Шлайсхайм һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Шлайсхайм һарайы
Рәсем
Дәүләт  Германия[1][2]
Административ-территориаль берәмек Обершлайсхайм[d][1][2]
Хужаһы Bavarian Administration of State-Owned Palaces, Gardens and Lakes[d]
Әҫәр заказсыһы Максимилиан II[d]
Архитектор Heinrich Schön the Elder[d]
Архитектура стиле архитектура барокко[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q1832842?
Мираҫ статусы Баварияла архитектура ҡомартҡыһы[d] һәм heritage monument ensemble in Bavaria[d][3]
Адрес Max-Emanuel-Platz 1, 85764 Oberschleißheim[2]
Рәсми сайт schloesser-schleissheim.de
Тасуирлау биттәре sueddeutscher-barock.ch/…
Подробная карта
Современное состояние сохранено[d][2]
Карта
 Шлайсхайм һарайы Викимилектә


Шлайсхайм һарайы (нем. Schloss Schleißheim) — барокко осороноң һарай-парк ансамбле. Баварияның Мюнхен ситендәге Обершлайсхайм коммунаһында урынлашҡан Виттельсбах ырыуы резиденцияларының береһе.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шлайсхайм усадьбаһы герцог Вильгельм V (1548—1626) тарафынан 1597 йылда нигеҙләнгән. Башта был ҙур булмаған сиркәүҙән һәм хужалыҡ бүлмәләренән торған ябай усадьба комплексы булған. 1616 йылда биләмә уның улы курфюрст Максимилиан I милкенә күсә. 1617 йыл герцог Максимилиан усадьбаны һарай итеп үҙгәртеп ҡора. Һарайҙың проектын 1616—1623 йылдарҙа архитектор өлкән Генрих Шен әҙерләй.

Эмануэль II Максимилиан идаралыҡ иткән саҡта һарайҙың үҫеше башланып китә. Был осорҙа Люстхайм һарайы төҙөлә, ул немецтарҙың йорт-«казино» өлгөһөндә венеция рухында төҙөлә. Был бина Альп тауҙарынан төньяҡҡа табан торған, түбәләре фрескалар менән биҙәлгән беренсе донъяуи бина була.

1700 йылдан һуң төҙөлгән мөһабәт яңы һарай — XVIII быуатта немец хакимдары тарафынан төҙөлгән «кесе версалдең» өлгөһө булып тора. Түбәләге биҙәктәр, гипстан һырлап эшләнгән биҙәктәр һәм мебель шул ваҡыттың байлығының күрһәткесе булып тора. Иҫке һарайҙың ҙур өлөшө Икенсе донъя һуғышы барышында емерелә, әммә аҙаҡ ул яңынан тергеҙелә.

Картиналар галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарайҙа барокко дәүеренең Бавария дәүләт картиналар йыйылмалары ҡуйылған. Галерея фламанд рәссамдары Питер Пауль Рубенс һәм Антонис ван Дейк, итальяндар Гвидо Рени, Лука Джордано, Гверчино, Карло Сарачено, Алессандро Турча, Карло Дольча һәм Пьетро да Кортон, немец Иоахим Зандрарт, Иоганн Генрих Шенфельд, Иоганн Карл Лот, испан рәссамдары Алонсо Кано һәм Хосе де Рибера әҫәрҙәренән тора.

Парк[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оло парк — Германияла бик һирәк һаҡланып ҡалған барокко баҡсаларының береһе. Энрико Дзуккалли парк һәм ундағы каналды планлаштырған, ә сәскәләр клумбаларын һәм шарлауыҡтарҙы — Андре Ленотрҙың уҡысыһы Доминик Джирард эшләгән

Һарай һәм парк кинематограф тарихындағы билдәле «В прошлом году в Мариенбаде» һәм «Тропы славы» фильмдары өсөн фон булып хеҙмәт иткән.

Шлайсхайм һарайы
Шлайсхайм һарайы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 https://www.deckenmalerei.eu/fe83b5f7-0c5c-44e9-8da6-180db25f1f89
  3. http://geodaten.bayern.de/denkmal_static_data/externe_denkmalliste/pdf/denkmalliste_merge_184135.pdf