендә — хан, батша, шаһ кеше мәғәнәһенә эйә. Шаһиәхмәт фарс , ғәр. -шаһи -(-әхмәт; иң маҡтаулы мәғәнәһендә)[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ямалетдинов Шаһый Ямалетдин улы (15 март 1914 йыл — 28 май 1968 йыл) — Бөйөк Ватан һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Танк батальонының орудие командиры, гвардия старшинаһы. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1946).

Фамилиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шаһиев Абдулла Фәйзрахман улы (23 февраль 1907 йыл — 4 май 1993 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкы пулемётсыһы, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы.

Шаһиев Мөждәбә Гәрәй улы (190721 май 1985 йыл) — Француз Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, макизар.

Шаһиев Ғәлиәхмәт Юллаҡан улы Шаһиев Ғәлиәхмәт Юлмөхәммәт улы (1914 — ?) — 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.

Шаһиев Марс Хызыр улы (рус. Шагиев Марс Хзырович) — 5 октябрь 1946 йыл — совет, партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Шаһиев Харис Хызыр улы (2 октябрь 1949 йыл), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1990—2000 йылдарҙа Ишембай район Советы рәйесе, район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының I—III һәм V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Шаһиев Хәйҙәр Хызыр улы (29 октябрь 1953 йыл) — ауыл хужалығы һәм дәүләт эшмәкәре. 2000—2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы. СССР-ҙың халыҡ, Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ (1997), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2010).

Шаһиев Альберт Хызыр улы (14 август 1959 йыл) — йырсы. 2013 йылдан Стәрлетамаҡ театр‑концерт берләшмәһенең артист‑вокалисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1998) һәм халыҡ артисы (2008).

Шаһиев Эдуард Мөстәҡим улы (рус. Шагеев Эдуард Мустакимович; 17 март 1944 йыл) — рәссам, график, иллюстратор. БАССР‑ҙың атҡаҙанған рәссамы (1983). РСФСР‑ҙың Рәссамдар со­юзы ағзаһы. Халыҡ-ара Сәнғәттәр Академияһы академигы.

Шаһиев Мөнир Әхмәтйән улы (2 февраль 1929 йыл) — уҡытыусы, совет һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), Ҡоншаҡ районының почётлы гражданы (2000).

Шаһиевтар — лейтенант Хатмулла (1910-1944) менән өлкән лейтенант Хәбибйән (1918-1945) Әхкәметдин улдары, Борай районы Ҡаратамаҡ ауылынан, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар[2].

Атаһының исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аритҡолов Дәүләт Шаһи улы (5 май 1901 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — Граждандар һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4
  • Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]