Шилкин Константин Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шилкин Константин Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 17 апрель 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Троицк, Троицк өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 11 сентябрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (75 йәш)
Вафат булған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө Металлургия
Эш урыны Белорет металлургия комбинаты
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы Сталин премияһы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы

Шилкин Константин Михайлович (17 апрель 1901 йыл — 11 сентябрь 1976 йыл) — металлург. Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты (1952). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1945).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Константин Михайлович Шилкин 1901 йылдың 17 апрелендә Троицк ҡалаһында (хәҙерге Силәбе өлкәһе) тыуған.

1934 йылда Ленинград индустриаль институтын, 1939 йылда — Өфөлә Башҡортостан инженер-техник хеҙмәткәрҙәрҙең һәм хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтын тамамлай.

Эш урыны: 1916—1956 йылдарҙа өҙөклөктәр менән Белорет металлургия комбинатында эшләй, бүлек мөдире, 1938 йылдан — лаборатория начальнигы, 1954 йылдан — цех начальнигы, 1956 йылда комбинат директоры урынбаҫары. 1924—1927 йылдарҙа Выкса торба прокатлау заводында эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1952) Цинкланған сым етештереүҙең яңы ысулын уйлап табыү һәм производствоға индереүҙә ҡатнашҡаны өсөн.
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1945)
  • миҙалдар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]